+18 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраля 2025, 13:49

Күстәнәс биреү мотлаҡ!

Яңыраҡ отпускым ваҡытында мин туҡталған ауылдан 32 саҡрым алыҫтағы ауылда йәшәүсе дуҫым мине кис ҡояш байығас үтәсәк күркәм сараға саҡырҙы. Беҙ бәләкәйҙән шуға күнеккәнбеҙ: ҡайҙа барһаҡ та, күстәнәсһеҙ йөрөмәйбеҙ. Сара дуҫымдың йортонда түгел, башҡа урында үтте һәм шулай килеп сыҡты: мин төнгө сәғәт берҙә генә уның йорто янынан ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдым. Тик шул саҡта ғына уның ғаиләһенә тигән күстәнәсте дуҫымдың ҡулына тоттороп ҡайтырға сыҡтым. Һәм нимә булды, тиһегеҙме? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Күстәнәс биреү мотлаҡ!Күстәнәс биреү мотлаҡ!
Күстәнәс биреү мотлаҡ!

Иртәгәһен, уттай ҡыҙыу эш ваҡытында, юҡ һылтауҙы бар итеп, дуҫым күстәнәсен тотоп минең янға килеп етә лә һалған. "Уңайһыҙландым, төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым", ти үҙе.
Күстәнәс, бүләк биреү "Хоҙайға ҡайтыу" китабында түбәндәгесә аңлатыла: "Нимәлер биреү, алыу (күстәнәс, бүләк, әйбер, хоҡуҡ һ.б.) өсөн энергияның туҡтауһыҙ хәрәкәте талап ителә..." Икенсе төрлө әйткәндә, нимәлер алыр өсөн иң тәүҙә нимәлер бирергә кәрәк, йәғни энергияның хәрәкәте генә артабанғы хәрәкәтте тәшкил итә. Урыҫтар был саҡта "Буш сыр тәпелә генә була", тиһә, башҡорттар "Буштың атаһы үлгән", ти. Тимәк, ҡунағына күстәнәс биреп ҡайтарыусы хужа был ғәмәле менән үҙенә лә күстәнәс, бүләк, рәхмәт, сауап булып ҡайтасаҡ изгелек энергияһын хәрәкәткә килтерә, йәғни изгелек, мәрхәмәтлек мөхите, түңәрәге барлыҡҡа килтерә. Ҡунаҡҡа биреп ҡайтарылған тәмле күстәнәс, танһыҡ ризыҡ, әлбиттә, уның йортонда ҡалған балаларына тәғәйенләнә. Тимәк, уны ауыҙ итеп һөйөнгән балаларҙың шатлығынан килгән сауабы ла үҙе ни тора.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

Автор:
Читайте нас