Ижади портрет
Сәхнә оҫтаһы Эльвира Юнысованың ижад ҡомары
1979 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының киң популярлыҡ яулай барған режиссеры Рифҡәт Исрафилов Өфө дәүләт сәнғәт институтында үҙенең иң тәүге ун кешелек актер курсын йыя. Талантлы режиссерҙың ҡулына эләккән бәхетлеләр араһында Өфө сәнғәт училищеһын музыка белгесе булараҡ тамамлаған Эльвира Юнысова ла була. Рифҡәт Исрафилов үҙенең академик сәхнәлә тормошҡа ашырасаҡ принциптарына тура килгән камиллыҡҡа – тап ошо абитуриент ҡыҙҙың аҡылына һәм һылыулығына шунда уҡ иғтибар итә. Рифҡәт Вәкил улы өсөн режиссура менән педагогика бер бөтөн эш һәм ижад алымы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү кәрәк. Уҡыусыларына институтта бирә башланған һабаҡтары аҙаҡ профессиональ сәхнәлә дауам итә. Режиссер курс ҡына йыймай, ә һәр имтихан тотоусыны ентекләп күҙҙән үткәрә һәм киләсәктә ҡуйыласаҡ спектаклдәрҙә һәр кемеһенең мөмкинлеген нисек ҡулланыуын күҙаллай. Ипле педагог һәм һәләтле етәксе булараҡ, ул үҙ уҡыусыларын һаҡ ҡына үҫтерә, яйлап ҡына төпсөрләп-хәстәрләп уларҙы ҙур сәхнәүи хеҙмәткә әҙерләй. Буласаҡ актриса Эльвира Юнысованың тәбиғәттән бирелгән һылыулығы – зифа буй-һын, тубығына хәтле төшөп торған ҡара тулҡын сәстәре, салт асыҡ күҙ ҡарашы, нур балҡытыр йылмайыуы – барыһы ла Рифҡәт Исрафиловтың сәхнәләштереүендә тыуған лирик образдарҙың нигеҙен тәбиғи тәшкил итәсәк. Уның геройҙары баҫалҡы холоҡло, әммә көслө рухлы башҡорт һылыуҙары: М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклендәге Шәфәҡ, Ф.Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә Сажидә, М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы»нда Гөлзифа – шундай баҙыҡ ролдәр. Ә.Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!»ындағы Гөлнәрисә, М.Кәримдең «Ярлыҡау»ындағы Мария-Тереза, Т.Таһировтың шул исемдәге повесы буйынса уйналған «Ғәлиә» спектаклендәге Ғәлиә образдары актриса ижадының лирик йүнәлешен дауам итә. Юнысова тыуҙырған был образдарҙың һәммәһендә лә режиссер ҡатын-ҡыҙ матурлығына дан йырлай, тышҡы сибәрлек һәм рухи камиллыҡты табыуы фотографияларҙа айырыуса ныҡ күҙгә бәрелә. Бына М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» (1990) спектаклендәге Гөлзифа башҡорт милли кейемендә, ул Х.Үтәшевтың геройынан бер аҙым ҡырҙа тора (әҙәп буйынса, башҡорт ҡатынына ирҙәргә бик яҡын барырға ярамаған), егеткә балдаҡ һуҙа. Бөтә ҡиәфәтен самими оялсанлыҡ һәм ҡыуаныс солғаған. Һөйөклө кешеһенә күтәрелеп ҡарарға ҡыймайынса, ул сикһеҙ тулҡынланып-тартынып, әллә балдаҡҡа, әллә аяҡ аҫтындағы ергә текләгән, әммә фотография ҡыҙҙың күңеленән генә мөкиббән китеп һөйгәненә уҡталыуын сағылдыра. Йәки бына аҡ блузка менән шаҡмаҡлы итәк кейгән уҡытыусы Ғәлиә (Т.Таһировтың «Ғәлиә» спектакле, 1983) Фидан Ғафаровтың Заһирына, ҡыҙҙың фронтҡа китергә йыйынған егетенә, һыйынған. Күҙҙәрендә һөйгәне өсөн ҡурҡыу һәм һағыш. Йәнәшә тағы бер фотография: үксәле аҡ туфлиҙар, ваҡ төрткөлө зәңгәр күлдәк кейгән ҡыҙҙың бәхетле мәле, ул бит әле һуғыш башланғанын да белмәй, тиҙҙән үҙенең һәләк булырын да һиҙмәй. Р.В.Исрафилов был образды махсус ниәт менән шундай мөғжизәле, ғәжәп серле һәм шул уҡ ваҡытта ғәләмәт ысынбарлыҡ итеп яһай, тамашасыға шул хәтле яман ҡанһыҙ һуғыштың хатта ошо Ғәлиә кеүек гүзәл, йәш, нескә, аҡыллы ҡыҙ баланы ла аямауын күрһәтә. Ошо уҡ алым М.Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә лә сәхнәгә сыға, һәм бында ла Юнысова башҡарыуындағы Мария-Тереза образы шиғранә наҙ, һөймәлекле ҡатын-ҡыҙ йәме менән тулы. Фотографияла уның сәс толомо һүтелгән, әммә йәтешләп артҡа төйнәп ҡуйылған, күҙҙәре уйсан, моңло, гүйә героиня һаман да ниндәйҙер яҡты хис менән яна. Икенсе бер һүрәттә ул ҡыҙыл күлдәген кейеп алмағас янына баҫҡан – был бит спектаклдең башы, Мария-Терезаның Любомир Зух менән тәүге күрешеү мәле һәм тап шул мәлдә бөтә донъя хәсрәтен яндырырлыҡ ҡайнар һөйөү уты тоҡана. Ләкин ниндәйҙер шатлыҡ йәки тартыныу тойолмай, киреһенсә, сәхнәгә утлы нур тулған, ергә алмалар сәсрәгән, ә Юнысованың героиняһы күҙҙәрендә әрнеүле һағайыу, гүйә ул мөхәббәтенең ахырғы фажиғәһен һиҙә. Ә.Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!»ынан йәнә бер нисә фото ҡарайбыҙ. Драма үҙәгендә Айсар – ҡасандыр бик аҡыллы, тәртипле кеше булған, хәҙер килеп көндән-көн түбән тәгәрәп, үҙ бәҫен-баһаһын юғалта һәм тора-бара яман енәйәт ҡыла. Юнысова уйнаған героиня Гөлнәрисә Айсарҙы яратҡан, туғандарының, дуҫтарының ҡырҡа ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, уға үҙенең бөтә тормошон бәйләргә хәл иткән. Һөйөүе хаҡына ул етеш йәшәгән йәш кейәүҙән баш тарта һәм һуҡыр ҡарсыҡты ҡарарға, Айсарҙың балаларына әсә булырға, эскелеккә һалышҡан ошо бәндәгә ҡатын булып, уның төрмәнән ҡайтыуын көтөргә ҡарар итә. Әммә был уның юлы, ул үҙе һайлаған яҙмыш һәм шул яғы менән ул башҡа персонаждарҙан айырыла. Бына Гөлнәрисә сәскәле ябай күлдәктә, сәсен йыйып, аҡ яулыҡ ябынған, өҫтәл янында аш һалып тора. Ҡалғандар ултырышҡан. Гөлнәрисәнең саф, яҡты образын, уның матурлыҡ, өй йәме һәм тыныслыҡ тотҡаһы булыуын режиссер асыҡ мизансцена үҙәгенә махсус ҡуя. Моғайын, әгәр ҙә Рифҡәт Исрафилов үҙенең уҡыусыһының эксцентрика һәләтен, фарс уйнау мөмкинлектәрен дә асмаһа, башҡорт театры тарихында Эльвира Юнысова лирик актриса амплуаһы менән ҡалыр ине. «Сәхнәлә бығаса «масса таныған» стилен йырып сығыу (йәғни башҡорт һылыуы, тигән клише-ярлыҡты ситтә ҡалдырыу – А.С. иҫкәрмәһе) актрисаның гөрләп-дөрләп, ҡабынып үҫеп китеүендә мөһим артылыш булды», – тип яҙа В.Калиш. Исрафилов «Юнысованы күҙ өйрәнгән «түңәрәк, сик, шеренга»һынан елтерәтеп ситкә сығара, уның яңы ролдәрен ҡатмарлы жанрлы асыштар аша үткәрә, ҡабатланмаҫ сюжет-бәйән төрҙәре, кинәйәле йөкмәткеле пластик һәм психологик бурыстар йөкмәтә», – тип билдәләй тәнҡитсе. Юнысованы бығаса ыңғай ролдәрҙә генә күргән тамашасы, бәлки, яратҡан артисткаһын Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» кәмитендә бөтөнләй ҡапма-ҡаршы хәсиәттә күреп, ғәжәпкә ҡалғандыр. Юнысованың әүәлге лирик героиняларының кейемендәге йылы, тоноҡ төҫтәр яңы постановкала үтә сағыу, күҙгә керерҙәй ала-сола, ялтыр-йолтор төҫтәр менән алмашына. Бер фотографияла актриса һары-миләүшә төҫөндәге күлдәктә, аяҡтарында ҡара колготка менән аҡ туфли, ә ҡулына терһәккә хәтле аҡ бирсәткә кейгән дә еңеүсе ҡиәфәтендә алһыу ялбыр елпеүес тотоп алған, ҡолағында ғәләмәт ҙур һары һырғалар һалынып тора, өҫтәүенә битенә ала-сола кершән яғылған. Был спектаклдә Исрафилов бөтөнләй икенсе Юнысованы күрһәтә – лирик-драматик образдарҙы ғына түгел, үткер, сая холоҡло фарс ролдәрен дә башҡара алырҙай актрисаны аса. Эльвира Юнысованың хисле амплуаһынан тамам айырған беренсе етди эше Рифҡәт Исрафиловтың Ф.Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйған «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» спектаклендәге Гөлнур роле була. Был постановкала режиссер ярҙамында актриса йәш кенә ҡыҙыҡайҙан башлап аҡылдан яҙған ҡарсыҡҡа хәтле «йәшәп», бер ҡатындың ғына тарихын бәйән итеү түгел, ә социаль тетрәнеүҙәрҙән имгәнеп-миктәгән тотош быуындың яҙмышын, йөҙөн күрһәтә алды. Актрисаның ижади уңышы булып танылған йәнә бер балҡышы Ф.Бүләковтың «Бибинур, аһ, Бибинур!» спектаклендә ҡалды. Р.В.Исрафиловтың был постановкаһында төп героиняны өс актриса уйнай. Беренсе состав – актер төркөмөндә ике төрлө образды (Бибинур менән Миңниса) Александра Комарова менән Гөлли Мөбәрәкова башҡара, ә икенсе актер төркөмөндә – Бибинурҙы (хыял йомғағын) һәм Миңнисаны (ысынбарлыҡты) бер Эльвира Юнысова үҙе генә уйнай. Төркөмдәр алмашыныу ыңғайына спектаклдең акцент-тоҫмалы, маҡсаты ла үҙгәрә. Бер төркөм икенсеһенән арыуыраҡ уйнағандан түгел, ә төп ҡатын-ҡыҙ образы нисек асыла, шул үҙенсәлек үҙәктә тора. Әгәр беренсе төркөмдә Бибинур – Александра Комарова хыял образын, ә Миңниса – Гөлли Мөбәрәкова ҡырыҫ тормош дөрөҫлөгөн сағылдырһа, икенсе төркөмдә Бибинур менән Миңниса, йәғни Эльвира Юнысова, – бында инде әкиәт, фәнтәзи һәм ысынбарлыҡ бер йәндә тупланған. Әгәр тәүге ҡуйылышта кеше хыялы һис бойомға ашмаҫ ҡоро ҡыуыҡ булһа, икенсе спектаклдең асылы бик хәтәр: барыһы ла кешенең үҙенән тора, бәндәгә ҡәҙимге тормошта ла яҡты хыялды ҡара һаташыуҙан айыра белеү фарыз. Шулай итеп, Олег Хановтың Абдрахманы (актерҙың иҫ китмәле шәп роле!), бихисап һынауҙар үткәс кенә, үҙе лә һиҙмәҫтән алама фуфайка эсендә үҙенең һылыу ҡатынын күрә. «Бынағайыш, ул бит һин булғанһың!» – ҡапыл төшөнөп ҡысҡырып ебәрә ир, Миңниса–Юнысованы ҡосағына ҡармап, уның менән бергә карапҡа ултырып алыҫтағы хыял донъяһына йөҙөп китә. Ысынлап та, йолҡондо фуфайка кейгән йонсоу ҡарасҡыла ҡасандыр һылыу булған Миңнисаны таныуы ҡыйын. Ана ул тәпке менән картуф күмә: көскә ҡуҙғала, аяҡтарын саҡ һөйрәй, арҡаһын яҙа алмай көмөрәйә; йөҙөнөң яртыһын ҡаплаған иҫке шәлде көйә ҡырҡып, мөнтәп бөткән һәм тауышы ла йәмһеҙ сыйылдаҡ, ғырылдаҡ. «Ошо өрәкте бисә тип әйтәһегеҙме?» – тип сикһеҙ ғәжәпкә ҡалып Х.Үтәшевтың Стенька Разины Абдрахманға һорау бирә. Ошо уҡ спектаклдә Эльвира Юнысова бөтөнләй башҡа һында – фарсы сибәрбикәһе Бибинур сүрәтендә. Уның Бибинуры затлы Шәреҡ кейемендә, Абдрахмандың күҙ майҙарын иретеп наҙлы ым-хәрәкәте менән уны ләззәт һәм рәхәтлек донъяһына әйҙәй. Үҙенең күңеле хасил иткән ошо образға арбалып, Абдрахман тамам аҡылдан яҙа. Фарсы ҡыҙын ҡотҡарам, тип ҡабат-ҡабат һыуға ташлана, уның янында булырға, уны һөйөргә хыяллана. Әммә ләкин бер ҡатлы Абдрахман әлегә һөйә белмәй (әллә онотҡанмы?). Бибинурға тиреҫкә ҡатҡан һырылған салбар, фуфайка кейҙереп, ул ҡыҙҙың күркәмлеген боҙа ғына. «Бындай кейем кейеп һөйөшөп буламы ни?» – Бибинур ғәжәпһенә, ауыр тупаҫ кейем ҡапсығынан сиркәнеп, үҙ өҫтөнән һалып ташлай. Абдрахмандың Бибинур менән һөйләшеүе – ул Абдрахмандың үҙ-үҙе менән диалогы, шул эске аңлашыу арҡаһында уның, ниһайәт, донъяға күҙе лә асыла. Бибинурҙы уйлап, дәрте ташып, ул үҙ бисәһен ҡоса һәм уға шиғырҙар һөйләй, ә Эльвира Юнысованың Миңнисаһы – ғүмерендә лә шиғыр тыңламаған, ир ҡосағы тәмен онотҡан «болғауыс», «үрмәксе ҡарсыҡ» – аҡырып иларға тотона. Абдрахман айнып китеп, ҡото осоп ҡарсығын үҙенән этеп ебәрә, тегеһе гөрһөлдәп ҡаҡ иҙәнгә оса. «Һөйкөмһөҙ ҡатындан һөйөклөгә әйләнеүҙе актриса бик тә ябай һәм тәбиғи уйнай, – тип яҙа Елена Стрельцова. – Шул саҡ яңынан тыуған һөйөү ихласлығы күңелдәргә тула. Мөхәббәт кире ҡайта – тормош та яңынан башлана». Ф.Кроммелинканың «Иҫ китмәле мөгөҙлө ир» (1994) спектакле Исрафилов ҡуйыуында Эльвира Юнысова уйнаған Стелланың яңы кеше булып тыуыуы һөйөүҙең табылыуына түгел, ә уны юғалтыуға бәйле. Спектакль башында Стелла–Юнысова биҙәүестәргә сорналған ҡурсаҡ кеүек: күперектәй ҡабарынҡы аҡ күлдәк, елферҙәк селтәрле-семәрле ҡалпаҡ, таҫмалы аҡ ботильондары ялт итә, ап-аҡ ҡомғандан яһалма сәскәләренә һыу һибә. Тән хәрәкәттәре механик ҡурсаҡтыҡы, үҙе бер туҡтауһыҙ керпектәрен уйнатып күҙҙәрен асалаҡ-йомалаҡ уйната. Ҡошсоҡтарҙың сырҡылдауы-сутылдауы был идиллияны тамам тултыра. «Һеҙ ситлектә йәшәргә тыуғанһығыҙ, – тип сыңғырлап көлә-көлә ҡушыла ул ҡоштарға. – Ә мин һөйөргә тыуғанмын, Брюноны һөйөргә!» Ошо фраза аша режиссер спектаклдең төп фекерен алға сығара: Стелла тап ошо ҡоштар ише матур йортта-ситлектә йәшәй, бер ҡайҙа сыға алмай, иренә тамам буйһонған. Брюноны яратыу уның өсөн – изге бурыс, һәм бөтә фиҙаҡәрлеген, яуаплылығын һалып был бурысты үтәй ҡатын. Әммә был һөйөүҙең ихласлығы ни сама? Брюно–Ханов күренеү менән Стелла уға һөйөү уйынын башлай: бәләкәс ҡыҙ кеүек реверанс яһап борғолана, шатлыҡтан һикергеләп, сәпәкәйләгән була йәки битен устары менән ҡаплап, илаған була – уның бындай ҡылансыҡланыуы Брюноға ифрат оҡшай. Ул һөйөнөсөнән нишләрен белмәй, бисәһенә һоҡлана, уның әле иңбашын, әле биттәрен, әле ҡулдарын йә түштәрен үбә. Бындай һылыулыҡ, нәзәкәтлек тик уныҡы ғына булыуына кинәнә. Брюно өсөн Стелла бары тик ҡиммәтле һәм матур әйбер, ир уны үҙенсә ярата һәм юғалтыуҙан ҡурҡа. Йортона килгән ҡәйнеше Петрюс (Х.Үтәшев) алдында маҡтанып, ҡатынын нисек ныҡ яратыуын аңлатыр һәм уның һылыулығын тасуирлар һүҙ таба алмағас, Стеллаға күлдәк итәген күтәреп үҙенең ҡупшы аяҡтарын ҡунаҡҡа күрһәтергә ҡуша. Ҡатын хужаһының теләген үтәй: тәүҙә тыңлаусан ғына итеп үҙенең матур аяҡтарын күрһәтә, унан тағы (был уға бик уңайһыҙ тойолһа ла) түштәрен дә асып күрһәтә. Әммә аҙаҡ, Брюно тора-бара сиктән сығып көнләшеү сире менән ауырып киткәс, Стелла яйлап ҡына ҡурсаҡтан кешегә әүерелә. Был метаморфоза-үҙгәрештең тәүге билдәһе икенсе акт башында күҙәтелә, шунда Стелланы көйәнәк тота. Ана, Брюно ҡатынына көләпәрәле плащ – ҡара япма бөркәй, йөҙөнә карнавал битлеге ҡаплай – бер кем дә уның һылыулығын күрергә тейеш түгел. Ә уға Стелланың япмаһы аҫтында кемдер боҫоп тора кеүек тойола. Ул ҡатынына: «Күтәр япмаңды! Ас итәгеңде! Төшөр итәгеңде!» – тип әллә нисә ҡат ҡысҡыра торғас, Стелла һуштан яҙа. Иҫенә килгәс, Стелла илай-илай иренә тоғролоғона ант итә, һөйөклө Брюнонан башҡа бер кеме лә юҡлығын иҫбатларға тырыша, ахыр сиктә «Үлтер әйҙә мине!» – тип һыны ҡатып үкһеп иҙәндә аунай. Шул саҡ Брюно ҡатынының битлеген сисеп ташлай һәм беҙҙең алда бөтөнләй икенсе Стелла пәйҙә була – был инде ҡурсаҡ түгел, ә ҡурҡышынан аҡылын юйған тере йән эйәһе, меҫкен мәхлүк. Һөт инәһе Гөлли Мөбәрәкова менән булған сәхнәлә Стелла унан һорай ҡуя: «Нишләп ышанмай ул миңә?» Әммә Стелланы ҡарап үҫтергән һөт инәһе лә, уға «бәләкәсем» тип кенә торһа ла, (ысынында, тауышында һис бер наҙ юҡ) уның хәленә битараф. Шекспирҙың «Ромео менән Джульетта»һындағы, Расиндың «Федра»һындағы Һөт инәләре кеүек, быныһы ла Стеллаға бик еңел генә юрап ҡуя: «Башҡа кейәү табырһың». Стелла иһә иренең ҡаты бәғерле хаяһыҙ ғәйепләүен һәм хыянатын ауыр кисерә. «Мин япа-яңғыҙмын», – кинәт тетрәнеп ҡурҡыуға ҡала. Йортта ниҙәр булғанын күреп-белеп торған Һөт инәһе әйләнгән һайын ваҡ тәҙрә-төнлөктәрҙән барыһын да күҙәтә, иллә мәгәр Стеллаға бик кәрәкле йылы һүҙҙе, аҡыллы кәңәште бирергә эшкинмәй, бер ни булмағандай бәйләм бәйләп маташа, ваҡ-төйәк менән булыша. «Мә, алма ашауың яҡшыраҡ», – тип үҙе тәрбиәләгән балаға, үкһеп илаған Стеллаға, дорфа өндәшә һәм тупаҫ итеп алма ырғыта. Юнысованың Стеллаһы Илаһтың барлығына ышана. Ул Хоҙайға ихлас табына. Корнелия – Суфия Ҡорбанғәлиева менән Флоранс – Нурия Ирсаева күҫәктәр күтәреп уның янына ирҙәрен эҙләп килгәс, ҡаты әр һүҙҙәре яуҙырғас, Стелла ҡапыл Хоҙай язаһынан ҡурҡыуға төшә: «Улар мине ҡарғаны. Хәҙер мин тамуҡта янам бит». Ҡото осоп ул илаулап ҡысҡыра: «Мин йәнемде лә, тәнемде лә һаҡлай алманым!» Был һүҙҙәрҙә донъя асылын төшөнөүе сағыла. Бәләкәй ҡыҙ, ҡурсаҡ Стелла кинәт үҙенең йәне хаҡында уйлай башлай һәм тап ошо мәлдә өлгөргән ҡатынға – кешегә әйләнә. Иң аҙаҡта, Брюно ҡоторонған бәндәләр өйөрөнә Стелланы ысынлап сығарып ташлағас, ул аҡылдан яҙа. Финалда, барыһына буйһонған йыуаш ҡына ҡатындың һамағын көйләп, Эльвира Юнысованың Стеллаһы сәхнә уртаһындағы арка аҫтында тора, хас ситлектәге ҡош кеүек. Әммә аҡ күлдәге өҫтөнән эш үгеҙҙәрен ҡыуыусының һоро япма-плащын кейгән, бөҙрә һары сәстәре бысранған һәм туҙғыған. Спектакль башында ул көтөүсегә: «Һеҙҙән насар еҫ килә, унан һаҡалығыҙ ҙа сәнскәкле!» – ти, уның һүҙҙәре башта тәкәбберлек билдәһе булһа, әле үҙен кәмһеткән кешеләр өйөрөнә ҡарата әйткәне булып, бөтөнләй икенсе яңғыраш ала. Стелла ҡаты ҡырыҫ ерҙә үҫкән наҙлы сәскә кеүек, был ҡырағай сәнскәктәр араһында үҫә лә алмай, бер ҡасан да сәскә атмаясаҡ, уларҙың ҡыҫымынан һындырылған. Ҡалын тиреле, түбән мәҙәниәтле, аңһыҙ көнкүрешле әҙәмдәр гүйә Питер Брейгел картиналарынан төшкән, һәм улар матурлыҡҡа ынтылған, нескә күңелле Стелланы тапап, иҙеп үтә. «Иҫ китмәле мөгөҙлө ир» спектакле Эльвира Юнысова өсөн сабырлыҡҡа һәм профессионализмға ныҡлы һынау була. Бик тәрән эске трансформация – күңел үҙгәреше кисергән героиняһы актрисанан рухи тотороҡлоҡ ҡына түгел, ныҡлы физик көсөргәнеш талап итә. Был постановкала актриса бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә: һикерә, иҙәндә тәгәрәп йөрөй, баҫҡыс буйлап өҫкә-аҫҡа үрмәләй, уны бер туҡтауһыҙ күтәрәләр, ҡулдан-ҡулға ташлайҙар, һауаға ырғыталар. Спектакль был осорҙа труппаның да ни хәтле юғары әҙерлекле һәм сыныҡҡан физик формала булғанын күрһәтә. Спектаклде Мәскәү тамашасыһы ҡарағандан һуң баш ҡаланың театр белгестәре сығыштарынан «Советская Башкирия» гәзитендә баҫылған өҙөмтәләр быға шаһит. Шуларҙан, А.Свободин былай тип яҙа: «Стелла ролен башҡарыусы бик үткәреп, оҫта уйнай. Мин уны, ғөмүмән, бөтә ғәмәл үҙәгенә ҡуйыр инем. Эльвира Юнысова һомғол, пластик һығылмалы, музыкаль һәм тәбиғи». А.Г.Карпусь билдәләүенсә: «Стелла былай ҙа мыжғып, ҡайнап торған кеше өйөрө өҫтөндә туп шикелле уйнай. Шул арала роленә күрә теремеклеген, самими ихласлығын юғалтмай, тормошта башҡарыусының үҙенә хас яҡтарын да күрһәтә». Г.Дадаяндың фекере бигерәк тә ҡыҙыҡлы тойола: «Төп героиня өсөн ифрат ныҡ ҡурҡтым. Уйын барышында ул балаларса самимилығын, алсаҡлығын һаҡларға тейеш ине, тап шул яғы өсөн тамашасы Стеллаға ышана, йәлләй, аңлай бит. Эльвира Юнысова һәйбәт уйнаны. Ул роленең бөтә нескәлектәрен асып бирә алды. Ә, ғөмүмән, был спектаклдә мин ошо театрҙың юғары мәҙәнилеген күрҙем, бындай дөйөм ҡаҙанышҡа һәр бер коллектив ынтылырға тейеш». Рифҡәт Исрафиловтың 1996 йылда Башҡорт театрынан китеүе арҡаһында уҡыусылары етемһерәп ҡала, ә театр оҙаҡ йылдарға «башһыҙ» йәшәргә мәжбүр ителә. Академия театры өсөн ябай булмаған был осорҙо айырым тикшереү кәрәктер, ә был юлы беҙ актерҙарҙың яңы шарттарға яраҡлашырға тейеш булыуын әйтеп китәйек, әлбиттә, яңы ижтимағи-мәҙәни ваҡиғалар солғанышында театрҙың данлы-шанлы исемен һаҡлау бурысы ла бар ине. Үҙҙәрендә режиссерлыҡ ресурстары тулыһынса юғалыу-ҡороу сәбәпле, театр тупһаһы аша ситтән килгән режиссерҙар инә башланы. Репертуарҙа атамалар, исемдәр, жанрҙар төрләнде. Ҡай саҡ художество яғынан етлекмәгән, ҡаты режиссер ҡулы теймәгән, етди ижади эшкәртелмәгән пьесалар ҙа сәхнәгә менде. Тамашасы ағымын үҙҙәренә ҡайырыу өсөн генә ашыҡ-бошоҡ эшләнгән шоу-спектаклдәр ҙә йышайҙы. Бына ошо һынылышлы 2000-селәр аҙағында Башҡорт театрында Айрат Абушахмановтың «Кәкүк ояһы өҫтөнән осҡанда» (К.Кизи, 2008) спектакле донъя күрә, унда Эльвира Юнысова Өлкән апай Мисс Гнусенды уйнай. Был ап-аҡ халатлы һәм төп-төҙ арҡалы ҡаты бәғерле ҡатындың боҙҙай ҡатырылған ҡырыҫ һәм аяуһыҙ стериль образы. Юнысованың яңы героиняһы бик матур, әммә Ҡар батшабикәһеләй, йән өшөткөс һалҡын һәм яҡын килмәҫлек текә. Гүйә Башҡорт театрының ошо күренекле спектакле аша, тап ошо роль ярҙамында, актриса ғүмере кеүек күргән иң ҡәҙерле асылын – театрын үҙе-үҙенән тартып ала. Бөтөнләй ҡапма-ҡаршы яҡҡа сығып китә. Әммә кире әйләнеп ҡайтыуы хас вудиалленса – дәртләнеп, илһамланып, янып, яратып ҡайта һәм үҙ театрында Вуди Аллендең «Парящая лампочка» («Осмалы шәм») пьесаһы буйынса Нәркәс Искәндәрованың «Хәйерле иртә, Энид!» спектаклендә уйнай. Энид роленә ингәндә тәбиғәттән бирелгән һәләт-мөмкинлектәре актрисала яңы көс менән асылып китә. Күптән, эйе, бик күптән актриса шул тиклем дә бирелеп, йөҙөп йөрөп уйнағаны юҡ ине бит. Беренсе бүлектә уның сәйер генә кейемгә уранған героиняһы нисә йәштә булыуын да белеү ҡыйын. Ҡарт әбейгә оҡшаған, ә пьеса буйынса Энид ҡырҡ йәштәрҙә генә. Өҫтөндә әллә нисә ҡат әләм-һәләм – ергә һөйрәлгән итәк, иңендә әллә ике ҡат ирҙәр пинжәге йә кофта, аяғында олоғара итектәр, башында иҫке яулыҡ, ә битен ипһеҙ ҙур күҙлек ҡаплай. Бөтә ҡиәфәте-ҡыбырлауы уның сиктән ашып арығанын күрһәтә. Эштән арыу, аҡсаһыҙлыҡтан арыу, йәшәүҙән арыу. Энид–Юнысова фатирына ҡайтып инә лә тапочкаһының һыңарын таба алмай, оҙаҡ хитланып эҙләй, үҙе һыңарының аяғында икәнен абайламай, ҡарлыҡҡан иләмһеҙ тауыш менән улдарына мыжыуын белә. Тутыҡҡан тимер шығырҙауына оҡшаш тауышында саҡ ҡына ла яратыу, әсәлек хисе юҡ. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ Энид күптән был донъяла юҡ. Әгәр ҙә тәүге бүлектә ул арыған, талсыҡҡан, үтә яңғыҙ һәм тормош мәғәнәһен дә юғалтҡан кеше сифатында күренһә, икенсе бүлектә уның героиняһы сәскә ата. Ул бөтөнләй үҙгәрә. Һәм был икенсегә әүерелеш тышҡы яҡтан ғына түгел – хәҙер килеп ул ғәжәйеп нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ сифатында һәм алтмышынсы йылдар модаһынан килешле элегант күлдәктә, ҡыҙыл муйынсаҡ тағып, һоҡланғыс «бабетта» прическаһы менән килеп сыға, ә иң мөһиме, ул эстән дә башҡа кеше була. Нисәмә йыл эсендә тәү тапҡыр ул ифрат тулҡынланып шоу-бизнес менеджеры Джерри-Уэкслер менән осрашыуға әҙерләнә; уны лайыҡлы ҡаршылар өсөн эләгә-тәгәрәй өйөн йыйыштыра. Ләкин уның уйнауында сәбәләнеү йәки саманан шаштырыу юҡ, юрый ҡыланып хәсрәтләнеү ҙә юҡ. Ә ихлас йөрәк, балаларса мөғжизәгә ышаныу, килер кешене йән атып көтөү бар. Ә улы менеджерҙы арбарлыҡ итеп ябай ғына фокус та күрһәтә алмағас, ул тушы ағып киткәнен дә онотоп, Педро Альмодовар фильмы героиняһы кеүек, әрнеп илай – был мәлдә уның һуңғы өмөтө өҙөлә – ошо урында ул яп-ябай ҡатынға әйләнә. Һәм йәнә актриса Эльвира Юнысова ошо бер ролдә төрлө сифаттарҙы тоташтыра: бер яҡтан – йәмһеҙ, тупаҫ, фарс стихияһы, ә икенсе яҡтан – наҙлы һәм күңелсәк холоҡ. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының күренекле әйҙәүсе актрисаларының береһе, сәхнә оҫтаһы, йәштәргә өйрәтер тәжрибәле коллега. Йылдар үтеү менән актрисаның профессионализмына яңы һыҙаттар өҫтәлгән: лирик хиссиәт тәрәнерәк, фарс тағы ла сая һәм үткерерәк, социаль һәм трагик мотивтар ҙа етерлек. Я.Пулинович «Жанна. Артабан яңы көн тыуа» спектаклендә Жанна ролен (режиссеры Айрат Абушахманов), Р.Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@точка.ru»һында Рәмзилә (режиссеры Илнур Муллабаев), Ф.Бүләковтың «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме...» спектаклендә үҙәкте өҙгөс Ҡарсыҡ роле (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев), Ҡол Ғәлиҙең «Йософ менән Зөләйха»һындағы гүзәлдәрҙән-гүзәл Зөләйха (режиссеры Олег Ханов), М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ындағы тетәбикә Уңғанбикә (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев) бай колоритлы образдар уйнай. Эльвира Юнысованың һуңғы осорҙағы мәртәбәле сәхнә эштәренең береһе А.П.Чехов әҫәре буйынса «Ваня ағай» (режиссеры С.Пектеев) ғәжәп сәйер холоҡло Войницкая Мария Васильевна роле, ул профессор Серебряковҡа баш-тояғы менән бирелгән, ниндәйҙер параллель донъяларҙа үҙ мәйеле менән йәшәй, Нина Заречная монологтары менән илһамлана... Актриса Юнысова бер ваҡытта ла эксперименттарҙан ҡасмай, өркмәй, иң ҡыйыу ижади проекттарға ла ҡуш ҡуллап ҡушылып китә һәм йәш амбициоз көстәр менән йәнәшә эшләргә ярата, шулай уҡ хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссура алымдары уға бик яҡын, шуға күрә лә ул һәр көн ҡайҙалыр эшләй, уҡый, яна, ижад итә һәм тамашасының яратып көтөп алған актрисаһы булып ҡала.
Айһылыу СӘҒИТОВА
Руссанан Сәрүәр Сурина тәржемәһе. 2025 йыл
"Тамаша" журналы, 2025 йыл, 3-сө һан