+14 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
17 Марта 2025, 15:52

"Кисә генә башҡорт инең..."

Бер апай ҡыҙыҡлы хәлде һөйләне.

"Кисә генә башҡорт инең...""Кисә генә башҡорт инең..."
"Кисә генә башҡорт инең..."

Уның Зәлифә исемле ике аҙашбикә ҡоҙағыйҙары булған, береһе башҡорт, икенсеһе татар милләтенән икән. Икеһенең дә телефон номерҙарын үҙенең телефонына "Зәлифә ҡоҙағый" тип һаҡлаған да, нисек һаҡлағанын онотҡан. Шулай бер көндө ул башҡорт ҡоҙағыйына шылтыратырға булып киткән һәм уларҙың араһында шундай һөйләшеү килеп сыҡҡан.
--Һау ғынамы, Зәлифә ҡоҙағыйым?
--Исәнмесез, кодагый...
--Татарса һөйләшәһең икән дә, Зәлифә ҡоҙағый...
--Татарка бит мин, шуга татарча сөйләшәм инде, кем, кодагый...
--Кисә генә башҡорт инең бит, Зәлифә ҡоҙағый...

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1039-сы күҙәтеү

Ахмер Гумер-Утябай

Автор:
Читайте нас