

Өс йәшлек Кирәй менән 13 секундлыҡ видеоны уның атаһы Мәхәмбәт Ермеков төшөргән. Ермековтар ғаиләһе Аҡтүбәлә йәшәй, хужалыҡтарында ҡаҙҙар, тауыҡтар, аттар, пониҙар бар.
Малайҙың атаһы әйтеүенсә, Кирәй ҡаҙҙарҙан ҡурҡмай, ә был көндө бала уларға аҙыҡ бирә торған биҙрәне тотоп алған, шуға ҡош-ҡорт уның артынан эйәргән.
Социаль селтәрҙәрҙә видеоны 150 миллиондан ашыу кеше ҡараған.
Ролик киң танылыу алғас, буяуҙар етештереү фирмаһы Ермековтар ғаиләһенә 75 литр буяу бүләк иткән (видеола Кирәй шул буяуҙар фирмаһының биҙрәһен тотоп йүгергән). Ә бер сәйәси партия 100 ҡаҙ һатып алып биргән.