-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Төнгөлөккә ҡалған бысраҡ һауытты шайтан ялай...

Аятта ишеттем. Булған хәл, тинеләр. Һаман да шуның шауҡымында йөрөйөм.

Төнгөлөккә ҡалған бысраҡ һауытты шайтан ялай...
Төнгөлөккә ҡалған бысраҡ һауытты шайтан ялай...

Бер кендек инәһе йәшәгән. Ауылындағы ғына түгел, ә яҡын-тирәләге кешеләр ҙә нәҡ ошо апайҙы ғына саҡыртыр булған. Сөнки уның ҡулы еңел булған, сабыйын ауыр тапҡандарға ла ярҙам итә алған. Бер төн уның ишеген кемдер бер тапҡыр ғына шаҡый. (Ошо мәлдә өлкән инәйҙәр төндә ишеккә бер генә һуҡҡан саҡта асырға ярамағанын һөйләнеләр). Кендек инәһе асһа, унда әҙәмме-кем, аңлашылмаған бер нәмә тора, ти. “Әйҙә, киттек! Һинең ярҙамың кәрәк”, - тип бойорған. Ҡатын бер һүҙһеҙ уға буйһонған. Ҡайҙалыр бер ҡараңғы ергә барып инһәләр, енме-шайтандыңмы бисураһы бәпәйләй алмай ыҙалай икән. “Ярҙам ит!”-тип бойорғандар кендек инәһенә. Күпмелер ваҡыт ыҙалағандан һуң теге балаһын тапҡан. Кендек инәһенә яңы тыуған бәпесте йыуындырырға бер биҙрә алып килгәндәр. Ҡараһа эсендә һөт икән. Шул саҡ кендек инәһе күршеһенең биҙрәһен танып ҡалған. Был ҡурҡыныс ваҡиға артта ҡалғас, иртәнсәк ул күршеһен иҫкәртергә килгән. Күршеһе: “Кисә соландағы биҙрәләге һөттө ябырға онотҡанмын, асыҡ ултырған”, - тип һөйләнеп йөрөй икән.
Эйе, беҙҙе әсәй-өләсәйҙәр төнгөлөккә аш бүлмәһендә бысраҡ һауыт-һаба ҡалдырмаҫҡа, бар нәмәне ябып ҡуйырға өйрәтә торғайнылар. Тик хәҙерге йәштәр быны үтәмәй шул. Төнгөлөккә ҡалған бысраҡ һауытты шайтан ялай, унан кешегә ауырыу ҡаҡлыға тигәндәре дөрөҫ бит.

Автор:
Читайте нас: