Тәфсирҙәрҙә аңлатыуҙарынса, улъяны ғәҙел итеп бүлгәндә, яу атына ике өлөш, һыбайлыға бер өлөш, йәйәүле яугирға бер өлөш бирелгән. Яу атының өлөшө яугирҙыҡына ҡарағанда ике тапҡырға артығыраҡ һаналған. Ошонан ғына сығып, уйлап ҡарағыҙ. Башҡорттарҙа аттан башҡа бер хайуан йәки йәнлеккә лә ул ҡәҙәр хөрмәт үә һөйөү белдерелмәй, башҡа бер хайуан йәки кейеккә лә ул ҡәҙәр матур һүҙҙәр әйтелмәй. Күпме йырҙарыбыҙҙа аттарға ҡағылған иҫ киткес юлдар бар. Мин уларға ғүмер буйы ғашиҡ булдым. Һәм ошо юлдарҙы туплап ҡуйырға тигән хыял йөрөттөм. Ниһайәт, был теләктәрем тормошҡа ашып, "Атлы азамат"ты булдырҙы ла инде.
Рауил Бикбаев.