

ЗАЙНАТЫУ (ЗАЙНАТ) – Моңло, яңғырауыҡлы итеп йырлау йәки уйнау; сыңғыратыу.
Тынлыҡты ярып, килә-килешләй тальянын зайнатып ебәрҙе бер заман.
ВАДИ – 1. Тауҙар араһындағы уйһыу ер. Вадиға томан ятҡан. 2. Ҡороған йылға үҙәне. Йылға ҡороп вадиға әйләнде.
ҒАДӘҮӘТ – Дошманлыҡ, күрә алмаусылыҡ.
Ғадәүәт йүнле ғәҙәт түгел. Күңелдәрҙә ғадәүәт булмаһын. Ғадәүәт ул күңелде ҡарайта.
ҒАҘӘБ – Татлы, тәмле, сөсө телле; ләззәтле.
Ғаҙәб бәйет. Ғаҙәб телмәр. Халыҡ ижадының теле – ғаҙәб тел.
ЗӘЛ – Ярамаған эштең шауҡымы; касафат.
Яһиллығының зәле төшкән уға, шуға ауырый.
ИРҒАҘАҠ, ИРҘӘҮКӘ – Холҡо ирҙәрсә булған ҡатын-ҡыҙ.
ИРГӘНӘК – Ысын ир тип әйтерлек булмаған ир-ат; ир йорто.
“Башҡорт теленең академик һүҙлеге” китабынан.