+8 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентября 2025, 04:59

Кешегә һөйләһәң, иҫәрләнгән тиҙәр

Минең менән кеше ышанмаҫлыҡ хәл булды, йәмәғәт. Кешегә һөйләһәң, иҫәрләнгән тиҙәр. Шуға һеҙгә яҙам, сәйерҙәр.

Кешегә һөйләһәң, иҫәрләнгән тиҙәрКешегә һөйләһәң, иҫәрләнгән тиҙәр
Кешегә һөйләһәң, иҫәрләнгән тиҙәр

Шәмбе, ял еткәс, иремде объектка эшкә саҡырып алдылар. Мин иренемде күптәйтеп, бәлшәйтеп ултырып ҡалдым. Ултырып ҡалдым дөрөҫ түгел инде, ҡатын -ҡыҙҙың ялы йыуыу-тызыу, бешеренеү менән үтә бит инде. Эштәремде эшләп бөтөп, китап ҡосаҡлап ятһам, ирем шылтырата: һуң булам, зарядкам бөтөп килә, коллегамдың телефон номерын бирәм, берәй нимә булһа, шылтырат, тине.
Мин йәнем көйөп бесәйҙе ҡосаҡлап телевизорҙан кино ҡарап ятып, йоҡлап киткәнмен. Телефон шылтырауына уянһам, ирем икән. Мин йоҡоло килеш:
- Ало, һин ҡайҙа? Оҙаҡмы әле?
- Мин килеп еттем инде. Төшөп ишекте ас.
- Һинең асҡысың бар бит.
-Таба алмайым. Төшөп ас.
- Ярай, хәҙер.
Телефонды һалам, сәғәт төнгө беренсене күрһәтә. Йоҡонан уяна башлайым һәм нисек итеп аҫҡа төшмәй генә ишекте асырға тип баш ватам. Шунда асҡысты балкондан ырғытырға тигән уй килә. Иремә әйтәйем тип телефонына шылтыратһам, абонент не доступен, ти. Ахыры зарядкаһы ултырҙы, тип уйлайым.
Курткамды кейергә торһам, бесәйем тәҙрә төбөнә һикереп менде лә аҡырырға тотондо. Мин һыйпап тынысландырайым тип янына килдем. Ҡосаҡлап алып тәҙрә аша подъезд алдына күҙ һалһам, иремдең һәр ваҡыт машинаһын ҡуя торған урыны буш.
Шул ваҡытта телефондан ирем шылтырата:
- Һин ишекте асаһыңмы, юҡмы?
- Телефоның ни эшләгән һинең? Мин шылтыратһам, алмайһың. Үҙең шылтыратаһың.
- Связь насар. Сығаһыңмы, юҡмы?
- Әйҙә, мин һиңә балкондан асҡысты ырғытам лучше. Әйткәндәй, машинаны ҡайҙа ҡуйҙың? Тәҙрә төбөндә урын буш.
Шул ваҡыт көтөлмәгән хәл булды. Трубкаға ул шул тиклем ҡысҡырҙы. Мин шунда ғына ирем менән һөйләшмәгәнде аңланым:
- С... ка, төш тиҙерәк. Ишекте ас!!!
Мин телефонды атып бәреп, ишектәрҙе ҡатлап бикләргә керештем. Үҙем илайым, үҙем доғамды ҡабатлайым.
Шул мәл телефон шылтырай. Мин әлбиттә, алмайым. Ят номерҙан шылтырау ҡабатланғас, ҡурҡып ҡына алам һәм иремдең тауышын ишетәм:
- Беҙ бөттөк. 15 минуттан булам.
Уның тауышына мин илап ебәрәм. Күп тә үтмәй иптәшем йүгереп ҡайтып инә. Бер сәғәт тирәһе илап, саҡ тынысланғас, булған хәлде һөйләп бирәм. Ирем тыныс ҡына мине тыңлап бөткәс, минең телефонымды алып ҡараны. Унда иремдән килгән ике шылтыратыу тора ине: 12.20 һәм 12.30.
-Мин һинең менән кисен һөйләшкәндән бирле шылтыратманым. Зарядка 2 процент ҡалғайны. . .
Икенсе көн мин мәсеткә барып килдем. Телефон номерымды алмаштырҙым һәм бесәйемә тәмлекәс ашаттым. Ул булмаһа, мин ишек асырға төшкән булыр инем.

СӘЙЕР ДОНЪЯ төркөмөнән

Автор:
Читайте нас