"Һеҙ" тип өндәшкәнде Аҫылғужа ағай яратманы. "Беҙ хатта Аллаһҡа "һин" тибеҙ, "һеҙ" тип өндәшкән кешебеҙҙе Унан да юғары ҡуябыҙмы?" тиеберәк яҙып сыҡты бер мәл Әкрәм ағай Ҡәйепҡолов.
Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, рәсмилектә һалҡынлыҡ бар. Беҙ кемгәлер "һеҙ" тип өндәшеп, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ул кеше менән арабыҙға аша атламаҫлыҡ кәртә, табу ҡуябыҙ һымаҡ. Улай ғына түгел, кешене хөрмәтләр урынға табыныу объектына әйләндерәбеҙ һымаҡ.
Ә бит халҡыбыҙ "һеҙ"ҙән һалдырмай ғына хөрмәтләү һүҙҙәрен таба белгән: әйтәйек, ағай, апай, ғәле йәнәптәре, хөрмәтле, ҡәҙерле, ғиззәтле һ.б. Туғанлыҡ атамаларының да барлыҡҡа килеү маҡсаты шул юҫыҡта: әйтәйек, атай, әсәй, инәй, ҡартатай, ҡәртәсәй, олатай, өләсәй, ҡустым, һеңлем, ейәнем, ейәнсәрем, ҡайным, ҡәйнәм, бейем, ҡайнаға, ҡайынбикә, ҡәйенеңгә, ҡәйенһеңле, апһын, килендәш, килен, кейәү, балдыҙ, бикәс, ҡоҙа, ҡоҙағый, ҡоҙаса, һыйлым, туғаным, ҡарындаш, бажа һ. б. Был һүҙҙәрҙе исемдәренә ҡушып өндәшкәндә һис тә һеҙ тип әйтке килмәй.
Әхмәр Үтәбай.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1041-се күҙәтеү.