

Күк иртә күкрәһә — йәй иртә килә, һуң булһа — һуң килә, ямғырлы йәй була.
Күк күкрәгәндә ергә ятып тәгәрәйҙәр, уңға, һулға бер нисә рәт шулай итәһең.
“Билем, башым, аяҡас!
Ҡаҫта, яман минән ҡас!” —
тип ҡысҡыралар, ат булып кешнәйҙәр.
Беренсе күк күкрәгәндә ергә ятып тәгәрәһәң, бил һыҙлауы бөтә.
Беренсе күк күкрәүен ишетеү менән әбейҙәр өй, ихата тирәләй йүгән шалтыратып йөрөй. Күккә ҡарап йүгәнен болғай-болғай ҙа ергә һуға, болғай-болғай ҙа ергә һуға.
Ҡорайт, күгем! Ҡайт, күгем!
Ҡорайт, күгем! Ҡайт, күгем!
Уралдан кил — һыйыр һөтлө була,
Яландан кил — бейә һөтлө була,
Туғайҙан кил — үлән һөтлө була,
Ҡорайт, күгем! Ҡорайт, күгем!
И-һо-һо-һо! Һо! -Иһо-һо! —
тип һамаҡлағанда, ат булып кешнәгәндәр. “Ерҙә тәгәрәү шифалы була, иҫке сирҙәр китә”, — тиҙәр оло инәйҙәр.