-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

МИН НИСЕК ЯҘА БАШЛАНЫМ,

йәки Гәзит-журналдар уҡырға яратыуым мине әҙәбиәткә алып килде.

МИН НИСЕК ЯҘА БАШЛАНЫМ,
МИН НИСЕК ЯҘА БАШЛАНЫМ,

"Әҙәбиәткә һөйөүегеҙ ҡасаныраҡ уянды, бала саҡтан яҙышаһығыҙмы, Хәлил ағай?" тип һорашҡылай бәғзеләр. Мәктәп балалары менән осрашыу мәлдәрендә, ғәҙәттә, өлкәнерәк синыф балалары шундайыраҡ һорау биреүсән. "Ҡартайып килгәндә генә яҙа башланым", тип, тураһын әйтһәң, бер аҙ уңайһыҙыраҡ та һымаҡ. Шуға күрә лә, бала саҡтан әҙәби әҫәрҙәр уҡырға яратҡаным хаҡында оҙағыраҡ итеп бәйәнләп, шунан ғына, инде бишенсе тиҫтәмә аяҡ баҫҡас, иң тәүге хикәйәмде, дөрөҫөрәге, повесымды ижад иткәнем тураһында һөйләп бирергә тырышам.

Атайым мәрхүм һәр саҡ "Ағиҙел" журналы, "Совет Башҡортостаны" һәм Баймаҡ районында сыҡҡан "Октябрь байрағы" гәзиттәрен алдыра ине. Уларҙы йә үҙе беҙгә тауышланып уҡый, йә иһә, беҙҙән - балаларынан уҡытып, үҙе тыңларға ярата торғайны. Хатта үҙенең күңеленә ятҡан ҡайһы берәй шиғыр-маҙарҙы ҡабат-ҡабат уҡып, бәғзеләрен ятлап та ала ине. Почтальон Иҫәнов Исмәғил еҙнәне күрше Аҡморон почтаһынан (совхоз үҙәгенән) гәзиттәр тейәп беҙгә килеп еткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алған мәлдәрем бөгөнгөләй хәтеремдә.
Ә инде сит өлкәләрҙә оҙайлы хәрби хеҙмәтем башланғас, "Башҡортостан ҡыҙы", "Ағиҙел" журналдарын алдырҙыҡ. Бер ҡыҙығы хәтеремдә ҡалған: гарнизоныбыҙҙа ана шул журналдарҙың бер аҙ ғына таушалып килеүенә ғәжәпләнә инем. Ысынлап та, уларҙы кемдер уҡығанға оҡшай... Һуңынаныраҡ, почтала эшләүсе бер ҡатындың беҙҙең яҡташ икәнен белеп, уның менән танышып та алдыҡ.
Офицер булып хеҙмәт итә башлағас, һалдатҡа алынған яҡташтарым, хатта ауылдаштарым да беҙҙең ракета дивизияһына йыш ҡына килеп эләккеләй торғайны. Яҡташ һалдаттарыбыҙҙың хәрби хеҙмәткә ғәйәт яҡшы ҡарашы, уларҙың тәртипле, тыңлаулы, эшһөйәр булыуы күңелемә ята ине. Бына шул егеттәр өсөн ғорурланып, һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла улар хаҡында үҙебеҙҙең район гәзитенә, Сибайҙа сыҡҡан "Атайсал" гәзитенә һалдатты маҡтаусы мәҡәләләр яҙғыланым. Ялға ҡайтҡан арала һалдаттан ата-әсәһенә сәләм тапшырыу, уларҙың шат йөҙөн күреүе күңелле ине.
Гәзит мөхәррирҙәренең - яҡташтарымдың (буласаҡ ҡәләмдәштәремдең тип әйтәйем) үҙемә ҡарата ихтирамын тойҙом, минең сейле-бешле яҙмаларымды матурлап, гәзиткә баҫып сығарыуҙары, әлбиттә, оло һөйөнөс булды. Ә хикәйә-маҙар яҙыу башыма ла килмәй ине әле...
Бер мәл, сираттағы ялыма ҡайтҡанымда, егерме йылдар элек гүр эйәһе булған яҡташым хаҡында бик сәйер хәбәр ишеттем. Беҙҙең Баймаҡ районы Аҡтау ауылынан Йәрмөхәмәтов Абдрахман исемле егет тураһында. Һикһәненсе йылдар башында уҡ Демократик Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булған ине. Ауылына цинк табутында алып килеп ерләгәйнеләр. Әлеге хәбәргә ярашлы, имеш, ауыл зыяратына күмелгән табутта ул түгел, ә бөтөнләйгә икенсе кеше булған икән… Егерме йыл тирәһе "дошмандарҙа" әсирҙә булған да, өйөнә һау-сәләмәт ҡайтып төшкән, имеш. Шунда Ислам динен өйрәнеп, хатта намаҙға ла баҫҡан. Биш намаҙын ҡалдырмай уҡый икән…
Туғандарына барып һорарға ҡыйманым, әммә Баймаҡ военкоматына барып, шундағы офицерҙарҙан ошо хәлде белештем. "Был имеш-мимеште беҙ ҙә ишеттек, иптәш подполковник, - тине бер майор мине тыңлап бөткәс. - Буш хәбәр ул…" Шул турала ишеткәндән алып, военкоматта дөрөҫлөктө асыҡлағанға тиклем уйланып йөрөгән арала башыма төрлө һорауҙар килеүе - тәбиғи бит инде. Афғанда нисек тере ҡалыуынан да бигерәк, инде әллә ҡасан уҡ төңөлөп бөткән әсәһенә ҡайһылайыраҡ ҡиәфәттә, нисегерәк ҡайтып күренгән икән, үҙенең тере булыуын әсәһенә белдереүе Абдрахманға ла еңелдән булмағандыр, тигән һорау борсоно. Кинәт кенә өйөнә ҡайтып индеме, бәлки, башта берәү аша хәбәр иткәндер. Әсәһенең ни йөрәге ҡалды икән?.. Аңын юғалтып йығылыуы ла бар бит, шундай стрестан, тип, Хөмәйрә апайҙы ла йәлләйем…
Ә инде был хәбәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүе хаҡында белгәс, үҙемсә фантазиялай башланым… Яҡташым афғанлыларҙа әсирлектә булған, имеш, тип яҙырға күңелем тартманы. Әммә "йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған берәй "секретный" ер аҫты ҡоролмаһына барып ингән хәлдә, шунда әҙәм балаһы ысынлап та йылдар буйы йәшәй алыр ине, моғайын", тигән уйҙар башымда уралды. Ниһәйәт, "Тау тотҡоно" исемле бер повесым тыуҙы. Дошман утынан йәшенеп, тау ҡаяһы аҫтындағы бер мәмерйә эсенә барып инеү менән, сираттағы снаряд шартлап, һалдат ингән тишекте ҡаплауы һәм был егеттең (Марат тип исем бирҙем) шунда бикләнеп ҡалыуы хаҡында яҙып алып киттем. Ана шул мәмерйәнең "йәҙрә һуғышы була ҡалһа" тип, йәшеренеү ниәте менән ҡасандыр төҙөлгән ҙур ҡоролмаға барып тоташҡан булыуы хаҡында үҙемсә хикәйәләп, яҙҙым да яҙҙым. Егерме йылға яҡын НЗ (неприкосновенный запас) консервалар, сухариҙар ашап, тау эсендәге шишмәнән һыу эсеп көн күргән, инде ҡырҡ йәштәргә барып еткән был һалдатты һуңынан нисек табып алыуҙары, уның нисек өйөнә - әсәһенә ҡайтып инеүе хаҡында… Яҡташыбыҙ тураһындағы шул имеш-мимештәрҙең килеп сығыуының төп сәбәбе - уны ерләр алдынан цинк табутын асырға рөхсәт итмәүҙәре булғандыр, тип тә уйлайым.
Ул саҡ миндә, әлбиттә, компьютер һымаҡ нәмә юҡ ине әле. Әҫәремде ҡулдан яҙҙым да, Өфөгә сираттағы командировкаға һалдат алырға килгәндә мөхәрриәттәребеҙҙең береһенә алып индем. Ике мең дә өсөнсө йыл ине. Баш мөхәррир, ҡульяҙмамды тыштан ғына тотоп ҡараны ла: "Ағай, был әйберегеҙ бик күләмле күренә, уны "Шоңҡарға" биреп ҡарағыҙ", - тип кәңәш итте. "Шоңҡар"ҙың баш мөхәррире Әмир ағай Әминев мине бик йылы ҡаршыланы. "Ярай, ҡалдырығыҙ, уҡып сығырмын", - тине. Гарнизонға ҡайтҡас, оҙаҡ та тормай, хат килде. "Повесығыҙҙы уҡып сыҡтым. Бер аҙ мөхәррирләргә тура килер. Журналда сығарырға ҡарар иттем", - тигән яуабын уҡығас, һөйөнөсөмдөң сиге булманы. Бер-ике айҙан, ниһайәт, әҫәрем "Шоңҡар"ҙа донъя күрҙе. Ул ғына ла түгел, шул уҡ йылдың аҙағында (Әмир ағай Әминевты Иршат Теләүембәтов алыштыраған мәл ине) мине журналдың "йыл лауреаты" итеп тә билдәләнеләр.
Шул осорҙары, сираттағы ялға ҡайтҡанымда, бер ауылда туйҙа ҡатнашырға тура килде. Тәнәфескә сыҡҡан мәлдә, ни өсөндөр, ҡунаҡтар менән Афған һуғышы тураһында һөйләшеп алып киттек. Шундағы ҡоҙаларҙың береһе: "Беҙҙең Башҡортостандан Марат исемле егет Афғанстанда егерме йыл мәмерйәлә бикләнеп йәшәгән. Уны тере килеш тапҡандар, хәҙер өйөнә ҡайтҡан", - тип әйтеп һалды. "Ҡайһы районда булған ул?" - тип һорашҡан булам. "Белорет буғай…" "Булмаған хәл бит ул, ҡоҙа", - тим тегегә. Ул: "Ысын булған хәл. Үҙем журналдан уҡыным. Ышанмаһаң, ана "Шоңҡар журналының фәләнсә һанын алып уҡы", - тип, минең менән бәхәсләшеп алып китмәһенме…
Тап ана шул осорҙары сыға башлаған (2002 йыл), үҙемдең артабанғы ижади эштәрем менән туранан-тура бәйләнгән "Киске Өфө" гәзите хаҡында айырып әйтмәй булмай. Был баҫманы ойоштороусы һәм бөгөнгәсә уны уңышлы етәкләп килеүсе Гөлфиә Янбаева, шунда эшләп йөрөгән яҙыусы Әхмәр Үтәбай һәм башҡа ҡәләмдәштәр менән яҡындан танышып, дуҫлашып киттем, улар менән аралашыу шунда уҡ күңелемә ятты. Баштан уҡ минең яҙмаларыма мөхәрририәттең битараф булмауы артабан да яҙыуымды дауам итеүгә ҡанатландырҙы. "Шәүрә" ҡиссаһы, "Әрме яҙмалары" һәм башҡа әҫәрҙәрем бер-бер артлы донъя күрә башланы. "Настоящий яҙыусы" халҡы менән яҡындан аралаша башлағас, уларҙың кешеләргә ғәжәп йылы ҡарашын үҙемә булған мөнәсәбәт буйынса баһаланым. Хәрби кешене айырыуса ныҡ ихтирам итәләр һымаҡ тойолдо. Мәлендә, тейешенсә күрһәтмәләр биреп, иҫкәрмәләр әйтеп, кәрәк саҡта бер аҙ дәртләндереп, тел ғилеменә бөтөнләйгә алыҫ торған кешенең "ҡәҙимге яҙыусы"ға әйләнеүендә "Киске Өфө" менән дуҫ булыуым ҙур ғына роль уйнағандыр, тип һанайым. Уҡыусыларҙың тәрән һөйөүен һәм ихтирамын тиҙ арала яулап алған ошо гәзитебеҙҙең йыл лауреаты итеп тә танылғас, артабан да ҙур илһам менән яҙырға тотондом. "Киске Өфө" менән бергә үҫтем" тип әйтәм мин йыш ҡына таныштарыма. "Үҙемдең тиҫтерем", хатта уҡытыусым тип тә әйтергә тартынмайым ошо баҫмабыҙ хаҡында.
Бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың яратҡан баҫмаһына әйләнгән был гәзит үҙенең тирәһенә меңәрләгән дуҫтарын йыйҙы. Ул донъя яңылыҡтары булһынмы, республикабыҙҙағы хәлдәр, илебеҙ, айырыуса, Башҡортостаныбыҙ тарихы даими сағылған баҫманы алдырып уҡымаған кеше күп кенә нәмәнән мәхрүм тип һанайым. Йәш быуынды тәрбиәләүгә, ғаилә мөнәсәбәттәренә, динебеҙ мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бирелгән, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп урын бүленгән ошо баҫмабыҙҙы интернет селтәренән дә уҡырға була. Тик ни өсөндөр экран аша гәзит уҡыуҙы һис кенә лә мөрхәтһенмәйем. Бәлки оло быуын вәкиле булараҡтыр ҙа, "тере гәзитте" ҡулға алып уҡып ҡына ысын ҡәнәғәтлек табам. Илен, милләтен, телен һөйгән яҡташтарымды ошо баҫманан бер ҡасан да өҙөлмәҫкә саҡырам. Республикабыҙҙа сыҡҡан башҡа күп гәзиттәрҙе лә ныҡ хөрмәт итәм һәм уларҙа ла әүҙем сығыш яһайым. Әммә, "Киске Өфө"нөң штаттан тыш авторы булараҡ (баш мөхәррир мине бер мәл шулай тип атап һөйөндөргәйне), үҙемдең ана шул бурысымды намыҫ менән үтәргә тырышып йөрөлгән көн әле ул, хөрмәтле дуҫтар.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл

Автор:
Читайте нас: