+13 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
22 Марта 2025, 05:23

"Боҙ оҙатыу" йолаһы

Боҙ оҙатыу йолаһы - борондан ҡалған йола, ләкин ваҡыт үтеү менән онотолоп барған йола байрамы булып ҡалып килә.

"Боҙ оҙатыу" йолаһы"Боҙ оҙатыу" йолаһы
"Боҙ оҙатыу" йолаһы

Элегерәк йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер үҙе бер байрамға әйләнер булған. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылышҡан.

"Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам йә кипкән ҡамыш ҡуйып, шуға ут төртөп ебәрер инеләр, ә бына өлкәндәр иһә ташҡын һыуға төйөнсөккә әҙерләнгән ырым бетеүе ағыҙған. Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған," - тип хәтерләй ололар.

Һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйтелгән. Муллыҡ,бәрәкәт теләп йылғаға бойҙай һибелгән. Доньяларҙың ҡотайыуын, тыныслыҡ килеүен теләп аяттар бағышланған. Боҙҙар менән иреп барлыҡ яман сирҙәр бөтһөн, яҙғы ташҡын кеүек ярһып-ташып, шаулап тормош дауам итһен тигән теләктәр әйтелгән.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Боҙ оҙатыу" йолаһы бармы? Булһа, уны нисек башҡаралар? Фекерҙәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине.

 

Станислав Шахов фотолары.

"Боҙ оҙатыу" йолаһы
"Боҙ оҙатыу" йолаһы
Автор:
Читайте нас