Мансур Баһаув үҙенең сәхифәһендә "Түтәлдәр сәскәләрҙе көтәләр..." тигән яҙма урынлаштырған. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәсетте матурлар өсөн гөл-сәскә килтереүен һораған, әммә уларҙы тик ир-егеттәр ултыртасағын хәбәр иткән. Бының үҙенә күрә хикмәте лә бар икән.
"Йыл да мәсет тирәһен, эсен йәмләргә тырышабыҙ. Былтыр һәр тәҙрә төбөнә төрлө төҫтәге матур яран гөлдәре, ә тышта түтәлдәргә сәскәләр ултырттыҡ. Урамдан үтеүселәрҙең дә, мәсеткә килеүселәрҙең дә ҡыуанысының сиге булманы.
Быйыл да мәсетте йәшелләндерергә, әммә икенсе төрлө эшләргә булдыҡ. Һәр хужабикә, теләге булһа, сәскә үҫентеләре бүләк итә ала. Ләкин уларҙы... егеттәр ултыртыр, сөнки хәҙер саҡ ҡына ҡыл ҡыбырлатһалар ҙа, фотоға, видеоға төшөрөп, интернетҡа һалыу, эш күрһәтеү модаға инеп китте. Шуға буяу эштәрен дә үҙебеҙ, ир-ат ҡына, башҡарҙыҡ.
Мәсеттә видеоға, фотоға төшөрөү имамдың рөхсәте буйынса ғына мөмкин", - тигән ул.
Ысынлап та, тормошобоҙ фотоотчетҡа ҡорола башланы түгелме? Иман өлкәһенә килгәндә, был бигерәк тә хупланмаған эш, тыйнаҡһыҙлыҡ булып күренә түгелме? Мансур мулла дөрөҫ әйтәме? Һеҙҙә хәлдәр нисек?
https://bashgazet.ru/articles/iman/2023-06-09/mulla-atyn-y-ar-y-borsomauyn-ten-3293411