+15 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
23 Марта 2025, 10:00

Бала саҡ хәтирәләре

Мин бала саҡта үҙебеҙҙең йорт ҡаҙҙары баҫып сығарған һәр бер бәпкә ҡәҙерле ине, сөнки ул саҡтарҙа әлеге кеүек инкубаторҙарҙа күмәртәләп сығарып һатыу тигән нәмә булманы. Иҫләйһегеҙҙер, ҡаҙ оялары өйҙөң түр башындағы карауат аҫтында була торған ине. Ә беҙ инде, инә ҡаҙҙар тышҡа сығып киткәс тә, карауат аҫтына кереп, йылы ғына ап-аҡ йомортҡаны ҡулға алып, һоҡланып ҡарап тора инек. Аҙаҡ ул йомортҡаны инәйем бик ҡәҙерләп кенә, һелкетмәй генә, комод эсендәге алдан әҙерләп ҡуйылған урынға килтереп һала.

Бала саҡ хәтирәләреБала саҡ хәтирәләре
Бала саҡ хәтирәләре

Ҡаҙ баҫырға ятҡас, тағы ла үҙенә бер ҡыҙыҡ ваҡиғалар була торғайны. Онотолоп китеп, карауат янына барып баҫһаң, ҡаҙ аяғыңды суҡып ала. Ҡысҡырып ебәргәнеңде лә һиҙмәй ҡалаһың. Ҡунаҡҡа килгән апайҙар ҙа яңылыш әлеге карауат эргәһенә барып баҫалар ҙа, уларҙы ҡаҙ эләктереп алһа, “Ыстағарифулла” тип ҡысҡырып ебәрәләр тегеләр. Ә беҙ эстәребеҙҙе тотоп көләбеҙ уларҙан.

Ҡаҙ бәпкәләре сыҡҡас, беҙҙең иңгә тағы бер ҙур яуаплылыҡ өҫтәлә. Ҡарға алып китмәһен, аҙашып тороп ҡалмаһын тип шуларҙың артынан күҙәтеп көнөбөҙ үтә. Шулай итеп бәпкәләр бер аҙ үҫкәнсе һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ булып торорға тура килде.

Әхәт НУРЫШЕВ.

Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Автор:
Читайте нас