Кәрәк була:
2 йомортҡа һарыһы
2,5-3 ст он
150 гр май
150 гр ҡаймаҡ
0,5 балғ. сода
2,5 ст ондо иләп, сода менән бутайбыҙ. Айырым һауытта йомортҡа һарыһы һәм ҡаймаҡты болғайбыҙ.Эре ҡырғыста ҡырып, май ҡушабыҙ. Шунан он өҫтөнә һалып, ҡамыр баҫып, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.
Эслек:
3 йомортҡа ағы
180 гр шәкәр
200 гр грек сәтләүеге
Шәкәр менән йомортҡа ағын бер аҙ күпертәбеҙ, ваҡланған сәтләүек өҫтәйбеҙ.
Ҡамырҙы 6 өлөшкә булеп, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Һәр ҡатҡа эслек һалып, йомортҡа һарыһы һөртәбеҙ. Ромбиктарға бүлеп, уртаһына грек сәтләүе һалып 180 градуста 30 минут бешерәбеҙ.
Пахлава бешкәнсе сироп әҙеләй торабыҙ:
50 гр май
100 гр бал
Икәүһен бутап, иретергә лә, әҙер пирог өҫтөнә ҡойорға һәм тағы 5 минут духовкаға ҡуйып алырға.