Кем белә, бәлки, был әйтемдәрҙе ҡунаҡлашыуҙы, ҡунаҡ итеүҙе яратмағандар уйлап сығарғандыр. Нимә генә тимә, "ҡунаҡ" һүҙенең тамырында "ҡун", "ҡуныу" йәғни "йоҡлап сығыу" һүҙҙәре ята. Ҡунаҡ ул иң беренсе нәүбәттә ҡуна килеүсе кеше. Беҙ бәләкәй саҡта атай-әсәйҙәрҙең нисек итеп ҡунаҡ саҡырышып, гөрләшеп йәшәүҙәрен күреп үҫтек. Әйтәйек, бер ауылда бер өй аша ғына йәшәгән егет менән ҡыҙ өйләнешһә, тәүҙә әйттерергә килеп, өс көн буйына ҡунаҡ була инеләр, мал алырға килгәндә лә өс көн буйы ҡунаҡлашалар. Туйҙар дүрт көн бара: тәүге көн - ҡыҙыл туй, икенсе көн - йыуаса, өсөнсө көн - сыбыртҡы ите, дүртенсе көн - ҡыҙ оҙатыу һәм кейәү йортонда ҡыҙ ҡаршылау. Шулай итеп, егет менән ҡыҙҙың өйләнешеү мәшәҡәттәре ун көнгә һуҙыла торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡунаҡ булып килеүселәрҙе, бер өй аша ғына йәшәһәләр ҙә, өйөнә ҡайтып килергә лә юл ҡуймай инеләр. Хәҙер инде, заман башҡа, заң башҡа, ҡайһы бер туйҙар иң күбендә 1-2 көндә тамамлана. Беҙ, малайҙар иһә, апайҙарыбыҙҙың туйына килгән ҡоҙаларҙың атын ҡарау, һуғарыу, бесән, һоло һалыу менән булдыҡ. Ҡунаҡтың йәки ҡоҙаның аты ихатаға инеүе була, хужаның аты ялан кәртәгә сығарылып, әүеҫлек аҫтына индерелеп ҡуйыла, септә лә ҡунаҡтың атына ябыла ине. Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ ине шул ул заманда.