Яңы йыл көтөп алынған матур байрам булһа ла, балалар бәләкәй саҡта, уларҙы ҡалдырып йөрөмәнем. Йылдар буйы байрам ҡайғыһы ла булманы, балаларыма әүрәп өйҙә генә ултырҙым.
Нурсиләм тыуған йылды (ул ноябрҙә тыуҙы) ныҡ яңы йыл концертына барғым килде. Бер ай ярымлыҡ сабыйҙы ҡалдырып китеп тә булмай бит инде. Рөстәм ауыл советында эшләй ине. Мин концерт ҡарап ҡына ҡайтайым әле, һин аҙаҡ барырһың тип инәләм. Юҡ, миңә глава доклад һөйләргә ҡушты, һөйләйем дә ҡайтам, шунан барырһың тигән ирем юҡ булды ла ҡуйҙы.
Кейенеп яһанып көтөп ултырам бит инде. Балалар йоҡлап бөттө, бәпесте лә йоҡлаттым. Моғайын уянмаҫ тип, бер ике номерҙы булһа ла ҡарап ҡайтайым әле, бер юлы алдап ҡасҡан ирҙе лә елтерәтергә уй бар инде, барырға булдым.
Ишек тотҡаһына тотоноуым булды, бәпесем уянып илап ебәрҙе, эңңә- эңңәәәә...
Барҙың бармай ҙа ни, йоҡлап ҡына ятһа ни була инде.
Кейенеп ишек тотҡаһына тотоноп торғанымда, башыма ошондай уйҙар килде. Ирҙе табып була, балаңды берәүҙә алыштыра алмай тигән.
Сисенеп сабыйымды ҡосаҡлап ятып йоҡланым.
Яңы йыл байрамы еткән. Матур кейенешеп ике килендәш ауыл клубына юлланған. Әле халыҡ йыйылып бөтмәгән, былар иртәрәк килгән инде.
Ҡыш бабай булып кейенеп, тоғон аҫып Фәрит Амантаев ағайыбыҙ йөрөй икән. Фәриғә инәй менән Фатима апай ҡыш бабайҙан күстәнәс һорайҙар икән, тегенең тоғон асыуы була, свет һүнгән дә ҡуйған. Был икәү мас булып, күстәнәсте арыуыраҡ һоҫоп алғандар инде.
Свет янып, байрам концерты башланғас, ҡыш бабай залға төшөп, концерт ҡарап ултырыусыларға кәнфит өләшә башлаған.
Фәриғә инәй менән Фатима апай тапҡырына еткәс, быларға ҡуҡыш күрһәткән дә, үтеп киткән.
Эй, көлөп алып киттек ти, эргә- тирәләге кешеләр бер нәмә лә аңламағас, аптырап ҡарай, беҙ һенебеҙ ҡатып көләбеҙ тип һөйләп көлдөргәйне апайым. Фәрит ағайҙың ҡуҡыш күрһәткәненә көлгәндәр инде. Ә кәнфитте ысынлап та мул һоҫҡандар, алып ҡайтып табаҡҡа ауҙарғайным, ярты табаҡ булды ла ҡуйҙы тип һөйләгәйне.
Мизифа Кашкарова.
https://balkantau.ru/articles/y-m-i-t/2020-06-07/tormoshta-bul-an-h-ld-r-n-92614