+9 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
8 Февраля 2025, 17:05

Тыуған көн хөрмәтенә

Булған хәл

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыуған көн хөрмәтенәТыуған көн хөрмәтенә
Тыуған көн хөрмәтенә

- Һин мине һанламайһыңмы әллә? Һанлаһаң, тыуған көнөм хөрмәтенә әҙерәк булһа ла тотор инең.

- Юҡ, эсмәйем, тип әйттем бит инде.

Таныш апай һаман үҙенекен тылҡый. Уға әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни! Тора-бара ризалашырға тура килде.

Был ваҡытта йәмле йәй айы ине. Ятаҡта бер кем дә ҡалмаған, күптәр отпускыла. Етмәһә:

- Тыуған көнөмдө үткәрергә кеше лә юҡ. Һин генә, - ти.

Ярай, күңеле булһын инде, тинем. Ағиҙел буйындағы бер кафеға төшөп ултырҙыҡ. Теләһәң, бейергә урыны ла , музыкаһы ла бар. Матур ғына ер. Йәй булһа ла, кеше лә әллә ни күп түгел!

Таныш апай өйҙән алып килгән шарабын  өҫтәлгә сығарып ултыртты. Бер рюмка, унан икенсеһе түңкәрелде. Эсеп өйрәнмәгәс, башыма әҙерәк сыҡҡан кеүек тә булды. Өсөнсө рюмкаһын ҡоям, тип үрелгәйне, өҫтәлдәге шарабы күҙ алдында ултырған ерҙән әллә ҡайҙа юҡҡа сыҡҡан. Кемдер алды тиһәң, эргәлә кеше лә юҡ. Бөтә ерҙе эҙләп, сумкабыҙҙы ла аҡтарып бөттөк, табылманы. Алыҫтараҡ ултырған кешеләрҙән дә һорашабыҙ, күрмәгәндәр. Шулай эсеп ултырған ерҙән серле генә юҡ булды.

- Миңә эсергә ярамай, тип әйттем бит, - тием.

- Һине фәрештәләр һаҡлай, күрәһең, хатта эсеүҙән дә аралайҙар. Һиңә, ысынлап та, эсергә ярамайҙыр, - тип, ул башҡаса эсергә тәҡдим итмәне.

Бындай серле боролошҡа аптырап та ҡуйҙым. Ул саҡта, намаҙға баҫмаһам да, ваҡытым булғанда доғалар уҡып ала инем. Был юлы ҡурҡышымдан иртән тороп, китаптан ҡарап, намаҙ ҙа уҡып ҡуйҙым. Унан һуң Аллаһы Тәғәләнән ҡат-ҡат ғәфү итеүен һорағас, күңелем бер аҙ тынысланғандай булды. Был ваҡиғанан һуң теге таныш апайым да бүтән тыуған көнөнә саҡырманы.

Г. Ғүмәрова.

Автор:
Читайте нас