

Был Белорет районы Йөйәк ауылында. Улдарым Динислам һәм Рамаҙан менән тыуған ауылыбыҙҙа нигеҙ ҡороп өй күтәрҙек. Туғандарыбыҙға рәхмәт!!! Тормош иптәшемдең дә, минең дә туғандарым дәррәү йыйылып күтәрештеләр. Ауылыбыҙҙа электән һаҡланған йола ул. Өрлөк һалғанда йомортҡа тәгәрәтеү, сосораҡтарға ҡулдарына ырғытып, теләк теләп ашау. Арып киткән өмәселәргә лә ял биреп, кәйеф күтәреп, изге теләк теләп алыу - бик шәп.
ҡуйған поста ошондай комментарийҙар бар:
Йомортҡа - ул тормоштоң барлыҡҡа килеүе символы. "Урал батыр" эпосы буйынса, инәбеҙ Һомай ҡыҙ сүрәтенә лә, аҡҡош сүрәтенә лә ингән. Донъя йомортҡанан барлыҡҡа килгән тип һанағандар. Әлбиттә, беҙгә быны аңлауы ауыр. Ул образ булыуы мөмкин Ҙур донъянан (инәнән) бәләкәй донъя барлыҡҡа килеүе. Һомай образы бик күп халыҡтарҙа бар. Славян халҡында уның исеме Лада. Шулай уҡ, йомортҡа ҡот символы. Ҡотто ла Һомай килтерә. Башҡорттарҙа йомортҡа менән күп йолалар атҡарылған. Мәҫәлән, сәсеү алдынан ерҙә тәңәрәткәндәр, тауҙан тәңәрәтеп сәсеү мәлен билдәләгәндәр, байрамдар ваҡытында тәбиғәткә бүләк итеп ҡалдырғандар. Шулай итеп, тәбиғәтте тынысландырып, бәлә-ҡазанан аралағандар. Ғөмүмән, башҡорт тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә, тәбиғәт балаһы булған.
Йомортҡалар араһында берәүһе бешмәгән булырға тейеш. Ҡайҙа төшөп ватыла, шунда крауат ҡуйырға ярамай. Унда иң яҡшыһы - мейес, йә өҫтәл ҡуйырға яраған. Йомортҡаны балалар тыуымлы йорт булһын, тиеп ырғытышҡандар. Балалар күп булғанда, малдар ҙа күп. Ни тиклем мал күберәк булһа, шул тиклем ғаилә етешерәк.
Йомортҡа - тыуымға программа һымаҡ аңларға була.