+14 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
31 Июля 2025, 07:19

Мөжәүир хәҙрәттең фекерҙәре хәҙерге заман психологтарыныҡы менән дә тап килә

Мөжәүир хәҙрәттең аҡылы хаҡында һәр кемебеҙ хәбәрҙар. Ә бына уның фекерҙәре хәҙерге заман психологтарыныҡы менән дә тап килә.

Мөжәүир хәҙрәттең фекерҙәре хәҙерге заман психологтарыныҡы менән дә тап киләМөжәүир хәҙрәттең фекерҙәре хәҙерге заман психологтарыныҡы менән дә тап килә
Мөжәүир хәҙрәттең фекерҙәре хәҙерге заман психологтарыныҡы менән дә тап килә

"Ҡатыныңа игелекле булһаң, эшең дә, тормошоң да алға китер", - тип хәҙерге ир менән ҡатын араһында мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу буйынса кәңәштәрен бирә психологтар.

Мөжәүир хәҙрәт был хаҡта ни тигән икән? Лира Яҡшыбаеваның "Мөэәүир хәҙрәт"китабынан уҡыйыҡ:

"1963 йыл ине, тормошобоҙ ниңәлер киреләнеберәк китте. Иремде, улымды алдым да Манһырға киттек. Иремә ҡарап ул бөтәһен дә нисек бар шулай туп-тура әйтте лә һалды:

- Хәкимйән ҡусты, һин өйләнгәндә киленде алтын тауҙар вәғәҙә иткәндәй булып алғанһың. Вәғәҙәңә тоғро булып ҡал, йәме. Шул саҡта үҙең дә, ҡатының да, балаларығыҙ ҙа бәхетле булыр."

Ҡәйепколова Фәриҙә, 1937 йылғы. Сибай ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас