+18 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июня 2025, 14:27

Уны Ватан һаҡсыларыбыҙ ғына түгел, ә барыһы ла йырлай

Видеояҙмала Баймаҡ районы Бетерә ауылы егете Артур Ғәҙелшин “Башҡортостан егеттәре” йырын башҡара. Үҙе яҙған йыр...

Добавить в предпочтительные источники Google
Уны Ватан һаҡсыларыбыҙ ғына түгел, ә барыһы ла йырлайУны Ватан һаҡсыларыбыҙ ғына түгел, ә барыһы ла йырлай
Уны Ватан һаҡсыларыбыҙ ғына түгел, ә барыһы ла йырлай

МХО-ла батырҙарса һәләк булған Артур Альберт улы Ғәҙелшинде баймаҡтар 1 июндә һуңғы юлға оҙатҡан.
“«Башҡортостан егеттәре» йыры махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең рухи гимнына әүерелде. Уны Ватан һаҡсыларыбыҙ ғына түгел, ә барыһы ла йырлай. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған һәр сара ошо йыр оҙатыуында үтә”, – тип яҙа үҙенең телеграм-каналында район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. Асыҡ, йор һүҙле, шәп егет ине, ти. “Айджи” (батырҙың позывнойы) яуҙа йөрөгәндә лә йырҙар яҙған.
Әсәһе Сәрүәр апайға, атаһы Альберт ағайға, яҡындарына Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Рухлы йырҙары менән дә, батыр яугир, тоғро дуҫ, ярҙамсыл иптәш булып та күптәрҙең күңелендә йәшәр ул Артур Ғәҙелшин.

 

Видеояҙма - Азамат Иҙрисовтың тг-каналынан.

Автор:
Читайте нас