Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Әхтәм улы Абушахманов өсөн 2024 – «алтын» юбилей йылы булды. Күркәм ваҡиғаға бағышлап, театрҙа «Айрат Абушахманов спектаклдәре аҙналығы» үтте. Уның аҙаҡҡы көнөндә, «Бөйрәкәй»ҙе ҡараған кистә, сәхнә оҫтаһы ғүмер байрамы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итте.
Театр сәнғәтендә үҙ ҡарашы, айырым таланты арҡылы танылған ижад оҫтаһы менән әңгәмә лә ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡандыр, тип ышанабыҙ һәм уны һеҙгә тәҡдим итәбеҙ, хөрмәтле журнал уҡыусылар.
– Айрат Әхтәм улы, иң беренсе һөнәрегеҙ буйынса һеҙ актер булғанһығыҙ, хәҙер үҙегеҙ етәкселек иткән төп театрыбыҙҙа сәхнәлә уйнап та йөрөгәнһегеҙ. Актерлыҡтан баш тартып, режиссер һөнәренә күсеүгә нимә сәбәпсе булды? Актер «ҡыҫандары» тар, ә режиссер күберәкте әйтә, еткерә аламы?
– Был шулай ныҡ ҡыҙыҡлы булып тойолған һорау икән, яуап бирәйем. Мәгәр үҙемә ҡалһа, быға һис аптырарлығы юҡ, тип иҫәпләйем. Минең өсөн актерлыҡ ул режиссерлыҡҡа әҙерлек этабы булды, тиергә мөмкин. Актер һөнәрен тойоп ҡарау файҙалы, сөнки был артабан уларҙы нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Был - берҙән.
Икенсенән, ул саҡта Башҡорт академия драма театрынан Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов китте һәм театр режиссерһыҙ тороп ҡалды. Саҡырылған режиссерҙар килеп спектакль ҡуйып китә торғайны, унан ҡайһы бер актерҙар үҙҙәре ҡуя башланы. Ошо айырыуса ныҡ тәьҫир итте, режиссерлыҡҡа уҡырға китеүемә сәбәпсе булды, тип тә әйтә алам.
Һәм, ысынлап та, актер – ул спектаклдә башҡарыусы, йәғни үҙенә тапшырылған бурысты атҡарыусы, ә миңә тотош спектакль өсөн яуаплылыҡ алыу ҡыҙығыраҡ ине. Унан, актер аша барыбер мин дә сәхнәлә уйнайым бит. Әгәр ҙә тамашасылар актерҙы маҡтай, уның уйынын оҡшата икән, ныҡ ҡыуанам.
Актер ғаиләһендә тыуып-үҫкәс, был бәләкәй саҡтан да киләлер, моғайын. Миңә: «Һинең атайың халыҡ артисы, ул халыҡтыҡы!» – ти торғайнылар. Билдәле шәхестәрҙең балаларына бәләкәйҙән үк нимәгә һәләтле икәнлектәрен иҫбатларға тура килә.
Бала саҡта минең ни ҙә булһа һөйләгәнемде тыңлауҙары оҡшай торғайны. Икенсе бер кешегә ҡысҡырып китап уҡый инем. Шуның ише, режиссер ҙа кешегә үҙе сәхнәгә сығарған спектакль аша ниндәйҙер тарихты бәйән итә бит.
– Репетициялар барышында актерҙар менән фекерҙәрегеҙ тап килмәй, ел-дауыл уйнап торған саҡтар буламы һәм уларҙы нисек үткәрәһегеҙ?
– Көсөргәнешле мәлдәр килеп сыҡһа, уларҙы юмор аша үткәреп ебәрергә тырышам. Бәхәс ҡороуҙы буш нәмә тип иҫәпләйем. Артистарҙы яратырға, уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итергә, хәлдәрен аңларға кәрәк. Бәлки, уның бөгөн йоҡоһо туймағандыр ҙа, ул шуға бер аҙ кәйефһеҙерәктер йәки роле килеп сыҡмайҙыр? Шаяртып ҡына нимәлер әйтәһең, был көсөргәнеште юҡҡа сығара, күмәкләшеп көлөшәһең дә эш артабан һәүетемсә дауам итә.
Ижади мәл, эш бара, төрлө саҡ булып китә, ҡатыраҡ бәрелгән саҡтарым да булмай түгел, әлбиттә.
– Ә һеҙҙең айырыуса яратып эшләгән, ниндәй ролде булһа ла ышанып тапшырған актерҙарығыҙ бармы?
– Теләһә ҡайһы ролде түгел инде, артисҡа кәрәклеһен бирергә тырышаһың. Ҡайһы саҡта хатта уға тура килмәгәнен дә – быныһы ул бер ҡалыпта ғына ҡалмаһын өсөн мөһим. Яратҡан тимәйем, мине тойған, аңлаған артистар бар, улар менән эшләүе рәхәт, әлбиттә. Уға иҫкәрмә яһай башлайһың, ул инде аҙағын ишетеп бөтмәҫ элек барыһын төшөнә, кәрәгенсә эшләргә тотона.
Артист һөнәре – бик ҡатмарлы, психологик көсөргәнеш талап иткән хеҙмәт. Залдағы йөҙәрләгән кеше алдында ул үҙенең эске торошон, күңелен асып бирә. Шунлыҡтан уларҙа ла әллә ниндәй ҡурҡыуҙар бар. Ошо халәттән үҙҙәрен нисектер һаҡлар өсөн, улар «ҡалҡан» ҡуя. Ваҡыт-ваҡыты менән ошо ҡурҡыуҙарҙан арындырып, ҡалҡандарынан «таҙартып» тороу ҙа кәрәк, шул сағында улар яңынан балҡып, асылып китә.
– Театрҙар йыш ҡына проза әҫәрен сәхнәләштерә. Был беҙҙә пьесалар ижад иткән авторҙарға ҡытлыҡ барлығы тураһында һөйләйме?
– Тотоп алып ҡына сәхнәгә сығарып ҡуйырлыҡ пьесалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙ. Был – берҙән. Ә икенсенән, прозаны хәҙер генә түгел, ә элек-электән үк төрлө режиссерҙар ҡуйып килгән. Миҫал өсөн Рифҡәт Исрафиловтың «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Тапшырылмаған хаттар», «Ғәлиәбаныу»ҙарын ғына атап китәйек.
Прозала режиссерға эшләр өсөн ҡыҙыҡлы урындар күп. Режиссер әҫәрҙә нимә яҙылған, актерҙарға шуны ғына ятлатмай, ә авторҙаш булып, үҙе лә спектаклде ижад итеүгә өлөш индерә. Проза әҫәре, сәхнәләштереп сығарғансы, тәүсығанағынан ярайһы айырыла башлай (ошо урында режиссер өҫтәлендә ятҡан тексты алып күрһәтә – унда күп урындары төҙәтелгән, үҙгәрештәр индерелгән – авт.). Был бик ҙур хеҙмәт.
Үҙемдән генә алып әйткәндә лә, мин дә бит әп-әҙер генә пьесаны алыр ҙа ҡуйыр инем – йән рәхәте булыр ине, сөнки төндәр буйы прозанан инсценировка эшләп ултырырға тура килмәҫ ине! Спектакль итеп сығарыу барышында ул проза әҫәренең яртыһынан күберәге үҙгәрә. «Бөртөкләп йыйыла алтын» тигән кеүек, прозанан сәхнә әҫәре туплау өсөн күп көс, ваҡыт сарыф итергә тура килә.
Бына шулай, прозаға юҡтан бушҡа ғына тотонмайһың. Ғәмәлдә бит уның менән эшләү тағы ла күберәк хәлде ала.
Был жанрға әйләнеп ҡайтҡанда, шуны өҫтәр инем. Әйтәйек, пьеса яҡшы яҙылған, әммә уның эсендә күңел юҡ, фекер юҡ, кешенең яҙмышы юҡ икән, уны ҡуйыуы ла ҡыҙыҡ түгел. Сөнки ул – ҡоро схемаға ҡоролған эш кенә. Ә юғары художестволы әҙәбиәт ул прозала ла, шиғриәттә лә сағыла, һәм уларға таянып спектакль сығарырға мөмкин. Был ғына ла түгел, хатта һынлы сәнғәт әҫәрҙәренә – картиналарға нигеҙләнеп ижад ителгән спектаклдәр бар.
– Драматургҡа, әйтәйек, заказ биреп, үҙегеҙгә оҡшаған, борсоған темаға пьеса яҙҙырып алыу мөмкин булырҙай эшме?
– Мөмкин, тик бының да үҙ нескәлектәре бар. Әлбиттә, фекеремде еткерә, кәңәштәремде бирә алам. Тик ижад кешеһе, был осраҡта драматург, кеше әйткән буйынса ғына яҙа алмай, ул үҙе кисереп, йөрәгенән, башынан үткәреп йөрөмәйенсә, әйтелгәнгә күрә генә яҙһа, был яһалма килеп сыға, тип уйлайым. Ролдәр бар, диалогтар ҡоролған, артистар сәхнәлә бына тигән итеп башҡара – әммә барыбер ниндәйҙер яһалмалыҡ барлығы һиҙелә был осраҡта. Һиҙгер тамашасы ла быны тоймай ҡалмай.
– Һеҙ ныҡ көслө драмалар сәхнәләштерәһегеҙ. Һуңғыларҙан, әйтәйек, Таңсулпан Ғарипованың пенталогияһы буйынса ҡуйылған «Бөйрәкәй». Бик ҡатмарлы, күләмле әҫәр. Күпме кисерештәр, күңел көсө талап иткән спектакль. Ошондай постановкаларҙы сығарғандан һуң үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?
– Бер нисә көн шаңҡып йөрөйһөң, эстә – бушлыҡ. Башта спектаклде «тыуҙыра» алмай ыҙаланаһың, икеләнәһең. Уңышлы була, тигән ышаныс бер ҡасан да булмай, төрлөсә килеп сығыуы мөмкин. «Бына ошолай эшләйһең дә, һис шикһеҙ шәп килеп сығыр» тигән рецепт та юҡ.
Яңы спектаклгә тотонғанда хатта паникаға бирелеп китәм, әйтерһең, беренсе тапҡыр ҡуям. Һөнәремдә бер нәмә лә белмәйем тигән дәрәжәгә етеп борсолам. Йылына ике-өс тапҡыр эшемдән китер хәлгә еткән сағым да була. Айырыуса, алдағы әҫәр яҡшы килеп сыҡты икән, сираттағыһын нисек ҡуйырға икәнен бөтөнләй белмәгән төҫлөһөң. Теге спектаклдәге алымдар быныһында бөтөнләй эшләмәй, улар ярҙам итмәй.
Һәр спектаклде әҙерләү ул психологик яҡтан ныҡ көсөргәнешле, бер кем дә уның уңышлы килеп сығырына гарантия бирә алмай, һәм төндә: «Бер нәмә лә килеп сыҡмай...» тип хафаланып уянып китәһең... Унан быға ҡәҙәр эшләнгән сәхнәләрҙе алып ташлайһың, үҙгәртәһең, ә артистар уларҙы ятлап бөткән... Аллаға шөкөр, театрыбыҙҙа артистар, айырыуса минең менән бер ваҡыттараҡ килеп, байтаҡ йылдар эшләүселәр, ижади процестың эҙләнеүҙәрҙән тора икәнен аңлаған, шулай тәрбиәләнгән кешеләр, фекерҙәштәр.
Спектаклде әҙерләгәндә, «бына, шундай-шундай эшем бар бит әле, ярай, премьера үткәс тә эшләйем» тип йөрөйһөң дә, ул үтеп киткәс, бер нисә көн үҙеңдең ҡайҙалығыңды ла аңлай алмаған кеүегерәк хәлгә төшөп йөрөйһөң.
– Ниндәйҙер спектаклде әҙерләү иң ауыры булды, тип айырып әйтә алаһығыҙмы?
– Уларҙың һәр береһе ауыр, спектаклде сығарыу еңел булмай.
– Башҡа театрҙарҙың спектаклдәрен ҡарап бараһығыҙмы? Төп театрыбыҙҙың баш режиссерының һәр спектаклде күҙәтергә ваҡыты етмәүе лә аңлашыла, шулай ҙа...
– Ҡарарға тырышам. Башҡортостанда ғына түгел, ситкә, мәҫәлән, Татарстанға, Мәскәүгә, Ҡаҙағстанға барып та ҡарап ҡайтам. Туғандаш халыҡтарҙың театрҙарын күҙәтеп барам. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡтарҙың театрҙары әле яҡшы үҫеш осоро кисерә.
– Ситтәге коллегаларығыҙ үҙҙәре ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарарға, баһаларға тип саҡырғандары бармы?
– Эйе, ундайҙар бар, премьераға саҡыралар, фекеремде һорайҙар. Спектакль ҡуйырға ла саҡырыусылар етерлек.
– Фекерҙәрегеҙҙе бер-берегеҙгә асыҡтан-асыҡ әйтә алаһығыҙмы?
– Кәрәкме-кәрәкмәйме, үҙ фекерен әйтергә тырышҡан кешеләр була. Мин ундай түгел. Бер нәмәне асыҡ аңлайым – режиссерҙы өйрәтеп булмай. Кәңәш рәүешендә генә әйтәһең, унда ла: «Ныҡышып әйтмәйем, ҡабул итеү-итмәү – үҙ ихтыярыңда», – тип иҫкәртәһең. Һәр режиссерҙың – үҙ үҙенсәлектәре, үҙ йыһаны. Берәүһе икенсеһенә нимәлер өйрәтә башланы иһә, был үҙеңдең күсермәңде яһауға тиң булыр ине. Тап шуға ла режиссерҙарҙы уҡытмайым, улар ситкә, Мәскәү, Санкт-Петербург ише ергә китеп белем арттырырға тейеш, тип иҫәпләйем. Режиссер киң ҡарашлы, төрлө яҡлап белемле, сәнғәттең төрлө даирәләре менән таныш булырға тейеш.
Шунан тағы, мин ят спектаклде «быныһы дөрөҫ, быныһы дөрөҫ түгел» тип ҡарамайым, ә «ошоноһо миңә яҡын, тәьҫир итә, ә тегенеһе минеке түгел» тигән ҡараштан сығып байҡайым.
Миндә икеләнеү тигән тойғо ла ныҡ үҫешкән. Бер фекерҙе алып, «бына ошолай, һәм бөттө-китте» тип тылҡымайым, сөнки ундай ҡараш, минеңсә, фекер тарлығы тураһында һөйләй. Донъя, ғөмүмән, ҡыҙыҡ бит ул, бер генә дөрөҫлөк булмаҫҡа ла мөмкин.
– Икеләнеүегеҙ оҙаҡҡа китеп, эшегеҙгә ҡамасау итеүе ихтималмы?
– Эйе, булғылай. Үҙемде күберәк буталсыҡлыраҡ кеше, тиемме. Аныҡ ҡына итеп, «ошолай итеп эшләйбеҙ» тимәйем, минең менән эшләгәндә алдан планлаштырыу ҡыйыныраҡ. Был, әлбиттә, эргәләгеләргә ауырыраҡ. Үҙемде был йәһәттән һаман тәрбиәләйем, үҙгәрергә тырышам.
– Спектаклдең премьераһы бик уңышлы үтте, бөтәһенә лә оҡшаны, әммә уны ҡарағандан һуң һеҙ барыбер ниҙәндер ҡәнәғәт түгелһегеҙ һәм ҡайһы бер ерен үҙгәртергә теләйһегеҙ – ошолай булғаны бармы?
– Була, мин спектаклде премьера үтте – эш бөттө, тип ташлап ҡуймайым. Минеңсә, премьера – ул яңы этаптың башы. Премьераға тиклем сәхнә әҫәре режиссер һәм актерҙарҙың эше ине, бынан һуң инде уға тамашасы ла ҡушылып китте. Ә ул ҡайһы ваҡыт спектаклде үҙгәртә башлай, акценттарҙы күсерә. Был ҡайһы саҡта һәйбәт ул, сөнки сәхнә менән тамашасы араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә, әммә бәғзе ваҡытта ҡамасаулай. Әйтәйек, тамашасы көлөп ебәрә йә ҡул саба башлай, һәм актер уға ылығып, «эйәреп» китә – ҡайһы саҡта миңә был оҡшамай, ундай спектаклдәрҙе аҙыраҡ «таҙартып» алам.
Ниндәйҙер спектаклдәр, оҙаҡ йылдар буйына барғандарын әйтәм, үҙгәреүе мөмкин, сөнки улар ҙа, кешеләр кеүек, ҡартая, уларҙы бер аҙ төҙәтеп ебәрергә кәрәк.
– Тимәк, 10 йыл элек ҡуйған спектаклегеҙ менән уның бөгөнгөһө араһында байтаҡ айырма табырға буламы?
– Юҡ. Мәҫәлән, октябрҙә «Ҡара йөҙҙәр»гә 10 йыл булды. Ул хатта хронометраж буйынса минутына тиклем, нисек уйналды, шулай уйналып килә.
– Һеҙ инде танылған режиссер, Башҡорт дәүләт академия драма театрында ғына ла 30-ҙан ашыу спектакль сығарғанһығыҙ. Ошондай ҙур тәжрибәгә эйә булған ижадсыға һөнәре буйынса һаман да үҫешеү, белем арттырыу кәрәкме?
– Режиссер һөнәре ул хирургтар кеүек, тип сағыштырыр инем. Атаҡлы Константин Станиславский ҙа биш йыл һайын уҡып тороу кәрәклеге тураһында әйткән. Ғөмүмән әйткәндә, мин бер ҡасан да уҡыуҙан туҡтағаным юҡ. Һәм уҡыу тигәндә, ҡайҙалыр белем алыуҙы ғына күҙ уңында тотмайым. Үҫеш өсөн төрлө сығанаҡтар, юлдар бар. Шулай ҙа әйтеп үтәйем: әле, мәҫәлән, Санкт-Петербургта магистратурала «Милли театрҙа художество етәксеһе булыу» йүнәлешендә белем алам.
– Хәҙерге театр менән элекке, әйтәйек, совет осорондағы, араһында айырма ҙурмы, нисек уйлайһығыҙ?
– Айырма бар, әлбиттә. Дөрөҫөн әйткәндә, мин совет осоро башҡорт театрының ҡайһы бер постановкаларын ғына үҙ итәм. Улар – идеологияға ярашлы түгел, ә уға ҡарамаҫтан тыуған спектаклдәр. Мәҫәлән, Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән Мостай Кәрим әҫәрҙәре, әйтәйек, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектакле. Ә күберәге идеологияға яраҡлаштырып эшләнгән.
Спектаклде өс тапҡыр ҡабул иткәндәр. Режиссер менән актерҙар эшләй, унан комиссия ҡарарға килә. Ул артабан үткәрергәме-юҡмы икәнен хәл итә. Иҫкәрмәләрен еткерә, шуларҙы үтәүҙе талап итә. Шул саҡта ғына спектакль артабан йәшәү хоҡуғы ала. Комиссия хатта актерҙарҙы ла алмаштырыу хоҡуғына эйә булған. Йәғни, ижади процесҡа туранан-тура ҡыҫылыу бара.
Шуға ла бындай әҫәрҙәрҙе ҡарағанда яһалмалыҡты ныҡ тояһың. Хәҙер ундай ҡыҫылыу юҡ, һәм был ижадҡа киңерәк мөмкинлектәр бирә, әлбиттә. Ҡыҫҡаса әйткәндә, шулай.
– Театрҙы үҙ итеүселәргә нимә тип әйтер инегеҙ?
– Театрға йөрөгөҙ, тиер инем. Саҡырыу ҡағыҙҙары ғына көтөп ултырмаһағыҙсы, спектаклдәргә билеттар ат хаҡы түгел, тип тә өндәр инем. Ә беҙ һеҙҙең өсөн яңынан-яңы спектаклдәр ижад итеүгә бар күңелебеҙҙе, көсөбөҙҙө һалырбыҙ.
Театрға тоғролоҡ һаҡлаған, бер спектаклде лә ҡалдырмай йөрөгән дуҫтарыбыҙға рәхмәт әйтер инем, әлбиттә. Бергә ҡалайыҡ!
– Тығыҙ эшегеҙ араһында әңгәмәгә ваҡыт тапҡанығыҙ, яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айрат Әхтәм улы!
Г. ҒАТАУЛЛИНА
"Тамаша" журналы, 2025 йыл, 1-се һан