

Сәсеүгә сыҡҡанда элек бабайҙар ергә бешкән күкәй “сәскән”, йәғни тәгәрәткән. Башаҡ йомортҡа һымаҡ тәгәрәп үҫһен, иген мул булһын тигәндән шулай эшләгәндәр.
Яҙын баш итенә саҡырышыу була. “Баш күрһәтеү” йәки “һарыҡ башын күрһәтеү” тиҙәр. Йәй булһа ла, ҡыш булһа ла үткәргәндәр. Яҙын үткәргән был йола малдың ҡотон һаҡлай, ишәйеүенә булышлыҡ итә тип һаналған. 23-25 мартта баш ашы үткәргәндәр, майлы, кимерсәкле урынынан ҡойҡа бешереп һыйлағандар.
“Яҙын тәүге күк күкрәү —
йыл килеү билдәһе”
Тәүге күк күкрәгәндә, йәй менән ҡыш айырыла, ти халыҡ. Күк иртә күкрәһә — йәй иртә килә, һуң булһа — һуң килә, ямғырлы йәй була.
Күк күкрәгәндә ергә ятып тәгәрәйҙәр, уңға, һулға бер нисә рәт шулай итәһең.
“Билем, башым, аяҡас!
Ҡаҫта, яман минән ҡас!” —
тип ҡысҡыралар, ат булып кешнәйҙәр.
Беренсе күк күкрәүен ишетеү менән әбейҙәр өй, ихата тирәләй йүгән шалтыратып йөрөй. Күккә ҡарап йүгәнен болғай-болғай ҙа ергә һуға, болғай-болғай ҙа ергә һуға.
Ҡорайт, күгем! Ҡайт, күгем!
Ҡорайт, күгем! Ҡайт, күгем!
Уралдан кил — һыйыр һөтлө була,
Яландан кил — бейә һөтлө була,
Туғайҙан кил — үлән һөтлө була,
Ҡорайт, күгем! Ҡорайт, күгем!
И-һо-һо-һо! Һо! -Иһо-һо! —
тип һамаҡлағанда, ат булып кешнәгәндәр. “Ерҙә тәгәрәү шифалы була, иҫке сирҙәр китә”, — тиҙәр оло инәйҙәр.
Май аҙағы — июнь башында борон-борондан ҡалҡыу урындан, йәшел хәтфә өҫтөндә күкәй тәгәрәтеү йолаһы үткәргәндәр. Һәр өйҙә күкәй буяғандар. Ғәҙәттә, уны беренсе май алдынан кис буяйҙар. Һуған һарыһын йә имән ҡайырыһын ҡайнатып, шул һыуға бешерәләр. Ҡыҙыл-һарғылт, күкһел төҫтәге йомортҡаны тәгәрәтеү — Ер-анаға рәхмәт һәм олоҡлау белдереү. “Күкәй һымаҡ эре булһын бойҙай! Туҡ булһын икмәк! Туҡ булһын балалар!” — тип теләйҙәр. Аҡһаҡал ҡалҡыу урын өҫтөндә уртала ултыра ла төрлө яҡҡа тәгәрәтеп ебәрә. Күкәй артынан балалар йүгереп, үҙҙәре тәгәрәтеп ярыша. Кемдеке йырағыраҡ китә, ватыла, шуның өлөшө күп тип юрап, күкәй ашайҙар. Ҡош-ҡорт, үлән өлөшө тип ерҙә лә ҡалдыралар.
Аңлатмалар: йомортҡаны ҡыҙыл төҫкә буяу (һуған ҡабығына ҡайнатып) — ҡан символы: туғанлыҡ, буласаҡ тереклек, тыуым артыу хаҡына магия. Йомортҡа тәгәрәтеү буласаҡ уңыш, бай дәүләт тылсымына ҡарай. Мифологик планда иһә күкәй тәгәрәтеү Ер-ананы аталандырыу мотивын сағылдыра.
Матур кейенеп, уҡалы яулыҡ, елән, бәбәйле күлдәк кейеп яланға сыҡҡандар, сөнки һәр тамға, биҙәк — Тәбиғәт көстәрен саҡырыусы, ишәйтеүсе серле тылсымлы билдә, символ ул.