-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Муллалар тураһында фекер

Башҡорт халығы яманлап маташа үҙ муллаларын. Дөрөҫөн әйткәндә бар инде аҡсаға ҡыҙыҡһынып йөрөгәнләре лә. Ундайы ҡайҙа юҡ? Идара итеүселәр араһында бик күп донъя тип, халыҡты уйламай хеҙмәт иткәндәре, үҙ илен һатып йәшәуселәре. Мулла бары шул кеше затынан, айырым һауанан килеп төшмәган. Һәр кемдең ҙә тамаҡ. Ләкин үлеп китһәгеҙ кемегеҙгә поп саҡырырҙар икән? Берегеҙҙе лә урыҫ зыяратына илтеп һалмаясаҡтар бит. Ана шул, аламаҡ муллалар йыназа уҡыясаҡ. Ә үҙегеҙ мосолман булырлыҡ нимә эшләнегеҙ? Берәй тапҡыр ғөсөл, тәһәрәт ҡылып ҡаранығыҙмы намаҙға әҙерләнеп? Сәхәр, ифтар нәмә икәнен беләгеҙме? Ураҙа тотҡанығыҙ бармы?

Муллалар тураһында фекер
Муллалар тураһында фекер

Кеше тикшергәнсе, үҙегеҙҙән үҙегеҙ көлөүҙән башлағыҙ. "Мин ниндәймен икән?"- тип. Намаҙ ҡылғанығыҙ арағыҙда бик әҙ бит. Шунда ла мосолман булып йөрөйһегеҙ. Шунан никахларығыҙҙы, исем ҡуштырыуларығыҙҙы кем үткәрә шул муллалардан башҡа? Үҙегеҙҙе эре тотоу алдынан, кешенән көлөр алдынан, үҙегеҙҙе ҡарағыыҙ. "Мин мосолманмен" тип әйтер алдынан уйлағыҙ "Ә ней ерегеҙ мосолман икәнегеҙҙе күрһәтә?". Тел-теш араһына алып муллалар тураһында ғәйбәт менән нахаҡ һөйлагәнсе, бер изге эш эшләгеҙ. Муллалар бер береһенә былай дә дошман булырға тырыша, бере береһен яманлап, бер береһенән көлөп йәшәйләр. Заманса мулла инде. Болғансык булды лә китте заманаһы. Гел кешенең тормошон телгә алыу, кешенән көлөү, яманлау, әлеге ғәйбәт та нахаҡ ауыҙҙарында. Эшләгән эшләре күренмәй, ата-бабаларығыҙ һаҡлаған ерҙе лә һаклай алмайһығыҙ. Милләт булғас бергәләп тотонор карәк ине, "Беҙ бер милләт" икәнегеҙҙе курһәтеп. Башҡалар ана шуны ғына көтөп тора, былар яңылышһын тип, бер береһен кимерһен тип. Берҙәмлектә көс, ҡеүәт.

https://ok.ru/group/53881056133266/topic/156864482420114

 

Автор:
Читайте нас: