Бейеү сәнғәте
«Яҙмышым етәкләп йөрөтә»
Сәхнәгә сыҡҡан ансамбль бейеүселәрен, ғәҙәттә, тәү ҡарашҡа бер-береһенән айырып булмай. Уларҙың костюмы ғына түгел, буй-һыны, ҡиәфәте бер иш кеүек. Сибайға йәшәргә килеп, концерттарға йөрөй башлағанда мин бейеүселәр араһынан Айтуған Дәүләткирәевты ғына айырып таный инем. Коллегалары кеүек үк хәрәкәттәр эшләһә лә, ниңәлер ҡарашы, йылмайыуы менән айырылып, иғтибарымды йәлеп итте. Бөгөн ул — Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем йөрөткән данлыҡлы бейеүсе. Ҡасандыр үҙе бейегән «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балетмейстеры. Күптән сәхнәләрҙә бейемәһә лә, мин уны бөгөн дә сығыш яһаусы бейеүселәр араһында осратам. Юҡ, күҙемә күренмәй, мин уны ысынлап та күрәм. Тик уның исеме Айсар. Эйе, Айтуған Әхмәт улы Дәүләткирәевтың улы — бөгөн ансамблдең өмөтлө йәш бейеүсеһе. Башҡа тамашасылар нисектер, ә бына мин Айсарҙа атаһының күсермәһен күрәм. Хикмәт йөҙ оҡшашлығында ғына түгел, хәрәкәттәре лә, ҡараштары ла, ымдары ла шул уҡ һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, алма ағасынан алыҫ төшмәгән.
Шулай итеп, бөгөнгө әңгәмә аталы-уллы бейеүселәр Дәүләткирәевтар менән.
— Айтуған Әхмәт улы, сығышығыҙ менән Әбйәлил районынан икәнегеҙ ҙә, Башҡортостандың халыҡ артисы булыуығыҙ ҙа мәғлүм. Ә бына ниндәй ғаиләлә үҫеүегеҙҙе, бала саҡтағы мауығыуҙарығыҙ, шөғөлдәрегеҙ хаҡында еблмәйбенҙ. Шул хаҡта ла бер аҙ һөйләп китһәгеҙсе?
—Мин Амангилде ауылында 8 балалы ғаиләлә 7-се бала булып буй еткерҙем. 4 апайым, 2 ағайым һәм һеңлем бар. Атай-әсәйем ябай кешеләр булды. Үткән быуаттың 80-се йылдарында, колхоз-совхоздар геүләп эшләп торған мәлдә, баҫыу эшселәренә ауыл мәҙәниәте йортоноң һәүәҫкәр әристәре концерт ҡуя ине бит. Шунда апайҙар, ағайҙар мине үҙҙәре менән алды. Бәләкәйҙән бейенем. 1982 йылда республиканың һәләтле балаларын Өфөгә йыйып йөрөнөләр, шул осорҙа мин дә баш ҡалабыҙҙың музыка мәктәбенә эләктем. Баян класында уҡыным. Беҙҙе алгебра, геометриянан уҡытыусы арҙаҡлы замандашыбыҙ Юлай Ғәйнетдиновтың ҡурай түңәрәгенә лә йөрөнөм.
—Туҡтағыҙ әле, беҙ һеҙҙе бейеүсе тип ултырабыҙ...Ә һеҙ баян да, ҡурай тиһегеҙ?
—Эйе, мин баянда, гармунда, ҡурайҙа уйнайым... Тағы ла нервыла ла уйнай беләм (көлә).
— Нисек инде? Ә ниңә бейеүсе булып киттегеҙ һуң улайһа?
—Миңә бер ҡасан да үҙемә юл һайларға тура килмәне, нисектер осраҡлы килеп сығып торҙо тип әйтәйемме, әллә яҙмыш үҙе мине «етәкләп» йөрөттөмө?! Музыка мәктәбенә лә апайҙарым «ҡоҙаланы». Тыңлаусан ғына ҡусты булараҡ, тимәк, шулай кәрәк тип барҙым. Бейеү менән дә шулайыраҡ килеп сыҡты. 1986 йылда КПСС-тың 27-се съезында Мәскәүҙә һәр төрлө республикаларҙан сығыштар булырға тейеш тип, беҙҙе шунда әҙерләй башланылар. Унда мин 6-сы класта уҡый инем. Кремль һарайында тиҫтерҙәрем, билдәле сәнғәт әһелдәре менән бергә сығыш яһаныҡ. Александра Пахмутова, Лев Лещенколар менән бер сәхнәлә йөрөнөк. Был хәл март айында булды, ахыры. 6-сы класты тамамлағанда ул тәьҫораттарҙан айнып етмәгәйнем әле. . Яңы уҡыу йылы башланғас, Өфөгә музыка мәктәбенә килһәм, бер малай миңә: «Һине уҡы:ған ҡыуғандар»,—ти. Аптыраным да киттем. Башымда төрлө уйҙар сыуала башланы: ҡыуылыр хәлгә етерлек ниндәй яман ҡылығым булды икән, тип аптырандым. Барып һорашһам, ҡыумағандар икән, ә мәҙәниәт министрлығы күрһәтмәһенә ярашлы, хореография училищеһына күсергәндәр. Быны ишеттем дә тағы аптырашҡа ҡалдым. «Хореография» һүҙе «хор» һүҙенән алынған тип уйланым әле ул. Хорҙа йырлағым килмәне һәм уҡыуымды ташлап, ауылға ҡайттым да киттем. 21 сентябрҙә ауыл мәктәбендә уҡып ултырһам, 22 сентябрҙә иртәнге 9-10-дарҙа Өфө хореография училищеһында физика дәресендә инем (көлә). Сөнки Юлай ағай Ғәйнетдинов хат яҙған, кире килеп етергә ҡушҡан. Фатима апайым алып барып ҡуйҙы инде. Марат Әғләм улы Кәримов етәкселегендә хореография класын тамамланым. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Рим Әбделмәновтың «төртөп күрһәтеүе» арҡаһында Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә барып юлыҡтым. Әйткәндәй, әлеге көндә лә Рим Сәлимйән улы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Бер йыл бейегәндән һуң, Өфө сәнғәт институтының актерҙар әҙерләү бүлегенә — СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова курсына индем. Билдәле актерҙар Нурия Ирсаева, Хөрмәтулла Үтәшевтарҙа уҡыуым менән бәхетлемен. Шул мәлдәрҙә минән бер курс алда уҡыусы Айсыуаҡ Йомағолов Башҡорт дәүләт универитетында «Ирәндек» бейеү ансамбле барлығын әйтте. Шунда барҙым, Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова етәкләй ине уны. Аҙаҡ иһә Урал аръяғынан бер төркөм талантлы егет-ҡыҙҙар Сибайҙа асылған филармонияға эшкә ҡайттыҡ.
— Һеҙгә бер генә көн дә ҡайҙа барырға, кем булырға, тигән уй башығыҙға инеп тә сыҡмаған, ахыры. Ысынлап, яҙмышығыҙ һеҙҙе уңға ла, һулға ла ебәрмәй үҙе «етәкләп» алып тик йөрөгән. Ә шулай ҙа бәләкәй Айтуғандың күңелендә ниндәйҙер хыял булғандыр бит. Кем булырға теләй инегеҙ?
—Төпкә төшөп уйланып ултырғаным булманы. Әммә күңелем менән билдәле кеше булырымды һиҙә инем. Ҡайһы саҡ хәрби булырға ине, тигән уй ҙа инеп алғыланы ул.
—Бейеүселәр иртә пенсияға сыға бит инде. Ә һеҙ филармониянан хаҡлы ялға китеп, сит тарафтарҙа ла эшләп алдығыҙ, шулаймы?
—Эйе, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында, унан Борай районында эшләнем. Себер тарафтарында ла йөрөп килдем. Ошо арала Тверь өлкәһендә киноға төшөп өлгөрҙөм. Дуҫым, коллегам Урал Мортазин тәҡдиме менән Рәсәйҙең танылған кинорежиссеры Константин Бусловтың «Злой город» фильмында уйнарға тура килде. Был тулы метражлы фильм яҡын көндәрҙә тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ. 2024 йылдың октябрендә йәнә үҙемдең тыуған филармониямда, хәҙер инде Сибай концерт-театр берекмәһендә балетмейстер-ҡуйыусы булып эшләп йөрөйөм.
—Әле улығыҙ Айсар менән һеҙ коллегалар. Һеҙ «ҡоҙаланығыҙмы» бейеүгә?
—Юҡ, мин, киреһенсә, балаларымдың сәнғәт кешеләре булыуын теләмәгәйнем.
—Айсар, был дөрөҫмө?
—Эйе. Мин үҙем бейеүҙе үлеп яратам. Бала саҡтан бейенем. Атайым менән сәхнәгә лә сыға инем. 6 йәштән ҡалалағы «Гөлдәр» ансамблендә шөғөлләндем. Шулай ҙа башҡорт лицейын тамамлау менән Баймаҡ яғыулыҡ-энергетика колледжына юлландым, «газовик» һөнәре алдым. Газ торбалары һуҙыу буйынса проекттар эшләүе оҡшай миңә. Уҡытыусыларым ошо юҫыҡта эшләргә лә кәңәш итә ине. Әммә күңелем бейеүгә тартыла. Әле М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында хореография йүнәлешендә уҡыйым, шул уҡ ваҡытта «Сибай» ансамблендә бейейем.
—Йөҙгә бигерәк йәш күренәһең...
—Шулай тиҙәр, уҡыусы ғына тип уйлайҙар. Әммә мин өйләнгәнмен. Кәләшем Розалия Сибай сәнғәт колледжында уҡый, ул да бейей.
—Атайыңа оҡшаталармы?
—Эйе, атайыма оҡшатып таныусылар бар.
—Атайың кәңәштәр бирәме?
—Әлбиттә, бирә. Ҡайһы саҡ мин уға өйрәтеп ҡуям (көлә).
—Яратҡан бейеүселәрең бармы?
—Мөхәмәт Иҙрисов, Рәмил Мехдиев, Хәбир Аралбаев һәм атайым. Шулай уҡ Аргентина бейеүҙәрен яратам. Шаян бейеүҙәр оҡшай. «Заман байығы», «Һунар сыҡтым» һәм башҡаларҙы яратып башҡарам.
—Ә һеҙ, Айтуған ағай, ниндәй бейеүҙәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
—Айырып ҡарамаҫ инем. Бейеүсе бөтә бейеүҙе лә башҡара алырға тейеш. Шулай ҙа халыҡ бейеүҙәрен яратам, төрлө милләт бейеүҙәрен һалырға ла тура килде. Мари-Элда практика үткәс, мари бейеүҙәре лә ҡуйҙым.
—Ә ҡайһы милләттең бейеүе ауырыраҡ икән?
—Бөйөк бейеүсе Махмуд Эсембаев әйтеүенсә, иң ауыры башҡорт бейеүе. Бында аяҡ-ҡулдар ғына түгел, һәр бармаҡ бейей, күҙ ҡарашы, ҡашты һикертеү ҙә нимәлер һөйләй.
—Айсар, һин бейеүсе булмаһаң, газ өлкәһендә белгес булып йөрөр инеңме икән?
—Әллә, бәлки, спорт яғынан китер инем. Футбол уйнарға яратам... (уйлана). Юҡ, барыбер бейеүсе булыр инем ул!
—Ай-һай, нәҫелегеҙҙә бейеүселәр булғандыр, бигерәк бейеүгә мөккиббәнһегеҙ. Айтуған ағай, ни әйтерһегеҙ?
—Эйе, әсәй яғынан ҡартатайымды, ҡарт ҡартатайымды бейегән тиҙәр. Ғөмүмән, беҙҙең башҡорт халҡы йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ халыҡ бит. Әле Диана ҡыҙым, Айсарҙың һеңлеһе була инде, медицина колледжында уҡыһа ла бейеү тип йән ата. Уҡыу йортонда бейей. Ҡандан күсәгилешлек барҙыр.
—Һеҙ йыш гастролдәргә сығаһығыҙ? Ҡыҙыҡ хәлдәр булғылаймы?
—Эйе. Хатта беҙҙең үҙ «йолабыҙ» бар бит. Уны тамашасылар белмәйҙер ҙә әле. Гастролдең һуңғы көнөндә мотлаҡ беребеҙ шаяртыу рәүешендә бейеүҙе үҙгәртеп, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы нәмә уйлап сығарабыҙ. Ансамбль бейегәндә уйламаған ерҙә берәй хәрәкәт эшләйбеҙ, ул бейеүҙә ҡатнашмаһаҡ та килеп сығабыҙ ҙа ҡушылып бейейбеҙ. Был бейеп йөрөгән коллегалар өсөн «шок» була, әммә улар тамашасыларға һиҙҙермәй үҙ эшен аҙағынаса башҡарырға тейеш. Бер шулай гастроль дауамында бубенды һәм үзбәк милли кейемен йәшереп алып йөрөнөм. Концерт мәлендә,
коллегалар үзбәк бейеүен бейегәндә, бубен тотоп, араларына барып инеп киттем. Тегеләрҙең көлкөһө килә, әммә ярамай. Тамашасы ни шулай тейеш тип ҡарап тик ултыра. Урын-еренә еткереп, бер нәмә һиҙҙермәй бейеп сыҡтыҡ. Аҙаҡ көлөшәбеҙ инде. Ундай саҡтар күп була.
—Һөнәрегеҙ күңел асыуға ғына ҡоролмай бит инде. Ауырмы эшегеҙ?
—Һәр эштең үҙ ауырлығы. Юҡҡа ғына хаҡлы ялға иртә сығармайҙарҙыр. Әммә яратҡан эш ялҡытмай. Һәр кем күңеленә яҡын йүнәлеш буйынса эшләһә, уның һөҙөмтәһе күпкә уңышлы, сифатлы була.
— Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Резеда Усманова.
Сибай ҡалаһы.
"Тамаша" журналы, 2025 йыл, 2-се һан