+9 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
18 Марта 2025, 09:01

«Боҙ оҙатыу» йолаһы

Боҙ оҙатыу йолаһы - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, ләкин ниндәйҙер сәбәпле юҡҡа сығып барыусы йола байрамы.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Боҙ оҙатыу» йолаһы«Боҙ оҙатыу» йолаһы
«Боҙ оҙатыу» йолаһы

Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер оло байрамға әйләнә торған булған. Урамда балалар: “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” - тип ҡысҡырып йөрөгән. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылған. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Ташыған йылға буйҙары ла байрам төҫөн алған: өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең шатланып көлөүҙәре, өҙҙөрөп гармун уйнаған тауыштары төнгә тиклем йыраҡтарға ишетелеп торған. 
Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам ҡуйып, шуға ут төртөп ебәргәндәр, ә бына өлкәндәр иһә ташыу һыуына төйөнсөккә әҙерләнгән ырым бетеүе ағыҙған. Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған. Шулай уҡ һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйткәндәр.

Рамиля Махмутова

 

Ысынлап та булған ул йола,алдан әҙерләнгәндәр, катын-кыҙзар иң кәҙерле матур кейемдарен кейгәндар,балаларҙы мөмкин тиклем байрамса кейедереп алып барғандар,Буләктәр бирешкәндәр,матур теләктәр теләгандәр,һәр кем агын боҙло һыуға һалдарен һөйләп калырға тырышҡан,хатта ауырыуҙарҙы ла кутәреп яр буйына алып килер булғандар,ауырыу-һыҙланыуҙары ағып китеп,еңеллек килер тип өмот иткәндәр,боронғо йола!

Вазима Ильбакова

 

Видеола Ғафури районы Имәндәш ауылында "Боҙ оҙатыу" йолаһы - https://vk.com/wall-56937857_77013

 

Автор:
Читайте нас