-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Оҙон сәс

Сәс тигәс бер тарих иҫкә төштө.

Оҙон сәс
Оҙон сәс

Һеңлемдең бер әхирәте бар ине. Сәсе шул тиклем оҙон, ҡуйы ине. Сәсе менән ныҡ ғорурлана торған ине. Беҙ ныҡ һоҡлана торған инек. Уҡып бөткәс беҙҙең юлдар айырылды, оҙаҡ ҡына күрешмәнек.
Шул ҡыҙҙы мин бер-ике йыл үткәс ҡунаҡта осраттым. Һәм ни ғәжәп, ул сәстәрен каре итеп ҡырҡтырғайны. Аптырыуҙы йәшермәйенсә уның ни өсөн бындай аҙымға барғанлығын һорашмай булдыра алманым. Һәм ул беҙгә ошо ҡот осҡос хәбәрҙе һөйләне.
Университетты бөткәс мин больницаға эшкә урынлаштым. Ауырыуҙар менән эшләй торғас эшемә лә өйрәнә башланым. Коллегалар, ауырыуҙар барыһы ла минең сәсемде күреп һоҡлана торғайны. Бер ваҡыт беҙҙең бүлеккә оло йәштәге бер әбейҙе килтерҙеләр. Килгән көндө үк ул әбей минең сәсемә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Минең дә ваҡытында шундай сәстәрем бар ине, тине ул бер ваҡыт. Хәҙер минең шундай сәстәрем булһасы.
Бүлектәге ҡыҙҙар ни эшләптер ул әбейҙең күҙе ҡаты тип, уны яратманылар. Ведьма тип тә атағандары булды. Шуғалырмы ул әбей минең ҡарамаҡта булды.
Көн һайын тиерлек ул әбей йә минең сәсемде тотоп ҡарап, йә һыйпап нимәлер мығырлар ине.
Бер мәл процедура ваҡытында сәсемдән заколка ысҡынып төшөп китте. Әбей заколканы өҙөлгән сәстәрҙән таҙартып миңә ҡайтарҙы. Ә сәстәрем әбейҙә ҡалды. Мин уға иғтибар итеп тә торманым. Күпмелер ваҡытта мин сәстәремдең ныҡ итеп ҡойолғанына иғтибар иттем. Бальзам, төнәтмәләр ҙә ярҙам итмәгәс витаминдар алып эсеп ҡараным. Шулай үҙ проблемам менән йөрөп ятҡанда теге әбей үлеп ҡалды. Ҡыҙҙар минең сәсемдең торошон күреп, теге әбей сихырлаған тип ебәрҙеләр. Мин ышандым, сөнки ышанмаҫҡа мөмкин түгел ине. Бар проблемалар ул ҡарсыҡ менән осрашҡандан һуң башлағайны ла инде. Сәстәремдең төбө ныҡ итеп ҡысый башлағас, аптырап, ҡыҙҙарҙың кәңәше менән, парик һатып алып әбейҙең ҡәберенә киттем.
- Мә һиңә матур парик, минең сәстәремде тыныслыҡта ҡалдыр, тип ҡәберенең мөйөшөнә күмеп киттем.
Әммә бер нимә үҙгәрмәне. Башым ҡутырланы, оҙон, ҡуйы толомдан сысҡан ҡойроғо һымаҡ ҡына сәс ҡалды. Шул тиклем йонсоғайным. Бер мәл эштән ҡайттым да, көҙгө алдына тороп:
- һиңә оҙон сәс кәрәк булдымы? Мә, ал, тинем дә, ҡайсы менән сәстәремде малайҙарса төптән ҡыҫҡа итеп ҡырҡып ташланым. Ышанаһыңмы, юҡмы, шунан һуң башымдың ҡутыры, ҡысыуы бөттө. Парикмахерга барып сәсемде тигеҙләтеп алғандан һуң, сәсем яңынан һау төҫ алып үҫә башланы. Хәҙер инде каре булып үҫеп еттеләр.

СӘЙЕР ДОНЪЯ

Автор:
Читайте нас: