

1. Хәмим (الحميم)
Нимә ул "хәмим"? Һүҙмә-һүҙ ул "ҡайнаған һыу" тип тәржемә ителә. Әммә был эҫе һыу ғына түгел. Ибн Ғәббәс сәхәбәнән (Аллаһ унан риза булһын) тапшырылыуынса, "хәмим" — ул яңы ғына ҡайнап сыҡҡан һыу.
2. Ғассәҡ (الغساق)
Ибн Ғәббәс сәхәбә әйтеүенсә, "ғассәҡ" — ул кафырҙың тиреһе менән ите араһынан сыҡҡан нәмә.
Шулай уҡ, "ғассәҡ" — ул һалҡынлығы менән кешенең тәнен яндырыусы боҙло шыйыҡса, тип тә тапшырылған. Белеүебеҙсә, Йәһәннәмдә ут менән генә түгел, ә һыуыҡ менән дә язалау буласаҡ. Хатта ул һыуыҡтан ҡасып, кешеләр уларҙы кире утҡа тығыуҙарын үтенәсәк.
Быларҙан тыш, "ғассәҡ" — ул кафырҙарҙың тәненән сыҡҡан эрен, тигән аңлатмалар ҙа бар. "Был эсемлектең бер тамсыһы ғына ла көнбайышҡа төшһә, уның һаҫыҡ еҫен бар көнсығыш кешеләре һиҙер ине", — тигән Ибн Ғәббәс сәхәбә.
3. Садид (الصديد)
Мүджәһид һәм башҡа тәбиғиндәрҙән килеүенсә, "садид" — ул кафырҙарҙан ағып сығыусы ҡанлы эрен.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: "Был донъяла иҫерткес ҡулланыусы һәр кемгә Аллаһ Тәғәлә "тыйнәтүл-хабәл" (طينة الخبال) эсерәсәкмен, тип вәғәҙә биргән. Ә "тыйнәтүл-хабәл" — ул Йәһәннәм әһелдәре яндырылғанда, уларҙың тәндәренән сыҡҡан тир йә һут", — тигән (Мөслим йыйынтығынан, сахих).
Шулай уҡ, иҫерткес ҡулланыусыларға зинасыларҙың енес ағзаларынан йылға булып аҡҡан, бысраҡ ҡан һәм эрен ҡатыш ҡайнар шыйыҡса эсереләсәк, тиелә сәләфтәрҙең (әүәлге мосолмандарҙың) әҫәрҙәрендә.
4. Мүһл (المُهْلُ)
"Мүһл" — ул иретелгән баҡыр (йәки металл).
Аллаһ Тәғәлә һаҡлаһын!