-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь , 19:25

Сәләм бир – сауаплы булырһың!

Сәләмләшеүгә мосолмандарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Улар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ихласлап, ҡул бирешеп, күрешә. “Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтөнөһө лә ярлыҡаныр”, – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм.

Сәләм бир – сауаплы булырһың!
Сәләм бир – сауаплы булырһың!

Сәләм биреү етмеш сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ҙы – беренсе булып, сәләм биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була.
Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт кенә түгел, ә бик сауаплы ғәмәл дә.
Шулай уҡ кешеләр бер-береһенә таныш-тоноштары аша сәләм әйтә. Һинең аша сәләм ебәргәндәр икән, һин уны, оҙаҡҡа һуҙмай, тәғәйен кешеһенә еткерергә лә тейешһең. Баҡтиһәң, үҙ мәлендә (онотолопмо, иғтибарһыҙлыҡ, йә иһә аңлы рәүештәме, башҡа сәбәп менәнме) тапшырылмаған сәләм кеше иңенә оло бурыс булып ята икән. Сөнки сәләм ул — аманат. Ә аманатты үтәү мотлаҡ.

Автор:
Читайте нас: