+13 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраля 2025, 06:03

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә?

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә?Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә?
Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә?

Урал МОРТАЗИН, ике ул атаһы, бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Өфө ҡалаһы. Мин үҙем атай абруйы юғары булған ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫтем, шуға малайҙар өсөн өйҙәге ысын ирҙәрсә мөхит, мөнәсәбәт бик мөһим икәнен яҡшы беләм. Атай улына һәр йәһәттән өлгө, абруй булырға тейеш. Шул саҡта уның һынаулы бер ҡарашы ғына ла ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Төрлө һөнәргә өйрәтеү ҙә - атай бурысы. Тимәк, уның үҙенә эш белеү мотлаҡ. Иман, рух та бала күңеленә үҙенән-үҙе инмәй. Тарихыбыҙҙы, батырҙарыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш тормош тотҡаһы буласаҡ малайҙар.

Хәҙер "Ҡайҙа ысын ир-егеттәр?" тип оран һалыу модаға инеп китте. Улар бер ҡайҙа ла юҡ булмаған - тыуалар, арабыҙҙа йөрөйҙәр, тик тейешле тәрбиә алмағандар. Малайҙар балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында. Ни өсөн шулай, нишләп ир-егеттәр уҡытыусылыҡҡа бармай хәҙер? Яуабы ябай ғына - эш хаҡы түбән. Көслө затҡа ғаиләһен аҫрарға, балаларына лайыҡлы тормош шарттары булдырырға кәрәк тәбаһа.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ветеран-яугирҙар күпләп килгән мәғарифҡа, беҙҙең атайҙар, унан һуңғы быуын улар мәктәбен үткән. Ир уҡытыусыһының өлгөһө, үҙен тотоуы, тәртибе - малайҙар өсөн барыһы ла мөһим. Ә бөгөн хәл башҡа. Уны нисектер төҙәтергә кәрәк. Күңелемдә малайҙар өсөн шәхси мәктәп асыу хыялы бар. Унда уҡытыуҙың дөйөм программаһына ингән фәндәрҙән тыш, бейеү ҙә, уҡтан атыу ҙа, һыбай йөрөү ҙә, көрәш тә булырға тейеш. Башҡорт борондан ат менән айырылғыһыҙ булған. Уны тотоп, һыйпап ҡарау, һыбай менеп йөрөү хәҙерге балаларҙа ҡан хәтерен уятыу, онотола барғанды иҫкә төшөрөү өсөн бик шәп дауа бит ул. Ә бейеү ихтыяр көсө тәрбиәләй, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Глобалләшеү дәүерендә үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы юғалтмаҫ, малайҙарыбыҙҙы, буласаҡ милләт тотҡаларын, маҡсатлы, рухлы итеп тәрбиәләү өсөн ундай уҡыу бигерәк тә кәрәк. Асылыңды беләһең икән, йәшәүе лә, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуы ла, ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеү ҙә күпкә еңелерәк.

Ике улым да әле - уҡыусы балалар, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала Башҡорт гимназияһында уҡыйҙар. Тхэквондо секцияһында шөғөлләнеп, был көнсығыш алыштың серҙәрен үҙләштерәләр. Хәҙер инде улар тренерҙарының беренсе ярҙамсыһы, кескәйҙәргә үҙҙәре дәрес бирә. Шуға ныҡ ҡыуанам: улымдың класс етәксеһе - ир-егет.

Рәсүл БАЙГИЛДИН яҙып алды.

https://vk.com/@-36948678-ir-balala-nisek-ir-egetlek-sifattary-trbilrg

 

Автор:
Читайте нас