Милли кейем - ябай биҙәк түгел.
Рух көсө ул.
Халыҡ асылы.
Йөрәк моңо.
Аҫабалар ҡаны.
Хазинаның иң- иң аҫылы.
(Миләүшә Ҡыҙрасова)
“Етмеш төрлө һөнәр егет кешегә генә түгел, ҡыҙҙарға ла ярап ҡала, тормошоңдо һутлы, йортоңдо ҡотло итә”, - ти бөгөнгө әңгәмәсебеҙ, “Тамаша” журналының бүлек мөхәррире Миләүшә Ҡыҙрасова.
Кейемдәргә көмөш буяу менән матур милли биҙәктәр төшөрөп халыҡты ҡыуандыра ул. Ошо кәсебе хаҡында ҡыҙыҡһынып һораштыҡ.
Нисек шулай бер кешегә мең төрлө һөнәр өйөп бирелгән тип йыш мөрәжәғәт итәләр икән уға. "Аллаһы Тәғәләгә һәм нәҫел тамырҙарыма рәхмәтлемен", - ти ул.
Миләүшә апай һәләтле уҡытыусылар нәҫеленән. Атаһы Сәлим Нуретдин улы рәсем һәм хеҙмәт дәрестәрен алып бара, ә әсәһе Рауза Мөхәмәт ҡыҙы башланғыс кластарҙа белем бирә. Ана шулай буяҡтар, ҡағыҙҙар, ҡылҡәләмдәр араһында буталып, матурлыҡ һеңдереп үҫә ул. Атаһы ағас эшенә лә оҫта булһа, әсәһе сигеү, бәйләү эштәренә маһирлығы менән дан тота.. Үҙ ҡулдарың менән матурлыҡ тыуҙырыу кинәнесен татып үҫкәнгә лә Миләүшә апайҙың да күңеле һәр саҡ гүзәллеккә ынтылып ҡына тора. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ бай йөкмәткеле стена газеталары эшләү, мәктәпте, класс бүлмәһен биҙәү эштәрен яратып башҡара.
БДПУ-ға география факультетына уҡырға ингәс тә, матур сигеүҙәре, стенаға ҙур итеп эшләп элгән һүрәттәре менән хайран итә. Бүлмәләш ҡыҙҙарының ағаһы, БР халыҡ рәссамы Фазлетдин Ислахов (БР гербының авторы) ҡыҙҙың һүрәттәрен күреп: “Һин факультетыңды яңылыш һайлағанһың бит, худграфҡа барырға кәрәк булған”, - тип һоҡлана.
Әммә Миләүшә Сәлим ҡыҙы һөнәренә тоғро ҡалып, тыуған ауылының мәктәбендә 30 йылдан ашыу географиянан уҡыта. 15 йылдан ашыу Әбеш урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса, уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын алып бара. Ҡағыҙ эшенә күмелеп, ижади һәләттәрен балҡытыуҙы кисектереп донъя, көтә. Тормош иптәше Әнәс Шәйхислам улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Кесе ҡыҙҙары Нурияның бәләкәстән һүрәтте матур төшөргәнен күреп, ағаһы - Башҡортостандың халыҡ рәссамы Дамир Ишемғолов: “Рәссамдар былай ҙа һирәк тыуа, был ҡыҙығыҙҙың һәләтен юғалтмағыҙ, уҡытығыҙ”, – тип кәңәш бирә. Шулай Нурияны Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге башҡорт республика художество гимназияһына ебәрә лә Миләүшә Сәлим ҡыҙы, артынса үҙе лә килеп етә. Оптимизация осоро башланып торған мәлдә, донъя ҡорған йәштәрҙе ҡуҙғатмау өсөн үҙен “ҡыҫҡартып”, тыуған мәктәбен, ауылын ҡалдырып, Өфөгә юллана.
Бөгөн ошо аҙымды яһаған өсөн ҡыуанып бөтә алмай ул. Баш ҡалала тулыһынса ижад донъяһына сума. Үҙен рәссам, шағирә, журналист булараҡ та асырға мөмкинлектәр тыуа. Йыр-бейеүгә һәләте уны Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Ауаз” фольклор төркөмөнә алып килә. Ваҡытты, көстө күп алһа ла, яратҡан шөғөл, халыҡ йырҙарын, йолаларын өйрәнеп, таратыу, матур кешеләр менән аралашыу, бер туғандай йәшәү күңелде үҫтерә, камиллаштыра.
Ҙур ҡалала ҙур эштәрҙе эш хаҡына ғына башҡарып булмағанын аңлап, үҙенә килем килтерер шөғөл дә таба. Һүрәт төшөрөргә яратҡан, зауыҡты күңеле менән тойған ҡатын-ҡыҙ булараҡ, милли колориттағы орнаменттар, биҙәүестәрҙе көмөш буяу менән өҫ кейемдәренә төшөрә башлай. Милли биҙәктәр төшөрөлгән кейемдәргә һорау күп, өлгөр генә. "Кешеләрҙең ҡыуанып кейеүе – үҙе ҙур шатлыҡ бит ул", - ти. Рәссамлыҡ серҙәренә төшөнөп уҡыған ҡыҙы Нурияның кәңәштәре, үҙенең эске тойомлауы, оҫталығы матур кейем өлгөләре тыуҙырыуға этәреш була. Ҡыҙы менән бергәләп, “Нурлы тирмә” тип аталған оҫтахана булдырып, өйрәнергә теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре лә бирә улар. Сәхнә йондоҙҙары, профессорҙар, табиптар, уҡытыусылар нәзәкәтле милли колориттағы кейем эшләп биреүен үтенеп, мөрәжәғәт итә уларға.
Нурия быйылғы йәй "Этномода" номинацияһында көс һынашып, Омск ҡалаһында "Бөйөк оҫталарҙың тоҡомдары" ("Потомки великих мастеров") тигән фестиваль-конкурста ҡатнаша. Кейемдәргә милли биҙәктәр төшөрөп, оҫталыҡ дәресе күрһәтә.
Балаларымды үҫтереп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырып, үҙем теләгән мөхиткә күсеп килеп, күңел һандығымда һаҡлап йөрөткән хазиналарымды уны баһалай белгән халыҡҡа тарата алыу мөмкинленә эйә булыуым менән бәхетлемен, ти Миләүшә апай.

Милли кейемдәр көнөн Миләүшә апай, "Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле менән бергә, Ҡарасәй-Черкесия ерендә ҡаршылаясаҡ..
Башҡортостан фольклорының йөҙөн яҡлап, улар Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша. Уңыштар теләйек!