-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйҙең доғаһы

Риүәйәт

Әсәйҙең доғаһы
Әсәйҙең доғаһы

Жүнәит хәҙрәттең бик ихласлы бер ҡатын-ҡыҙ шәкерте бар ине. Көндәрҙең береһендә ошо ҡатындың берҙән-бер ғәзиз улы һатыу эше менән оҙон сәфәргә сығып китте. Уларҙың юлдарына ғәскәр осраны һәм мосафирҙарҙың бөтөн әйберҙәрен талап, үҙҙәрен әсирлеккә алдылар. Шунан ҡаса алған бер-нисә кеше ғәзиз әсәгә хәсрәтле хәбәр алып ҡайтты.
- Эй, әсә, һинең һөйөклө улың бик йыраҡ илдәрҙә бер батшаның ҡулына әсирлеккә төштө, - тип әйттеләр.
Был әсә, хәсрәт утында яна-яна, рухи уҡытыусыһы булған Жүнәит хәҙрәт янына барып:
- Эй, остазым, улым, берҙән-берем әсирлеккә төштө. Ул иҫән-һау булып, шунан ҡотолһон өсөн доға ҡыл әле, - тип әсә кеше күҙ йәштәре менән ялбарҙы.
- Эй, хөрмәтле шәкертем, әсәләрҙең балаларына ҡылған доғаһы беҙҙең доғанан күпкә ҡабулыраҡтыр. Бар ҡайт, тыныслан, сабыр ит, доғала бул. Улың иҫән-һау булыр, - тип яуап ҡайтарҙы хәҙрәт.
Әсә кеше өйөнә ҡайтып китте. Көнө - көн, төнө - төн булманы. Ашаған ризығының, эскән һыуының тәмен татыманы. Күҙҙәренән йәштәре шишмәнән аҡҡан һыу кеүек аҡты. Көндөҙ күҙҙәрен тәҙрәнән
алманы, гел улын көттө. Төндәрен башын сәждәгә ҡуйып үткәрҙе. Йөрәге - яныуҙан, теле - доғанан, күҙе - күҙ йәштәренән туҡтаманы. Иртәнге намаҙҙан һуң хәҙрәт янына йүгерҙе.
Хәҙрәт уға:
- Һинең доғаң минекенә ҡарағанда өҫтөнөрәктер, - тип кисә генә әйткән һүҙҙәрен тағы бер тапҡыр ҡабатланы.
Был хәл ҡырҡ көнгә ҡәҙәр дауам итте. Ғәзиз әсәнең башындағы сәстәре ағарҙы. Ҡайғы утында яна-яна, ҡоро һөйәккә ҡалды. Ҡырҡ көндән һуң ул тағын хәҙрәт янына барҙы. Бөтөнләй арыған әсә бөтөн көсөн юҡ итеп, аңын юғалтып, хәҙрәттең ишек янында йығылды. Хәҙрәт, доғаларын уҡып, уның йөҙөнә өрөп, һыуҙар эсереп уны һушына килтергәндән һуң, йылмайып, ҡатынға:
- Эй, ғәзиз әсә, һинең доғаң ҡабул булды. Ете күкте кәртәһеҙ үтеп, доғаңа яуап килде. Бөгөн төндә бик асыҡ бер төш күрҙем. Иртәгә һөйөклө улың иҫән- һау булып ҡайтып етер. Бар, ҡайт, һөйөнөслө йөҙөң менән улыңды ҡаршы алырға әҙерлән, - тип әйтте.
Әлеге һүҙҙәрҙе ишеткән әсәнең йөҙө болоттарҙан арынған ҡояш кеүек яҡтырып китте. Ул, ашыға-ашыға, өйөнә ҡайтты. Улының иң яратҡан ризыҡтарын әҙерләне. Һөйөнөстән башын мендәргә лә ҡуйманы, төнөн йоҡламайынса уҙҙырҙы. Таң ата башлауға уҡ урамға сыҡты һәм күҙҙәрен юлдан алманы. Яҡынса өйлә ваҡыты еткәндә ике баһадир әсәнең берҙән-бер улын иҫән-имен рәүештә өйөнә ҡайтарып, әсәгә тапшырҙылар. Әсәнең һөйөнөслө күҙ йәштәрен ҡәләм менән аҡ биткә яҙыу һис тә мөмкин түгел.
Өйгә кереп, бер аҙ ял иткәндән һуң, әсә улына:
- Был ауыр һынауҙа атайымдан да яҡыныраҡ булған остазым миңә таяныс булды. Жүнәит хәҙрәт янына бергәләп барып, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашайыҡ, - тип әйтте.
Улар икәүләшеп хәҙрәт янына йүнәлделәр. Барып етеп, сәләм биреп, доға ҡылғандан һуң, хәҙрәт егеттән:
- Әсирлектән нисек ҡотолоуыңды ғибрәт булһын өсөн беҙгә һөйләп кит әле, - тип һораны.
- Эйе, унан ҡотолоуым ғәжәп ғибрәтле хәл, - тип һөйләй башланы ул. - Беҙҙе әсирлеккә алғандан һуң, аяҡтарыбыҙҙы сылбыр менән бығаулап, иртәнге таңдан ҡояш батҡанға ҡәҙәр ауыр хеҙмәттәрҙә эшләтә инеләр. Был хәл һәр көн дауам итте. Һәм, ике көн элек, хеҙмәткә алып сыҡҡандан һуң, аяғымдағы тимер бығауҙар үҙ-үҙенән сәбәпһеҙ өҙөлдөләр. Һаҡсылар бығауһыҙ ҡалған аяҡтарымды күреп: "Сылбырҙарҙы нисек өҙҙөң?" - тип ҡаты ғына мине туҡманылар һәм тағын аяҡтарымды бығауланылар. Был осраҡта ла бығауҙар уларҙың күҙ алдында өҙөлөп, селпәрәмә килделәр. Улар был хәлде күреп ҡурҡтылар һәм аптырандылар ҙа мине батша янына алып киттеләр. Батша алдында ла был хәл ҡабатланды. Ул ғәжәпләнеп, тотлоға-тотлоға егеттән:
-Кем һин? Сихырсымы әллә Аллаһтың дуҫымы? - тип һораны.
-Мин сихырсы ла, Аллаһтың дуҫы ла түгелмен, ғәҙәти бер кешемен. Аяғымдағы бығауҙарҙың өҙөлөүе сәбәбен үҙем дә белмәйем, - тип яуап ҡайтарҙым.
Батшаның уң яғында ултырған аҡ һаҡаллы бер вәзир, уларҙан рөхсәт һорап:
- Һинең ата-әсәйең иҫәнме? - тип һораны.
- Атайым мин тыуғансы үлгән ине. Әммә, Аллаһҡа шөкөр, әсәйем иҫән, - тип яуап ҡайтарҙым.
- Әсәйең менән арағыҙ нисек? - тип тағын бер һорау бирҙе вәзир.
- Минең өсөн донъяла әсәйемдән яҡыныраҡ, ә әсәйемә - минән яҡыныраҡ кеше юҡ. Уның минең өсөн хәсрәт утында яныуҙарын бынан уҡ һиҙеп торам, - тип яуап бирҙем.
- Эй, батшам, ысындан да был егет беҙҙең кеүек ғәҙәти бер кеше. Уның бығауҙарын өҙә торған әйбер - әсәһенең әрнеп ҡылған доғаһы. Әгәр ҙә беҙ был егетте иҫән-һау хәлендә әсәһенең ҡосағына тапшырмаһаҡ, эй, батшам, һин дә, мин дә һәләк буласаҡбыҙ. Әсәһенең доғаһы беҙгә хәсрәт уты булып яуасаҡ, - тип һүҙҙәрен тамамланы вәзир.
Шунан һуң батша тетрәнеп ҡуйҙы.
- Ике ҡеүәтле тән һаҡсыларым, был егетте әсәһенә алып ҡайтып тапшырығыҙ. Уның менән берәй нәмә була ҡалһа, башығыҙ менән яуап бирәсәкһегеҙ. Һәм ул әсәнән беҙҙең өсөн дә доға ҡылдырығыҙ, - тип бойороҡ бирҙе.
Аллаһы Тәғәләнең хикмәте менән һәм, һис шикһеҙ, әсәйемдең доғаһы менән әсирлектән һәм бәләнән ҡотолдом, - тип һүҙен бөтөрҙө егет.
Жүнәит хәҙрәт:
- Күрҙегеҙме, әсәйең доғаһы, сабырлығы һәм доғала дауамлы булыуы бәләләрҙән ҡотҡара, һөйөнөслө хәлдәргә илтә, - тип әйтте.


(М. Шәрәфетдин, "Бәхетлеләрҙең серҙәре").

 

"Ҡайтырмын" йырын Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры артистары башҡаралар: Илнур Атйетәров, Рәсил Сынбулатов, Илнур Сәлимгәрәев, гитара-баянда уйнаусы - Марат Зөбәйеров🎶
Йырҙың һүҙҙәре, музыка, аранжировка, видео һәм монтаж авторы - Айҙар Латыпов.

Автор:
Читайте нас: