+23 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
13 Июня 2025, 14:37

ЙҮРМӘ

Йүрмә – башлыса башҡорттарҙың яратып әҙерләгән аҙығы

ЙҮРМӘЙҮРМӘ
ЙҮРМӘ

“Күптән түгел Ҡаҙағстанда булғайным. “Йүрмә – башлыса башҡорттарҙың яратып әҙерләгән аҙығы”, – тип һөйләгәндәрен ишетеп, хайран ҡалдым. Үҙебеҙгә ҡайтҡас, ошо үҙенсәлекле ризыҡ һәм уны әҙерләү хаҡында мәғлүмәт туплай башланым.

Ярымкүсмә тормош менән йәшәгән башҡорттар өсөн был аҙыҡ бик ҡулай булған, күрәһең. Һыйыр йәки һарыҡ эсәктәрен сәс кеүек итеп үргәндәр ҙә, ҡаҙанда ҡурып, үҙҙәре менән юлға алғандар. Оҙон юлда ла йүрмә боҙолмаған һәм туҡлыҡлы булыуы менән юлсыны асығыуҙан ҡотҡарған. Иң ҡәҙерле ҡунаҡҡа, юлаусыға ла хужалар тәүләп йүрмә тәҡдим итер булған. “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигән мәҡәл ошонан килеп сыҡҡан да инде. Йөрөгән өмәсегә мотлаҡ йүрмә эләгә тигән мәғәнәне лә аңлата ул.

Быуаттан-быуатҡа күсә килә йүрмәне әҙерләү ысулы ла яйлап үҙгәрә, төрлөләнә барған. Йәғни заманса төҫ алған”, – ти Рәзилә Фәтих ҡыҙы.

Сығанаҡ - https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2019-11-01/y-rm-milli-a-y-yby-792026

 

 

Автор:
Читайте нас