-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Апрель 2025, 09:48

Һөттән бер минутта майонез эшләп булғанын белә инегеҙме?

Белмәһәгеҙ, өйрәтәбеҙ!)

Һөттән бер минутта майонез эшләп булғанын белә инегеҙме?
Һөттән бер минутта майонез эшләп булғанын белә инегеҙме?

Йомортҡаһыҙ, һеркәһеҙ! Һәр ваҡыт һәйбәт килеп сыға, зыянһыҙ һәм оҙаҡ һаҡлана.

Һөт-150 мл
Үҫемлек майы-300 мл
Лимон һуты-3 аш ҡалағы (йәки 6% һеркә-2 аш ҡалағы)
Тоҙ-ярты сәй ҡалағы
Шәкәр-1 сәй ҡалағы
Гәрсис-1 сәй ҡалағы кәрәк булыр.

Оҙонса бейек һауытта һөт һәм үҫемлек майын бутайбыҙ, блендерҙы төбөнә тиклем батырып юғары тиҙлектә 30 секунд туҡыйбыҙ.
Артабан шәкәр, тоҙ, гәрсис (горчица) һәм лимон һуты өҫтәп, тағы 30 секунд туҡып күпертәбеҙ. Майонез бик ҡуйы һәм тәмле килеп сыға. Лимон һуты булмаған осраҡта һеркә (уксус) ҡушһаң да була.

Бындай майонезды таҙа ҡоро банкаға һалып, һыуытҡыста ике аҙнаға тиклем тоторға була. Уны салаттарға ғына түгел, ҡамыр ризыҡтары, хатта торттар әҙерләүгә тотоноп була.

Автор:
Читайте нас