

Май сәйе
Элгәре был йола сәсеү бөткәс, болондар сәскәгә күмелгәс, тауҙа уҙғарылған. Унда сәй ҡайнатып, сәй, ҡымыҙ эсеп,күңел–сафа ҡорғандар.
- Сәселгән ашлыҡтар уңып, ризыҡҡа яҙһын, - тип мул уңыш теләгәндәр. Көн кискә һарыҡҡас, май миндеге һындырып, ҡайтышҡандар. Хәҙерге көндә был йола икенсерәк формала йәшәй. Май байрамында йәштәр тауға менә, уйындар уйнай, уларға эйәргән өлкәндәр май миндеге һындыра, теләк теләү юҡ.
Ер һыҙыу
Ҡар иреп, түбәләрҙә йәшел үлән, ағастарҙа бөрөләр тулыша башлағас, ауыл ҡарттары йыйылып тауға баралар. Унда ил йолаһы һабантуйҙы нисек, ҡайҙа, ниндәй ҡунаҡтарҙы саҡырышып, үткәреү тураһында кәңәш ҡоралар. Майҙан урыны билдәле булғас, утыҙ-ҡырҡ йәштәге ир ҡорона ингән уҙаманды ат саптырып, һабантуй урырынына бағана ҡағырға һәм ер ҡаҙырға ҡушалар. Ололарҙың ышанысын үтәп, был кеше эйәргә арҡан, арҡан осона ҡамсы, аҡ йә ҡыҙыл төҫтәге йыртынды сепрәк бәйләп, байрам булаһы урынды билдәләп, бер нисә рәт, ғәҙәттә, өс әйләнеп сабып сыға. Быны “ер һыҙыу” йә “майҙан һалыу” тиҙәр. Һуңынан бер нисә ир майҙан уртаһына бағана ултырта. Ҡатын-ҡыҙҙар майҙанды биҙәй; ағастарға суҡ, таҫмалар бәйләй.
Аҡһаҡалдар кәңәш ҡора. Улар ил хәлдәрен һөйләшеп, уйлашып бата әйтә, зыяратҡа барыу көнөн билдәләп ҡайталар.
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Яҙ булғас, ер-һыу кибеп, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас үткәрелгән. Унда бөтә ырыу ҡатнашҡан. Ауыл халҡы йыйылышып, ҡорбан салған. Уйын-көлкө, йыр-моң һәр урында яңғырап, ялан-туғай тулған, бейеүҙәр башҡарылған. Беренсе тапҡыр ҡуҙғалаҡ ҡапҡанда: "Мин киләмен - ауыҙың ас, мин киләмен - зәңге, ҡас!" — тигәндәр.