1. Өйөм урата - ҡыл арҡан.
2. Мейес башында - тархан туйы.
3. Һаҡмарҙағы һары айғырым Урал аша кешнәйҙер.
4. Аллы-гөллө көйәнтәмде ситән аша ташланым.
5. Оҙон бабай һуҙылып ятҡан, балалары теҙелеп ятҡан.
6. Өй башында - йәшел ҡаҙ, йәшел ҡаҙҙың башы таҙ.
7. Ары ла йүгерә Зәпзәки, Бире лә йүгерә Зәпзәки, Тамаҡ ҡыра Зәпзәки, Һаҡал һелкә Зәпзәки.
Яуаптары:
1. Арҡан; 2. Тараҡан; 3. Йәшен; 4. Йәйғор; 5. Өрлөк, таҡта; 6. Миндек; 7. Кәзә.