1. Абдуллаһ ибн Үмәр әйтеп ҡалдырыуынса ниндәй ҙә булһа әйбер юғалтҡан кеше ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, ошондай доғаны уҡырға тейеш:
اللَّهُمَّ رَادَّ الضَّالَّةِ وَهَادِيَ الضَّلَالَةِ أَنْتَ تَهْدِي مِنَ الضَّلَالَةِ، ارْدُدْ عَلَيَّ ضَالَّتِي بِعِزَّتِكَ وَسُلْطَانِكَ؛ فَإِنَّهَا مِنْ عَطَائِكَ وَفَضْلِكَ
«Аллаһүммә раәддәд-дәалләти үә һәәдийәд-дәләәлләти әнтә таһди минәд-дәләләти, урдуд ғәләйә дәалләти би ғиззатикә үә султааникә, фәәиннәһәә мин ғәтааикә үә фәдлик».
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ – юғалғандарҙы кире ҡайтарыусы һәм аҙашҡандарҙы тура юлға илтеүсе илаһи Зат! Үҙеңдең көс-ҡеүәтең ярҙамында юғалтҡан әйберемде табырға ярҙам ит инде! Мин беләм Һинән башҡа илаһ юҡ һәм был Һинең хәлеңдән килә торған эш». (Байхаки, «Ад-Да‘ават аль-кабир», 556)
2. Ошондай доға уҡырға мөмкин:
يا جامع الناس ليوم لا ريب فيه اجمع على ضالتي
«Йә джәмиәннәси ли йәүмин лә райбә фиһи ижмағ ғәләә залләти».
«Ҡиәмәт көнөнә йыйыусыға шик булмаған һымаҡ, юғалғандыла кире биреүсегә лә».
Мин (Әл-Нәүәви) әйтем: «Ысынынды, был доғаны ҡулланып, файҙалы булыуына ирештем. Ул юғалған әйберҙәрҙе табыуға сәбәпсе һәм көсөндә (ғәмәлдә) булыуына шик юҡ».
3. Шулай уҡ юғалтҡай йә урланған әйберҙе табыр өсөн көн дә егерме тапҡыр киләһе доғаны уҡырға тәҡдим ителә:
«Йә джәмиәннәси ли йәүмин лә райбә фиһи инналләһә лә йухлифүл-миғәд иджма бәйни үә бәйнә ...». Был доғаны эҙләгәнеңде тапҡансы уҡыр кәрәк булыр. (Ибн Абидин).
4. Берәй нәмәһен юғалтҡан кеше Ҡөръәндән ошо аятты уҡый:
إِنَّهُ عَلَى رَجْعِهِ لَقَادِرٌ
«Иннәһү ғәләә раджғиһи ләҡаадир».
«Ысынлап та, Уның көсө етә яңынан ҡайтарырға».
Кемдеңдер урлаған нәмәһен, йәки үҙе нимәлер урамда йәки башҡа берәй урында (асҡыс, сумка) юғалтһа, ошо аятты бер тапҡыр ихлас күңелдән юғалған әйберен Аллаһҡа тәүәккәләп, табыу ниәте менән әйтһен.
5. Әгәр һеҙ нимәлер юғалттығыҙ икән, хәләл аҡсаға һатып алынғанды, ул ваҡытта эҙләгеҙ һәм ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ: «Йәә Һәәдии»... Иртәме-һуңмы, был әйбер һеҙгә иншаАллаһ, ҡайттыр (табылыр).