+20 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
5 Января 2025, 12:20

"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"

«Үҙемде тылсымсы артист тип хис итәм, тамашасырға һәләтемде генә түгел, күңел йылымды өләшәм»

Бик күп тантаналы сараларҙың, байрам табындарының көтөп алған ҡунағы ул... Уның ҡабатланмаҫ,  үҙенсәлекле сығышы – «йондоҙло портрет»  тамашаһы берәүҙе лә биратаф ҡалдырмай. Әйткәндәй, үҙенең ижад юлын матбуғат өлкәһендә  – «Шоңҡар»  журналында биҙәлеш мөхәррире булараҡ башлап, байтаҡ ҡына шағирҙарҙың  портреттарын төшөрөүгә, сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәрҙе, төрлө йөкмәткеле китаптарҙы биҙәргә лә өлгөрҙө ул.  Хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу фриланс юлында. Башлыса  портрет йүнәлешендә эшләй...

Шулай итеп, был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе рәссам Гүзәл Хәйбуллина менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

–  Гүзәл, һине дизайнер, портрет оҫтаһы булараҡ беләбеҙ. Үҙенде кем тип атарһың? Ижадындың үҙенсәлектәре хаҡында әйтеп үт әле?

–  Мин кескенә саҡтан уҡ рәссам булырға хыялландым. Әле лә иҫемдә, 3-4 кластарҙа уҡығанда рәсем дәресендә «Үҫкәс мин кем булам?» тигән һорауға яуап итеп һүрәт төшөрөргә ҡушылғайны. Ни эшләптер мин үҙемде матур оҙон күлдәктә, «этюдник»  менән тәбиғәт  ҡосағында итеп һынландырғайным. Аллаһы Тәғәләнең «Амин» тигән сағына тура килгән, курәһең. Хоҙайға шөкөр, бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, тип әйтә алам.

 –  Ижадҡа ынтылыш ҡасан башланды? Үҙеңдең ижади үҫеш юлың хаҡында һөйләп үт әле?

–  Үҙемде белә башлағандан уҡ  ҡулымда ҡағыҙ, ҡәләм, ручка, йә  фломастер булды. 6 йәшлек сағымда атайым  минең ынтылышшымды күреп, эштәремде   «Башҡортостан балалары һүрәт төшөрә» тигән конкурсҡа ебәрҙе. Жюри ағзалары ул эштәремде юғары баһаланы, республикабыҙҙың 100 талантлы балаһы араһында минең  дә исем шәрифтәрем бар ине.  Был хәл мине ҡанатландырып ебәрҙе, үҙемә ышаныс өҫтәне. Шул мәлдә бүләккә бирелгән әкиәт китабын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Унан һуң башланғыс класстарҙа уҡығанда рәсем  дәресен алып барған  йәш уҡытыусыбыҙ Гөлнара Рафик ҡыҙына бик рәхмәтлемен. Ул да беҙгә ижад доньяһына ишектәр асты, үҙенең дәрестәре менән ҡыҙыҡһындыра белде. Гөлназ апайым менән көн дә дәрестән һуң Гөлнара Рафиҡ ҡыҙы ойошторған өҫтәмә рәсем түңәрәгенә йөрөнөк. Әммә,  күп тә үтмәҫтән, яратҡан уҡытыусыбыҙ кейәүгә сығып, беҙҙең ауылдан күсеп китте. Бер нисә йылдан  әсәйем менән атайым үҙ-ара кәңәшләшеп, мине  ауылдан 20 саҡрым йыраҡлыҡта булған  район үҙәге Кушнаренкоға һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөтөргә булды. Унда 4 йыл дауамында уҡытҡан ике уҡытыусымды  ла тик рәхмәт тойғолары менән генә иҫкә алам: Зилә Фәнил ҡыҙы һэм Венера Фаил ҡыҙы миңә ҡарата һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булды. Һынлы сәнғәт нигеҙҙәрен – классик һүрәт, натюрморттар, бисер менән үреү, декоратив һүрәт һәм башҡалар менән таныштырҙылар. Шул белемдәрем миңә киләсәктә юғары уҡыу йортона ингәндә бик тә  ярҙам итте.

–  Йондоҙло портрет... Ул үҙенә күрә бер шоу. Ижадтың был төрөнә тотоноуың нисегерәк булды? Был алымды үҙләштерп, ошо йүнәлештә эшләп алып китеүе еңел генә булмағандыр, моғайын...

– Мәктәп йылдарында  рәсем менән мауығыуҙан тыш, йыш ҡына сәхнәлә сығыш яһай инем: йырларға ла, бейергә лә яраттым, хатта класташтар менән спектаклдәр ҙә ҡуя торғайныҡ.  Йондоҙло шоу – минең ошо ике ынтылышымды берләштерә торған ижади номер.  Тәүге тапҡыр уны 2016 йылда интернет селтәрендә күреп ҡалдым да, хайран ҡалдым, шул хәтлем был алымды өйрәнгем, шул рәссамдар кеүек кешеләргә  сағыу хис-тойғолар, ниндәйҙер тылсым күрһәтәһем килде!  Ул ваҡытта материалдар тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ ине. Төрлө-төрлө варианттар менән эшләп ҡараным. 3 ай тирәһе эҙләндем, инде күңелем төшөп, ҡул һелтәргә уйлағанда, тормош иптәшем Илгиз, әйҙә тағы ла бер аҙ тырышып ҡара әле, һинең барыһы ла килеп  сығасаҡ тип күңелемде үҫтереп ебәрҙе. Һәм, ысынлап та, әкренләп картиналарым килеп сыға башланы һәм беҙ икәүләп төрлө байрамдарҙа йондоҙло номерҙарыбыҙ менән сығыш яһарға тотондоҡ. Илгиз миңә подрамниктар эшләп бирҙе, материалдар барланы һәм сығыш ваҡытында ла ярҙам итеп тороусы уң ҡулым булды.

–  Сығыш мәлендә ниҙәр кисерәһең, ҡаушатмаймы?

–  Сығыш яһағанда мин бөтөнләй башҡа кешегә әүереләм кеүек. Үҙемде тылсымсы артист  тип хис итәм, тамашасыға һәләтемде генә түгел, күңел йылымды өләшәм, уларҙа ҡабатланмаҫ хис-тойғолар  тыуҙырырға тырышам. Ә инде  сирләп йә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп торам икән, кешеләр алдына сығып баҫыуым була, барлыҡ  сырхауҙарым, ҡайғыларым онотола!

Төрлө саҡтар була, әлбиттә.Ҡайһы саҡта бик юғары вазифалағы кешеләр алдында сығыш яһарға тура килә, ҡулдар ҡалтырай башлай хатта, ваҡ деталдәрҙе эшләгәндә бигерәк яйһыҙ була. Әммә мин үҙемде тынысландырып, тиҙ генә ҡулға алам да аҙағы барыбер матур килеп сыға!

–  Көтөлмәгән хәлдәр буламы?

–  Һирәк, әммә булғылай: ут һүнеп, музыка туҡтағаны бар,  бәләкәй балалар ялтырауыҡтар менән уйнай башлап, биттәрен-сәстәрен биуяп  бөтөүе ихтимал. Шунан әсәләре саҡ таҙартып ала инде үҙҙәрен. Ҡайһы берҙә асыҡ һауала сығыш яһарға тура килә, ел менән үҙем дә баштан-аяҡ ялтырауыҡҡа  «ҡойонған» саҡтарым булды. Төрлө хәлдәрҙән сығырға тура килгеләй ул шулай. Әммә иң мөһиме – юғалып ҡалмайынса, йылмайып, үҙ эшеңде дауам итергә!

– Йондоҙло портрет  – яңғыҙ ғына башҡарып сыға торған эш түгел. Янында ярҙамсыларың булыуы ла мөһим...

– Әйтеп үтеүемсә, иң ҙур ярҙамсым – тормош иптәшем. Уны рухи йәһәттән ярҙамын да тоям мин. Элегерәк беҙ эшкә сығып киткәндә ҡәйнәм менән ҡайным кескенә уылыбыҙҙы үҙҙәре янында  алып ҡалды. Уларға бик рәхмәтлемен! Байрам алып барыусы коллегаларыма, минең менән дуэтта сығыш яһаған  артист-музыканттарға рәхмәтлемен!  Бергә-бергә беҙ номерҙы тағы ла сағыу һәм  онотолмаҫлыҡ итергә тырышабыҙ!

– Кемдең дә булһа портретын ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында яһай алмаған саҡтар буламы, әйтәйек, күңел тартмаған?

– Бәләкәйҙән үк ҡыҙҙар образын һүрәтләргә яраттым, ир-аттар бик килеп сыҡмай кеүек ине. Хәҙер инде бик күп йылдар портреттар менән шөғөлләнгәс, ундай проблема юҡ. Әммә бөтөнләй ҙә килеп сыҡмай икән, мин яңы ҡағыҙ алып, рәсемде яңынан төшөрә башлайым. Ә йондоҙло шоу алыднан заказсыларға  эскиз эшләп ебәрәм, әгәр ҙә уларға ниҙер оҡшамаһа  – үҙгәрештәр индерәм, йәиһә бөтөнләй икенсе фотоға ҡарап эшләйем.  Килеп тыуған бөтә мәсәьәләне лә  нисектер хәл итеп була тип иҫәпләйем.  Бары түҙемлек һәм теләк булырға тейеш.

–  Бер заказды башҡарыу өсөн күпме ваҡыт талап ителә?

–  Төрлөсә була. Ниндәй материалдар менән ниндәй форматта, эштең ябайыраҡ йә ҡатмарлыраҡ булыуы – былар барыһы ла  роль уйнай. Мәҫәлән, майлы буяуҙар менән киндерҙә күп кешеле ғаилә портреты берәр аҙнаға һуҙылырға мөмөкин, ә инде А 3 форматында ҡәләм менән бер кешенең портретын бер нисә сәғәттә лә әшләргә мөмкин. Материалдар барлау, багеттар һайлап, рамкаларға заказ биреү – улары ла бик күп ваҡыт талап итә.  

– Портреттарҙы кәйефең булмағанда йәки ауырып торғанда ла эшләргә тура киләлер ул?

–  Ундай ваҡыттарҙа иң ауыры -–  башлап ебәреү. Бер башлап ебәргәс, туҡтап булмай. Ижади процесс тулыһынса үҙенә алып инеп китә лә бар донъямды онотоп, яратҡан эшемә биреләм.

–   Һине нимә илһамландыра?

–  Тирә-яҡтағы матурлыҡ, кешеләр матурлығы һәм төрлөлөгө (бөтөн кеше лә үҙенсә матур, сабый баланан алып өлкәнәйгән инәй-бабайҙарҙың да ҡабатланмаҫ үҙ матурлығы бар). Уҡыусы сағымда, студент йылдарымда сағыу һүрәтле китап-журналдар, күргәҙмәләр илһамландыра ине, хәҙер инде бигерәк яйлы: интернет селтәрендә төрлө рәссамдарҙың картиналарын ҡарап, илһам алырға була. Күңелгә үтеп инә торған музыка, сәйәхәттәр ҙә, хисле кеше булараҡ,  миңә яңы  эмоциялар бирә. 

–  Ижадтан ялҡып киткән саҡтар буламы?

–  Иң яратҡан эш тә, әгәр ваҡытында ял итә белмәһәң,  ялҡытып ебәрергә мөмкин. Шуға заказдар бик күп булып китһә, уларҙы үтәп бөтөргәндән һуң бер нисә көн ял итеп, эшемде тағы ла һағынып, әйләнеп ҡайтам.

– Бөгөн үҙ һәләтеңде, үҙ мөмкинлектәренде тормошҡа ашыра һәм шул йүнәлештә эшләп үҙеңә үҙен эш булдыра торған заман. Һин күптән инде ирекле ижад юлында. Был йәһәттән тәжрибәң ҙур. Үҙен эҙләгән, үҙенә оҡшаған йүнәлештә эш башларға ҡыймайыраҡ йөрөгән замандаштарыбыҙға ниндәй кәңәштәрең булыр?

–  Эйе, фрилансер юлын һайлауыма  оҙаҡламай 12 йыл була инде. Ул ваҡытта был күренеш бик һирәк ине, офислы эштән киткәс, баштағы мәлдәрҙә атай-әсәйемә, ҡайным менән ҡәйнәмә лә әйтергә ҡурҡыбыраҡ йөрөнөм, уларҙы ҡайғыртаһым килмәне. Хәҙер инде ирекле һөнәр кешеләре бик күп, үҙ йүнәлештәрен тапҡандар өсөн  шатмын! Әгәр ҙә кемдер үҙен ниндәйҙер өлкәлә һынап ҡарарға теләй, әммә ҡыйыулығы етмәй икән – уларға эшләп ҡарамайынса  аңлап булмаясаҡ тип әйтер инем. Фриланс юлы бөтөн кешегә лә тура килмәҫкә мөмкин, уның үҙ “минустары”  бар, әммә көслө теләк бар икән – барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп була! Ә янығыҙҙа һеҙгә ышаныс биреп торған яҡын кешеләрегеҙ ҙә бар икән, теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу тағы ла еңелерәк бирелер!

–   Үҙендең портретыңды яһағандары бармы?

–  Студент ваҡытта төркөмдәштәр менән бер-беребеҙҙең портретын яһап, бүләк итә торғайныҡ.  Шундай бер нисә портрет әле лә һаҡлана миндә. Бик ҡәҙерле улар! Ә һуңынан инде мине төшөрөүсе булманы, бәлки, киләсәктә төшөрөрҙәр әле, кем белә.


–  Үҙенде һынлы сәнғәттен тағы ла ниндәй йүнәлешендә һынап ҡарарға теләр инең? Моғайын, яны проекттар хаҡында ла уйланаһындыр?

–  Әлегә мин төрлө йүнәлештәрҙәге портреттарымды профессиональ йәһәттән үҫтерергә тырышам: мәҫәлән, алтын һәм көмөш кенә түгел, төҫлө ялтырауыҡтар ҙа ҡуалланам, заказсылар үҙҙәре лә тылсымлы картиналар эшләп ҡараһын өсөн, “заготовка”лар яһап бирәм.  Бик күптәр минән  үҙем алып барған йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреүемде лә һорай, әммә әлегә үҙемде әҙе тип тоймайым. Тик киләсәктә  был да мөмкин булыр тип уйлайым.  Буш ваҡытым күберәк булһа, абстракция, интерьер, картиналарын эшләргә теләгем бар.

–  Иң ҙур хыялың?

­­–  Күп хыялдарым тормошҡа ашты тип уйлайым. Яратҡан эшем, ғаиләм, яҡын кешләрем, нинәдйҙер кимәлдә популярлығым да бар – былар барыһы ла мине бәхетле итә. Барыһы өсөн дә Хоҙайға рәхмәтлемен! Әммә, яйы килеп сыҡһа, төрлө илдәрҙә йәшәп ҡарарға хыялым бар, төрлө мәҙәниәтте, төрлө халыҡтың  йәшәү рәүешен өйрәнер, илдәр гиҙеп, Ер шарының матурлығын күҙәтер инем.


–  Ижадтан тыш тағы ла нимәләр ҡыҙыҡһындыра?

–  Ижадтан тыш, бик йыш килеп сыҡмаһа ла, сәйәхәт итергә яратам. Ваҡыты-ваҡыты менән мода менән дә ҡыҙыҡһынам, айырыуса байрам образдары, оҙон итәкле күлдәктәр оҡшай. Психология ла миңә яҡын йүнәлеш, күп проблемаларыбыҙ беҙҙең башта икәненә төшөндөм, һәм ауырлыҡтарҙы тормош дәрестәре, тәрбиә итеп ҡабул итергә өйрәндем. Нисек кенә булмаһын,  йәшәү –  ул  ҙур бәхет, һәр  көн – бүләк. Шул бүләктәргә шатланып, рәхмәтле булып йәшәрәгә яҙһын! 

– Барлыҡ  ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп була. Бары үҙеңә ышанырға һәм ярты юлда туҡталып ҡалмаҫҡа тигән фекер бер нисә тапҡыр яңғыраны был әңгәмәлә...  Уңышҡа илткән юлың, иджад серҙәрең менән уртаҡлашыуың, һинән урғылған матурлыҡ,  позитив кәйеф  өсөн рәхмәт, Гүзәл!  Хыял-ниәттәреңдең артабан да тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

– Рәхмәт!

Г. Батыршина.

"Тамаша" журналы, 2024 йыл, 4-се һан.

 

 

"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"
"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"
"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"
"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"
"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"
"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"
"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"
"Үҙемде тылсымлы артист тип хис итәм"
Автор:
Читайте нас