

Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билдәһен икенсе бер предметҡа, күренешкә күсереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шуға күрә улар тормоштағы конкрет предметтар, күренештәр менән бәйләнгән.
«Йомаҡ» атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ - ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер. Татар халҡында ул «табышмаҡ» тигән исем менән йөрөй һәм «тамырын табыу» тигән һүҙ менән аңлатыла. Татар фольклорында ла 20-се быуат баштарына тиклем табышмаҡ менән бер рәттән йомаҡ атамаһы ла киң ҡулланылған. Табышмаҡ атамаһы әзербайжан,төрөкмән, уйғыр,алтай, ә йомаҡ - ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ,ҡумыҡ телдәрендә ҡулланыла. Рус фольклористикаһы иһә “загадка” һүҙенең килеп сығышын “гадать” һүҙенән сығып аңлата.
https://vk.com/wall-20868600_1433967