-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Декабрь , 22:06

ТӘҮБӘГӘ КИЛЕҮ. Хикәйә. Фирүзә АБДУЛЛИНА.

– Фәриҙә, һыу бир әле! – Хәмзә ҡарт, мендәренән башын ҡалҡытып, ҡараңғылыҡҡа өндәште. Йоҡламай әбейе, ғәҙәттәгесә шым ғына ятып тора, уның да йоҡоһо урыҡ-һурыҡ ҡына шул.

ТӘҮБӘГӘ КИЛЕҮ. Хикәйә. Фирүзә АБДУЛЛИНА.
ТӘҮБӘГӘ КИЛЕҮ. Хикәйә. Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Түшәгенән тороп, аш-һыу бүлмәһенән стакан менән һалҡын һыу килтереп бирҙе, эсеп бөткәнен көтөп, ҡулынан һауытын алды, өҫтөндәге юрғанын рәтләне лә аяҡ осона ултырҙы.

– Әллә фельдшер Нәфисәнән берәй дарыу һорап ҡарайыммы икән? Бер ҙә йоҡоңдоң рәте юҡ бит әле, – борсолоуы тауышына сыҡҡан үҙенең.

– Кәрәкмәй, организм былай ҙа ағыуланып бөткән, дарыу ней – химия бит инде, – тип ҡаршы килде ҡарт. – Әллә үлән сәйе эсеп ҡарағанда? Ҡайҙа, тәҙрә ҡорғанын ас әле, урамға ҡарап булһа ла ятайым.

Өйҙөң ҡаршыһында торған бағаналағы электр лампаһы һүрән яҡтыһын һаран ғына тирә-яҡҡа һибә. Тәҙрә ҡаршыһындағы алмағас һаман япраҡтарын ҡоймаған, улары яҡтыға ялтырап тора. Бөтә ағастар япраҡ ҡойоп ҡышҡа инергә әҙерләнгән, был ағасҡа нимә етмәй икән? Ҡыйыҡтан һирәк-һаяҡ ҡына тамсылар тама. Кистән ҡар яуа ине, әле йылытҡан. Таңға туңдырып ебәрһә, Аллам һаҡлаһын, юлдар катокка әйләнә инде...

Алтын көҙҙөң сыуаҡ, яҡты көндәре күптән үтеп киткән дә, ҡыштың башлана алмай ыҙаланған мәле. Ҡасан ҡыш етә лә ҡар ята инде тип көтә торған ваҡыт. Ҡыҫҡа ғына көҙгө көндөң үткәне артыҡ һиҙелмәй ул, ә бына төн етеүенән биҙерәп тора Хәмзә. Ҡасандыр төн уның иң яратҡан миҙгеле ине. Бала саҡта көнө буйы ата-әсәһенең йомош-юлына йүгереп, иптәштәре менән уйнап арыған малай башын мендәргә терәү менән йоҡо донъяһына сума ине, иртәнсәк әсәһе уята алмай аптырай. Егет сағында, киске уйынға сығып, ҡыҙҙар оҙатып таңға ғына ҡайтып ята ла тороу менән тағы эшкә тотона ине. Эй йәшлек, йәшлек!.. Өйләнгәс инде төн тағы ла нығыраҡ ҡыҫҡарҙы. Һәр хәлдә, бер ҡасан да төндән ҡурҡып, биҙеп торғанын иҫләмәй Хәмзә. Урта йәштәрҙә саҡта ла эштән арып ҡайтып, тамаҡ ялғар ҙа, тиҙерәк түшәккә тәгәрәр ине. Хатта төш тә күрмәй торғайны. “Эх, бәхетең булып, йоҡоң туйғансы бер йоҡларға ине”, – тип хыяллана торғайны, тик ундай бәхет кенә эләкмәне. Хәҙер бына эш тә юҡ, ваҡыт та етерлек, төн дә оҙонайҙы, ә күҙгә йоҡо эленмәй. Төрлө хәтирәләр, күптән үткән ваҡиғалар иҫенә төшөп йонсота, тынғы бирмәй.

Йәш, көслө, хәлле сағында бөгөнгө көнгә төшөрмөн тигән уй башына килдеме ни уның? Гел ҡәҙерле, һүҙе үтемле, ихтирамлы булып ҡалырҙай тоя ине үҙен. Ҡартлыҡ килер ҙә, бер кемгә лә кәрәгем ҡалмаҫ, артыҡ бер йән булырмын тип уйламаны. Көслө, үткер ине, власть үҙ ҡулында булды. Ниндәй генә вазифаларҙы башҡарманы! Язаларғамы, кисерергәме – ҡарарҙы үҙе ҡабул итте. Дуҫ-иштәре, туған-тыумасаһы, таныш-белеше быуа быуырлыҡ, һәр табында урыны түрҙән булды. Райондағы, Өфөләге түрәләр менән әшнәләшеп, үҙенә нисек кәрәк, шулай йәшәне. Милиция, суд тирәһендә лә ул үҙ кеше ине. Ни теләһә, шулай ҡыланды. Мәңге ошолай булыр һымаҡ ине лә бит...

Ошо көнгә ҡалырын алдан белгән булһа, билләһи, башҡасараҡ йәшәр ине Хәмзә. Йоҡоһоҙлоҡ үҙәгенә үтһә лә, урыҡ-һурыҡ күргән төштәренән айырыуса ныҡ ҡурҡа ул. Элек уйланмай, еңел генә эшләгән гонаһтары талай йәнен. Хәтер тигән нәмә лә хәтәр икән: бөгөн нимә эшләгәнен, нимә ашағанын иҫләмәһә лә, тиҫтәләрсә йыл элек булған ваҡиғалар ап-асыҡ, сағыу булып күҙ алдына баҫа ла, йоҡоһон осора йә һаташтыра. Ҡайһы саҡ һалҡын тиргә батып, ҡысҡырып уянып китә, ярай әле эргәһендә ғүмер буйы уға күнеп йәшәгән ҡатыны – Фәриҙәһе – бар. Бөтә ғүмерен ғаиләһенә арнаған ҡатыны ҡасан унан йылы һүҙ ишетте икән дә ир наҙы күрҙе икән?! Хәмзә һөйәркәләре менән типтергәнендә лә ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәне, күгәргән күҙ-башын кешегә күрһәтеп зарланып та йөрөмәне. Сабыр ғына донъяһын көттө, балаларын тәрбиәләне, эшенә лә өлгөрҙө. Иренең сит ҡатындар менән типтереүен бөтә халыҡ белһә лә, Фәриҙә һыр бирмәне, зарланманы, мөнәсәбәтен үҙгертмәне. Тик күҙҙәрендәге нуры ғына һүрелде, яурындары баҫылды, күҙгә тура ҡарап һөйләшеү ғәҙәте онотолдо. Ирҙең дуҫ-иштәре, әшнәләре күптән юҡҡа сығып бөттө, тик ошо ҡағылған-һуғылған, йылы һүҙ ишетмәгән ҡатыны ғына ҡайғырта, тәрбиәләй хәҙер. Балалары ла һирәк-мирәк шылтыратып хәл белешә лә онотҡанда бер ҡайтып китә. Мул итеп аҡса бирә алмай шул хәҙер, пенсия аҡсаһын аҙыҡ-түлеккә тотонаһыңмы ла, дарыуға еткерәһеңме?! Заманында балаларынан аҡса ҡыҙғанманылар, һәр теләктәрен үтәп кенә торҙолар ҙа бит... Улары иң шәп тип иҫәпләнгән уҡыу йорттарының дипломын артыҡ көсәнмәйсә генә алды ла йылы урындарға эшкә керҙе, бай донъяла рәхәтләнеп йәшәйҙәр хәҙер. Уларға өйөн дә һалышты Хәмзә, фатир ҙа, машина ла алып бирҙе. Еңел тормошҡа кеше тиҙ өйрәнә шул. Ейәндәрен дә иркәләтте, бүләктәрҙең ҡиммәтлеләрен һайланы. Һәр теләктәрен үтәргә тырышты. Хәҙер, бирер нәмәләре булмағас, үҙҙәренең дә кәрәге ҡалманы, шикелле.

 

2.

Урам буйлап еңел машина үтеп китте. Ете төн уртаһында кем йөрөйҙөр инде? Йәштәрҙер. Йәш сағында үҙе йөрөмәнеме ни? Таңға ғына ҡайтҡан саҡтары аҙ булдымы? Шулайтып йөрөмәһә, әле уның йоҡоһо ла тынысыраҡ булыр ине, моғайын.

Төрлө уйҙар йонсота Хәмзәне. Йәш, көслө сағында ҡылған ҡылыҡтары, уйламай эшләгән ғәмәлдәре әле уйландыра. Уйландыра ғынамы, йоҡоһон осороп, аҡылдан яҙҙыра, тынғы бирмәй. Кешегә лә һөйләп булмай. Хатта ғүмер буйы бергә йәшәгән ҡатыны ла белмәгән гонаһтары бар уның. Белгәндәре лә бар, ләкин, һөйләшеп ҡуйған кеүек, икеһе лә был турала иҫкә алмаҫҡа тырыша. Онотолмаған улар, һәр береһе хәтерҙә. Онотолһалар, еңелерәк булыр ине, бәлки. Ул үҙе онотҡан хәлдә лә, уның енәйәттәренең тере шаһиттары һирәкләп булһа ла бар бит әле. Заманында Хәмзәнән ҡурҡып телдәрен тешләһәләр, хәҙер инде “срок давности” күптән үткән, кем нимә тип иҫбат итә алһын? Яла яғыу өсөн дә статья бар бит әле. Халыҡтың үҙен яратмағанын, хатта күрә алмағанын яҡшы белә ул. Элек үҙенән ҡурҡыуҙары уға оҡшай ине, бөтәһен дә еңеп, баш эйҙереп алғанына маһайҙы. Бөгөн иһә яңылыш ҡына берәү ҙә инеп хәл белешмәй, ҡапҡа тышына сыҡһа ла һаулыҡ һорашып үткән кеше юҡ. Үлеп китһә, ауыл халҡы ҡәбер ҡаҙырға ла килмәй ҡуйһа?!..

...Һәр енәйәт өсөн язаһы булырға тейеш. Яза янамауҙы белеү тағы ла ҙурыраҡ енәйәткә юл аса икәнен иртә төшөндө Хәмзә. Хәлле, уҫал ғаиләлә яңғыҙ бала булып үҫте. Мәктәптә лә, йәштәр араһында ла үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән егет теләгәненсә ҡыланды. Атаһы менән әсәһе улдарын яҡлап, ел-ямғыр тейҙермәне. Атаһы түрә булды, әсәһе әсе теле, яһиллығы менән дан алған түрә бисәһе ине. Хәмзә урлашып тотолһа ла, тиҫтерҙәрен туҡмаһа ла уның өҫтөнән ялыу менән йөрөүсө булманы, сөнки уның ата-әсәһе менән бәйләнергә теләмәнеләр. Аҡты – ҡара тип иҫбат итәсәктәр барыбер, үҙең ғәйепле булып ҡалырһың. Институтҡа инеп уҡырға елкәһе етмәгән егет шоферлыҡҡа уҡып танытма алды ла колхоз рәйесе атаһының шоферы булып эшләй башланы, ситтән тороп ауыл хужалығы институтын тамамлаған тигән документ алды. Колхозда тиҙ генә үрләп китте, тәүҙә ферма мөдире булды, бер аҙҙан колхоздың баш зоотехнигы итеп үрләттеләр, унан район үҙәгенә эшкә күсте. Машина артынан машина алмаштырҙы, вазифа артынан вазифа тигәндәй... Кәрәкле кешеләрҙең күңелен күрә белде, шуға һүҙе лә үтте, хилаф эштәре лә фашланманы. Бер нәмәнән дә ҡурҡманы, намыҫы ла йонсотманы. Рәхәтләнеп, кинәнеп, теләгәнсә йәшәне. Берәй ваҡыт бөтәһе өсөн дә яуап бирәсәген генә белмәне. Белмәне шул!..

...Бер аҙ буранлап торған ҡышҡы төн ине. Йәш, күңелле йәшәргә яратҡан егет кешегә аҡса еткән ваҡыт буламы?! Аҡса булһа, ҡыҙҙар ҙа ауыҙыңа ғына ҡарап тора, иптәш егеттәрең дә һәр теләгеңде үтәргә әҙер. Ә аҡса тигәнеңдең күҙе юҡ, эш хаҡы тип түләгәндәре ике көнгә лә етмәй. Ҡайҙан аҡса табырға? Әлдә танышлыҡтары күп, еңел генә аҡса сығарып тотторорлоҡтары ла бар. Бары тик ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк, аҡса үҙе килеп инәсәк ҡулына! Машинаһын да тапты егет, ферманың төнгө ҡарауылсыһының ашарға ҡайтып китеү ваҡытын да алдан белде, малдар ҙа артыҡ ҡаршылашманы, өс баш һыйырҙы тейәп, йоморо ғына хаҡҡа осорҙо ла байтаҡ ваҡыт күңел асты. Төнгө ҡарауылсы ирҙең, урланған малдың хаҡын түләргә ҡушҡас, башын элмәккә тыҡҡанын да артыҡ иҫе китмәй генә ишетте. Өс бала атайһыҙ ҡалды, әсәләре эскелеккә бирелгәс, уларҙы тартып алып, балалар йортона ебәргәндәрен дә сабыр ғына үткәрҙе. Теге саҡта иҫе китмәгәйне лә, хәҙер берсә аҫылынып торған төнгө ҡарауылсы, берсә уның ҡатыны менән етем балалары төшөнә инә: “Ни өсөн беҙҙең ғаиләне туҙҙырҙың? Ни өсөн?!”

...Шулай көҙгө бер төндә, эскән килеш руль артына ултырып, ҡайтыу юлына сыҡты Хәмзә. Дуҫ-иштәр менән күңел асып алғас, кәйефе күтәренке, күңеле көр ине. Машина көслө, тыңлаусан, юл аулаҡ, әйҙә, елдер генә! Көтмәгәндә машинаға ниҙер бәрелде. Бер ни аңлап өлгөрмәгән Хәмзә тимер атын туҡтатып, ергә төштө, бер-нисә аҙым атлауға аяғы нимәгәлер эләкте. Эйелеп, һәрмәп ҡарағас, ҡото осто: был кеше ине. Күҙҙәре ҡараңғыға өйрәнгәс, тоноҡ ай яҡтыһында юлда ятыусының йәш егет икәнлеген абайланы. Нимә эшләргә?! Тиҙ генә егетте машинаһына һөйрәп һалып алды ла оло юлдан ситкә сығып, ялан өҫтөнән китте. Бер йырын табып, шунда кәүҙәне һалып, йырындың ярын ауҙарып, тиҙерәк ҡасыу сараһын күрҙе. Ҡурҡыуы шул тиклем көслө ине, хатта ҡорбанының ыңғырашып ҡуйыуын да иғтибарға алманы, уны ҡотҡарып булыу мөмкинлеге тураһындағы уйҙы башына ла килтермәне. Тиҙерәк енәйәтенең эҙен йәшерергә, үҙенә янаған яуаплылыҡтан ҡотолоу юлдарын эҙләргә ине бөтә теләге. Ҡасты! Әле тере, ярҙамға мохтаж йәш егетте шулай күрәләтә үлемгә дусар итте. Яңғыҙ әсәнең берҙән-бер ғәзиз улының ғүмерен ҡыйҙы. Был ҡайғынан мандый алманы әсәй кеше. Яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған улын өйләндереп, ейәндәр үҫтерешергә хыялланған әсә өсөн йәшәүҙең йәме лә, мәғәнәһе лә бер юлы юҡҡа сыҡты, ваҡытынан алда килгән үлемде лә ул, көтөп алған ҡунаҡ кеүек, шатланып ҡабул итте. Әле бына бик йыш ҡына ошо егет Хәмзәнең төшөнә инә, ул ҡулдарын һуҙып ярҙам һорай, ә Хәмзә уның өҫтөнә ер киҫәктәре ырғыта имеш. Тик нишләптер тупраҡ үҙенең битенә бәрелә, ауыҙына тула, уға һауа етмәй, сәсәй, тын ала алмай башлай... һәм ҡысҡырып уяна ла оҙаҡ ҡына тыныслана алмай, ҡабаттан йоҡлап китеүҙән, төшөнә кире ҡайтыуҙан аҡылдан яҙырҙай булып ҡурҡа. Төшөндә егеттең әсәһе килеп, Хәмзәнең яурынынан һелкетеп, улын таптыра, үкһеп илай, үлтереүсене ҡәһәрләй. Теге донъяға барғас уның менән осрашыуҙан ныҡ шөрләй ул!

 

3.

Иҙән аҫтындағы ҡыштырлау тауышы Хәмзәнең уйҙарын бүлде. Ошо көҙ аҙағы етһә, яландағы сысҡандар ауылға күсеү яғын самалай шул. Әбейенә әйтергә кәрәк, берәй сараһын күрһен. Ҡарттың тынғы белмәгән уйҙары ла, шул сысҡандар кеүек, төн еткәнен көтөп кенә тора ла үҙенә ризыҡ эҙләй башлай. Мейеһен, йөрәген, һаулығын кимерә... Ҡылған ғәмәлдәре өсөн язаһыҙ ғына ҡотолоп булмаймы икән?! Теге донъяла уны нимә көтә?!..

Теге донъяла ғына булмаҫтыр инде ул яуап биреү. Был донъяла, әле үк күргән ҡайғылары шул үҙенең гонаһтары өсөн яза рәүешендә ебәрелмәгәнме икән?! Биш йыл элек иркәләп кенә үҫтергән берҙән-бер ейәне иҫерек килеш кеше тапатып төрмәгә эләкте, судьялар менән һөйләшеп-килешеп, мәрхүмдең ғаиләһенә аҡса түләп, язаны саҡ еңеләйтә алдылар. Өс йыл ултырып сыҡты ла, бәрелеп-һуғылып, эшкә урынлашмай, ата-әсәһенең елкәһендә ята хәҙер. Ниндәй генә эш табып урынлаштырһалар ҙа оҙаҡҡа түҙмәй: йә ҡыуылып сыға, йә үҙе ташлап ҡайта. Сәбәбе һәр ваҡыт бер: эш хаҡы түбән, уны тейешенсә баһаламайҙар, хужа артыҡ юғары талаптар ҡуя. Ҡупшы кейенергә, тәмәке-араҡыға, күңел асыуға аҡсаны ата-әсәһенән, олатай-өләсәһенән һура. Наркотиктар ҙа ҡуллана башлаған тигәнде ҡолаҡ осо менән генә ишетеп ҡалғайны Хәмзә. Ишетмәмешкә һалышты. Нәҫеленең дауамы буласаҡ берҙән-бер ейәне ине бит...

Ейәнсәрҙәре лә бар Хәмзәнең. Улының ҡыҙы Әлиә бик ҡыйыу, әсәһенә оҡшап тырыш, уҡыуға шәп булды. Сибәрлеге лә, телгә үткерлеге лә бар. Мәктәптә үк шоферлыҡҡа уҡып, ун һигеҙе тулыу менән таныҡлыҡ алды, машиналы булды. Медицина университетына уҡырға инде. Ата-әсәһе алып биргән бер бүлмәле фатирҙа йәшәп, уңышлы ғына уҡып йөрөй. Маҡсат ҡуйып, ҡурҡыуһыҙ алға табан ынтыла торған ҡыҙ... Уны уйлаған һайын Хәмзә бүтән бер ҡыҙҙы иҫенә төшөрә, ул да ейәнсәре кеүек ине. Теге донъяға барғас ул ҡыҙ менән осрашыуҙан ҡото оса Хәмзәнең. Ә бит ниндәй сибәр ҡыҙ ине Әлфиә! Күпме егеттең һушын алған һылыу ине. Киләсәккә оло маҡсаттар ҡуйып, үҙенең баһаһын белеп, ышаныслы аҙымдар менән алға атлай ине. Күҙе төштө уға Хәмзәнең, ә ҡыҙ уны күҙенә лә элмәне, күңелеңә лә алманы, яҡын да ебәрмәне. Уйлап ҡараһаң, егет тә төшөп ҡалғандарҙан түгел ине лә бит: тулҡынланып торған сөм-ҡара сәстәре, ҡуйы ҡара ҡаштары, киң яурынлы бейек кәүҙәһе тиһеңме... Башҡа ҡыҙҙар уның иғтибары өсөн нимә генә эшләмәй, ә был холҡон күрһәтә, сығынсылаған була. Алдына алғанынан артҡа сигенә торған кеше түгел Хәмзә, барыбер уныҡынса буласаҡ! Әлфиә нығыраҡ киреләнгән һайын, егеттең дә үҙһүҙлелеге артты, йәнлек аулаған аусы кеүек ҡорбанын эҙәрләне. Йәйге ҡараңғы төндә әхирәтенең тыуған көнөнән ҡайтып килгән ҡыҙҙы ҡарауыллап тороп, оҙатырға тәҡдим итте, ә уныһы баш тартты. Ҡыйыулыҡ өсөн төшөрөп алғайны егет, түҙемлеге оҙаҡҡа етмәне. Ҡаршылашыуына ҡарамай, ҡыҙҙы машинаһына ырғытты ла тиҙлеккә баҫты. Алама төш кеүек иҫләй ҡалғанын. Ауылдан артыҡ алыҫ та булмаған урман ситенә барып туҡтағанын, ҡыҙҙы нисек машинанан төшөргәнен, ҡосаҡларға маташҡанын хәтерләй. Ҡорбаны ҡаршылашҡан һайын үҙендә нисек хайуан инстинкттары нығыраҡ уяна барғаны, ҡыҙҙың кейемдәрен йолҡҡолағаны, ир-ат ҡулы ҡағылмаған саф тәнде иҙгеләгәне... томан эсендә кеүек. Ҡорбанын ташлап ҡалдырыр алдынан уны иҫкәртергә онотманы Хәмзә, әгәр органдарға ғариза яҙырға уйлаһа, үҙе генә түгел, ә бөтә ғаиләһе зыян күрәсәк икәнен яҡшылап аңлатты. “Аҡыллы булһаң, киләсәктә лә һинең менән осрашып торорбоҙ әле, минән ҡасып бер ҡайҙа ла китә алмайһың, ялыу яҙыуҙың файҙаһы юҡ, бөтә милиция минең ҡулда, – тип киҫәтте. – Һеңлеләрең дә матур ғына булып үҫеп килә бит әле!” Иртәгеһенә ауылдың иң аҡыллы, иң матур ҡыҙын бөтә халыҡ эҙләргә сыҡты. Әлфиәне урманда, ағасҡа аҫылынған килеш тапҡас, милиция хеҙмәткәрҙәре, ул үҙенә ҡул һалған, тине, сәбәбен асыҡларға тырыштылар. Көсләүсене эҙләп маташтылар ҙа оноттолар. Енәйәт асылмаған килеш ҡалды. Күп төрлө фаразлауҙар булды халыҡ араһында, ләкин бер кем дә был үлемде Хәмзә менән бәйләмәне. Ә Хәмзә үҙенә күптән ғашиҡ булып йөрөгән Фәриҙәгә тәҡдим яһап, тиҙ арала туй үткәрҙе. Донъя ҡорҙолар, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ҡатыны сабыр, тыныс, уңған булды, иренең етешһеҙлектәренә күҙ йомдо, ғаиләһен ҡурсаланы. Унда-бында булғылаған мажараларына артыҡ иғтибар итеп торманы, түҙҙе. Әле лә өндәшмәй генә ҡайғырта, хәстәрләй. Ул булмаһа, күптән бирешер ине Хәмзә. Кем белә, бәлки, теге донъяла улай уҡ ҡурҡыныс та түгелдер...

 

4.

Урам буйлап үтеп барыусы ике егет бүлде Хәмзәнең уйҙарын. Ете төн уртаһында йүнле эш менән йөрөйҙәрме икән былар? Берәй хилафлыҡ ҡылыуҙарымы әллә? Гонаһ йыйып...

Белеп йәки белмәй ҡылған гонаһтар бергә өйөлһә, әллә ниндәй яҡшы кеше лә бик үк таҙа булып ҡала алмайҙыр ул. Үҙенең дә аңламаҫтан ҡылған гонаһтары өйөлгән дә киткән шул. Өр-яңынан йәшәп булһа, бөтөнләй икенсе төрлө үтер ине тормош юлын. Бала саҡтан алып бөтә хаталарын да төҙәтеп сыҡһа, бөгөнгө көндә унан да бәхетлерәк кеше булмаҫ ине, моғайын. Эйе, үҙ ҡулдары менән эшләгән хилаф эштәре байтаҡ, ләкин ул үҙе ойоштормаған, ә бары тик битарафлыҡ күрһәткән осраҡтар ҙа бар бит.

Ҡышҡы каникулда булды был хәл. Хәмзәнең дүртенсе класта ғына уҡыған сағы. Күрше малайы Ринат менән һарай башынан көрткә һикереп уйнай ине. Ололар күрмәй, тыйған кеше юҡ. Ринат, үҙенең батырлығы менән маҡтанып, ҡыйыҡтың иң бейек еренән ҡарға һикерергә булды. Һикерҙе лә башлы-көллө ҡарға сумды, ә Хәмзә бер ни булмағандай ҡайтты ла китте. Шәп бит, үҙе сығыр әле! Өшөп-туңып, саҡ-саҡ ҡарҙы йырып сыҡҡан малай кискә генә өйөнә ҡайтып инде. Үпкәһенә һыуыҡ үткәреп, ай буйына бдауаханала ятты. Хәмзә тураһында бер кемгә лә һөйләмәне, ләкин бер ҡасан да уның менән яҡындан аралашманы, башҡалар кеүек уның ауыҙына ҡарап торманы, артынан эйәрмәне.

Эшнәләре күп булды Хәмзәнең, ә берәй ысын дуҫы булдымы икән? Дуҫлыҡ өсөн йәнен йәлләмәгән, артыңдан утҡа-һыуға ташланырлыҡ? Юҡтыр. Үҙе лә бит ул файҙаһы тейерлек кешеләр менән генә аралашты, күстәнәс-бүләктәр менән уларҙы “майланы”, үҙенә кәрәге булмағандарға әйләнеп тә ҡараманы. Мәктәптә саҡта уҡ өйгә эште күсертерлек, контроль эште эшләшерлек йәки йоҙороғо тос булғандар менән аралашырға тырышты. Бөтөнләй яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн ҡурҡаҡ ҡына Фәнил исемле малайҙы эйәртеп йөрөнө, йомош-юлға йүгертер өсөн үҙ кешеһе кәрәк ине шул. Фәнил ярайһы ғына уҡый ине, ә Хәмзәнең уҡыуға теше үтмәне. Уҡытыусылар һөйләгәндәрҙе тыңламаны ла, аңламаны ла. Барыбер яҡшы уҡыусылар иҫәбенә сығаралар уны, нимәгә баш ҡатырырға? Мәктәпте тамалағас арлы-бирле белеме менән тик яҡшы баһалар теҙелгән аттестат алды. Ҡулындағы аттестатын класташ ҡыҙы һорағас, биргәйне, тегенеһе ҡысҡырып ебәрҙе:

– Беләһегеҙме, ә уның бер “өс”лөһө лә юҡ, ике “дүрт”леһе генә бар!

Бөтә иптәштәре Хәмзәгә төбәлде, кемдер ҡыҙарынды, кемдер мыҫҡыллы йылмайҙы, кемдер асыҡтан-асыҡ нәфрәтен йәшермәне. Был баһалар ҡайҙан килгәнен бөтәһе лә аңлай ине. Мәктәп директоры Хәмзәнең атаһына көн һайын йомош менән баш эйеп бара, ә әсәһе уҡытыусыларҙан туранан-тура балаһы өсөн яҡшы баһалар талап итеүҙән тартынманы. Юҡ, иптәштәре алдында уңайһыҙланыу кисермәне Хәмзә, еңеүселәргә генә хас итеп, юғарынан түбәнгә ҡараны ла аттестатын баш осона күтәрҙе: “Беҙ бөтәһен дә булдырабыҙ!” йәнәһе. Нисек булдыралар икәнен мәктәп кенә түгел, бөтә ауыл белә: әсәһенең мәктәпкә килеп тауыш күтәреүе, районға улар өҫтөнән ялыу менән сабыуы бөтәһенә лә яҡшы билдәле. Күпме йәш уҡытыусыны мәктәптән китергә мәжбүр итте ул! Ауылда йәшәгән ғаиләле уҡытыусылар яраҡлашырға мәжбүр булды, ҡайҙа барһындар?! Яһиллыҡҡа ҡаршы торорлоҡ көс табылманы. Судҡа биреп маташырға ла түгел, бөтә ерҙә уларҙың әшнәләре. Хәмзәнең наҙан килеш өлгөлө аттестат алыуы ғәҙелһеҙлектең иң юғары күренеше булһа ла, әллә ниндәй иҫ китерлек хәл түгел ине. Шулай тейеш кеүек хатта.

Мәктәптә уҡыу йылдарында уның менән бәйләнергә теләмәй, урап үтергә тырышты тиҫтерҙәре. Эре кәүҙәле, физик яҡтан көслө малайҙың йоҙороҡтары үҙенән алда йөрөй ине шул. Бигерәк тә бәләкәйерәк уҡыусыларҙы ныҡ этләне Хәмзә. Аяғы етһә – типте, ҡулы етһә – һуҡты. Бер ваҡыт шулай ишек төбөндә эйелеп аяҡ кейемен алмаштырып тороусы малайға арттан килеп типкәйне, тегенеһе шул ыңғайға стенаға башы менән бәрелеп, танауынан ҡан китте, маңлайында оро ҡалҡып сыҡты. Физкультура уҡытыусыһы күтәреп өйөнә алып барып ҡуйҙы ул малайҙы. Ике аҙна мәктәпкә килмәне, мейеһе ныҡ һелкенгән, тинеләр. Ләкин Хәмзәгә төбәп кенә ғәйеп ташлаусы булманы. Ҡурҡтылар. Ә Хәмзә ни... Ашханала берәйһенең ашына төкөрөп китһенме, сиратһыҙ барып ашарға алһынмы, дәрес ваҡытында рөхсәтһеҙ-ниһеҙ сығып китһенме, тауышланып ултырһынмы, ҡыҙҙарҙың сәстәренә һағыҙ йәбештерһенме, уҡытыусының ултырғысына аҡбур буяһынмы – бөтә төрлө этлекте көтөргә була ине унан. Ул мәктәптән сығып киткәс кенә бөтәһе лә иркен тын алды.

Ҡылған ҡылыҡтарың, эшләгән ҡырын эштәрең өсөн яуап бирмәй ҡотолоу – енәйәткә тура юл. Аттестатын йыуҙырыу өсөн ит ҡыҙҙырып бешерергә теләге бар ине, тик итте ҡайҙан алырға? Оҙаҡ уйлап торманы егет, күрше ауылдағы фермаһынан тос ҡына бер һарыҡты тейәп алып ҡайтты. Кинәнеп шашлык ашанылар! Ҡарауылсы күрмәне, ата-әсәһе әрләмәне, “малтабар” улдарын хуплап, бергәләп һыйланды. Тотолмаған – бур түгел. Ике айҙан ошо уҡ ферманан биш баш һарыҡты урлап, тейәп ебәргәнен хатта әсәһе лә һиҙмәй ҡалды. Егетмен тигән кеше бер туҡтауһыҙ ата-әсәһенән аҡса теләнселәп йөрөй алмай бит инде, үҙеңә мал хәстәрләй белергә кәрәк. Алдан уҡ һатып алыусыһын табып, хаҡын килеште, техникаһы ла булды, ярҙамсыһы – әлеге лә баяғы Фәнил инде. Уның һатмаясағына ышана ине Хәмзә. Әгәр һатһа, үҙенең дә ғәйебе асыласаҡ, байтаҡ ҡырын эшкә бергә йөрөнө бит. Хәмзәгә бер нәмә лә булмаҫ, уның яҡлаусылары бар, ә бына Фәнилдең ҡурсалар кешеһе юҡ. Шуға ул өндәшмәй генә Хәмзәнең һәр “һунар”ына бергә йөрөнө. Табыштың ундан бер өлөшө генә Фәнилгә тәтеһә лә, риза ине. Һуңғараҡ күрше райондарҙың ауылдарынан ат арбаһына тейәп быҙауҙар ташынылар, аҡсаһыҙ торманылар. Аттар урлап ситкә оҙатырға ла өйрәнеп алдылар. Яҡын таныштарының ҡапҡаһы алдында бәйле торған атты ла урлап оҙатты Хәмзә, уның эше тип уйлаған кеше генә булманы. Эре малды тереләй ҙә һатып ебәрҙеләр, һуйып та оҙаттылар. Алыпһатарҙар ҡайҙан алдың тип һорап тормай, уларға үҙ файҙаһы ғына кәрәк. Күпме дауам итер ине был кәсеп, әгәр көтөлмәгән бер хәл килеп сыҡмаһа...

Күрше райондың бәләкәй генә ауылында, ситтәрәк торған өйҙә йәшәгән әбей менән бабайҙың яңғыҙ һыйырына күҙ һалды Хәмзә. Яҡлаусылары юҡ, яҡын-тирәлә кеше йәшәмәй, үҙҙәре ҡарттар – бер ҡурҡынысы ла юҡ. Оятһыҙлыҡтың сигенә етте егеттәр: төндә, һарай эсендә ут тоҡандырып ҡуйып, ҡарттарҙың яңғыҙ һыйырын һуя башланылар. Тартынмай һөйләштеләр, көлөштөләр, эштәре ыңғай ғына барғанда ҡапыл ишек асылып, малдың хужаһы килеп инмәһенме?! Фәнил аптырап ҡалды, ә Хәмзә тиҙ генә алға ташланды ла ҡарттың ауыҙын ҡапланы. Ә ҡарт ергә сүгә башланы, күҙҙәре йомолдо, тамаҡ төбөнән хырылдаған тауыш сығарҙы. Тиҙерәк эштәрен тамамланылар ҙа, тауыш-тынһыҙ ятҡан ҡартты һыйыр тиреһенә төрөп, ҡалдырып киттеләр. Иҫенә килеп, арттарынан милиция ебәрмәһен өсөн генә. Аҙаҡтан Хәмзә халыҡ араһында йөрөгән хәбәр аша шуны белде: инфаркттан ваҡытында ярҙам күрһәтелмәгәнлектән үлгән ҡартты әбейе иртәнсәк кенә тапҡан. Берҙән-бер һыйырҙарын һуйып алып киткәндәр. Былай ҙа юғары ҡан баҫымы менән яфаланған әбей бабайының инфаркттан үлгәнен дә белмәй ҡалған – үҙенә инсульт булып, бабайы артынан киткән. Ошо ике оло кешенең ваҡытынан алда ғүмере өҙөлөүе лә уның ғәйебе менән икәнен һуңлап ҡына аңланы Хәмзә. Ә теге ваҡытта был үлемдәрҙә үҙенең ҡатнашлығы бар тигән уй башына ла килмәне, бөтәһе лә ваҡиғаларҙың осраҡлы ағышы тип ҡарай ине. Хәҙер ошо әбей менән бабай төштәренә инә лә һыйырҙарын таптыра. Бабайҙың сал һаҡал-мыйығы, үткер ҡарашы һаман да күҙ алдында тора, ә әбейҙең йөҙө урынында аҡ маска, ауыҙ һәм күҙ тишектәре генә өңөрәйеп тора. Һаташып уяна ла йөрәге тулап, ҡан баҫымы күтәрелеп, төндөң ҡалған өлөшөн йоҡоһоҙ үткәрә Хәмзә. Теге донъяла ҡаршылап торһалар, нисек яуап биреп ҡотолор икән?! Ожмахҡа өмөт итәһе юҡ инде, ә бына тамуҡ тигәндәре бик ҡурҡынысмы икән ни?! Тамаҡ тамуҡҡа индерә тиҙәр ҙә бит, тамаҡ хаҡына ғына ҡыланманы шул, матур мул тормош артынан ҡыуҙы. Артыҡ көс түкмәй ҙур аҡса тапҡыһы килде. Ҡулдарына бысаҡ-мылтыҡ тотмаһа ла, күпме ғүмерҙең өҙөлөүенә сәбәпсе булған икән! Аллаһы Тәғәлә алдында нисек яуап тотор?!

 

5.

Әбейенең шым ғына тороп йөрөүенә ҡолаҡ һалды. Дарыуын эсәлер инде. Һуңғы осорҙа йонсоп китте әле уныһы ла. Бер-береһенә терәк, иптәш булып йәшәп яталар ҙа бит, бөтә мәшәҡәт әлеге лә баяғы әбейенең елкәһенә төшә шул. Ярай әле өйөнә газы, һыуы үткән, утын-һыу ташып этләнергә кәрәкмәй. Ҡатын-ҡыҙҙың эше былай ҙа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған нәмә инде, аш-һыу әҙерләүе лә, өй эсен тәртиптә тотоу ҙа байтаҡ көс талап итә. Сабыр ғына, зарланмайса йәшәй Фәриҙәһе. Биш намаҙын да теүәл атҡара, ураҙаһын да ҡалдырмай, доғалары телендә генә. Һуңғы йылдарҙа ныҡлап дингә килде әбейе, Хәмзә ҡаршы төшмәне. Ул үҙе бер ҡасан да динле булманы. Ата-әсәһе лә дин тотманы, йылына бер тапҡыр аят уҡыттылар ҙа үҙҙәренсә йәшәй бирҙеләр. Ниндәй юл менән булһа ла донъя малы йыйырға, ҡырын эштәре өсөн закон алдында яуап биреүҙән ҡотолоп, рәхәтләнеп йәшәргә тырыштылар. Хөкүмәт үҙе үк шарттар тыуҙырып торғанда файҙаланмай ҡалып булмай бит инде! Мул йәшәнеләр, бөтә йыйған донъяларын Хәмзәгә ҡалдырып, бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күстеләр. Атаһы алдан китте, әсәһе – аҙаҡтан. Ул саҡта аптыраманы Хәмзә, һәр кеше ҡартайғас үлергә тейеш, тәбиғәт шулай ҡоролған тип ҡараны. Был донъяла үҙен уларҙан да нығыраҡ ҡайғыртҡан башҡа бер кемдең дә юҡлығын, булмаясағын ул ваҡытта белмәне, бары йылдар үтеп, үҙе ҡартайғас ҡына аңланы. Ә ул ваҡытта, хаҡлы ялға киткән атаһы урынына колхоз рәйесе вазифаһын биләп, ҡулындағы мөмкинселектәрҙән башы әйләнеп йөрөгән мәле ине. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ шәп ҡаба тигәндәй, 90-сы йылдарҙың буталышы байтаҡ болло итте уны. Колхоздарҙы таратырға мөмкин тигән фарман булғас, улар, власть башындағылар, тиҙ генә колхоз мөлкәтен үҙ-ара бүлешеп алды ла, ғүмер буйы тир түгеп хеҙмәт иткән ябай колхозсыларҙы төп башына ултыртып ҡалдырҙы. Фермалар тулы малдар ҙа, техника ла юҡҡа сыҡты. Оялып торманы Хәмзә, закондан да ҡурҡманы, булдыра алғанса колхоз мөлкәтен үҙенә йомдо. Рәнйештән дә, ҡарғыштан да ҡурҡманы. Ғүмере буйы колхозда эшләгән халыҡ аптыранып ҡалды, ҡайһы бер ирҙәр эскегә һалышты, ҡайһылары эш эҙләп ситкә сығып китте. Ғаиләне ҡарарға, бала-сағаны уҡытырға кәрәк бит, мал менән генә көн итеп булмай шул.

Колхоз бөтһә ни, районда эш бөтмәгән, Хәмзә тиҙ генә район үҙәгенә күсеп, тағы ла йомшағыраҡ креслоға сумды. Таныш-белештәре күп ине, ярҙам иттеләр. Яңы вазифаһының ыңғай яҡтары мул булды: колхоз тарҡатылғанда үҙләштереп өлгөргән техникаһын фермер хужалыҡтары ойоштороусыларға яҡшы ғына хаҡҡа һатып та ебәрҙе, ярҙам итергә вәғәҙәләр биреп, арыу ғына һауҙы тегеләрҙе. Һыйлы-болло булды яңы эш урыны. Балаларын уҡытты, урынлаштырҙы. Байтаҡ ҡына аҡса төртөп, улын – Эдуардын – милиция мәктәбенә уҡырға индерҙе, был структурала үҙ кешең булыуы шәп булыр, тип уйланы. Уҡып сығып, күрше районға эшкә урынлашты улы, ситтән тороп юғары юридик белем алды, өйләнде, бер-бер артлы улы менән ҡыҙы тыуҙы. Атаһының ярҙамы, үҙенең тырышлығы менән ике ҡатлы өй һалып инде. Эшендә лә тиҙ генә үрләне, атаһының таныш-белештәрен файҙаланып, әшнәләр булдырҙы, сираттағы званиеларҙы ла ваҡытынан алда алыуға иреште. Эшенең файҙаһын күрә белде, текә машиналарҙы бер-бер артлы алмаштырҙы, балаларына ла, йәштәре тулыу менән таныҡлыҡтар булдырып, машина алып бирҙе. Ейәне генә шул машина арҡаһында яҙмышын боҙоп ҡуйҙы. Ул тапалған кешеһе лә инде, төндә нимәһен ҡарап йөрөгән, үҙ башына булғыры, баланың яҙмышын пыран-заран итте бит! Ярай әле Әлиәһе матур ғына уҡып йөрөй.

Ҡыҙы Эльвираға килгәндә, бик үк маҡтанырлығы булманы инде. Бәләкәйҙән матур кейенергә, тәмле ашарға, күңел асырға яратты. Хәмзә уның һәр теләген үтәне. Мәктәпте уртаса ғына тамамлаһа ла, БДУ-ның иҡтисад факультетына уҡырға урынлаштырҙы. Бер бүлмәле булһа ла университетҡа яҡын ғына ерҙән фатир алып бирҙе. Түләй-түләй уҡытып сығарҙы. Тегенеһе уҡып бөтөр-бөтмәҫтән ауыҙын асһа үпкәһе күренеп торған бер шофер егеткә кейәүгә сығып, бер ҡыҙ тапты. Мул аҡсаға өйрәнгән ҡыҙ бәләкәй фатирға ла, шоферҙың наҡыҫ ҡына эш хаҡына ла күнмәне, иренән айырылып, ата-әсәһенең ышығына һыйынды, үҙ фатирына кеше индереп, шул аҡсаға йәшәй башланы. Ейәнсәре Гөлиәне Фәриҙәһе үҫтерҙе инде, атай булған кеше алимент түләштерҙе, ә әсәй ишараты, ике йәшлек балаһын ата-әсәһенә ҡалдырып, киренән ҡалаға, фатирына ҡайтты. Бер эштән икенсеһенә, бер ирҙән икенсе иргә йөрөй-йөрөй, үҙе теләгәнсә йәшәне. Бик уңышһыҙ мәлдәрендә генә атай йортона ҡайтып, яраларын ялап, ял итеп ала ла, яландағы ел кеүек, юҡҡа сығыр ине. Уның ҡайҙа йөрөгәнен бер Аллаһ Тәғәлә генә беләлер. Атаһының дәрәжәһе лә, әсәһенең күҙ йәштәре лә тыңлата, туҡтата алманы. Әлдә генә башҡаса бала алып ҡайтманы, шуныһына булһа ла шөкөр иттеләр. Тора-бара фатирын һатып, ниндәйҙер иргә эйәреп, әллә ҡайҙа сығып олаҡты. Байтаҡ йылдар булды инде, тереме-үлеме икәнен дә белмәйҙәр. Ә Гөлиәне үҙҙәре тәрбиәләне, Фәриҙә бөтә йөрәк наҙын бирҙе балаға. Талантлы, матур, алсаҡ, һөйкөмлө ҡыҙ мәктәптән һуң сәнғәт юлын һайлағас, ҡаршы төшмәнеләр. “Эй, балаҡайым, әртис халҡы йөрөмтәл була, матур кеше осраһа ғына ярар ине”, – тип өҙгөләнгән оләсәһенә ейәнсәре ни бары: “Мин әле генә кейәүгә сығырға йыйынмайым да инде, бәлки, әртискә бармаҫмын”, – тип көлөп кенә ҡуйҙы. Фатихаларын биреп, уҡыу йортона инергә ярҙам итеп ебәрҙеләр. Матур ғына уҡып йөрөгән кеүек ине, мөмкинселек тапҡан һайын ҡартатай-оләсәһе эргәһенә ҡайтып, иҙән йыуып, өй йыйыштырып, иркәләнеп китә торғайны, ни арала яҙмышы үҙгәрҙе шул баланың. Өфөгә эш эҙләп килгән сибәр таджик егетенә һуштан яҙып ғашиҡ булып, ашыҡ-бошоҡ никах уҡытып, иренең иленә сығып китте лә, һыуға батҡан таш кеүек, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ни уҡыуын бөтә алманы, ни үҙ илендә түгел. Яҙмыш тағы ла ниндәй генә һынауҙарға дусар итте икән баланы, тип өҙгөләнә Фәриҙәһе. Бауырына баҫып ҡына үҫтергән бала бит, былай ҙа ата-әсә наҙы күрмәне, хәҙер килеп тыуған иленән дә яҙһын әле! Үҙәге өҙөлә Хәмзәнең дә, ләкин башына күптәнге уйы ҡабаттан килә лә, өндәшеүҙән тыйылып ҡала: “Минең ҡылған гонаһтарым өсөн Аллаһ Тәғәлә әллә балаларымды язалаймы икән?!” Юлдан яҙған ҡыҙы өсөн дә, яҙмышы буталған ейәне өсөн дә эсе боша, хәҙер килеп күҙ менән ҡаш араһында ғына үҫтергән ейәнсәрен, Гөлиәһен, юҡһынып бер була. Йәлләй ҡатынын Хәмзә, борсола, уйлана: “Әллә, ысынлап та, Аллаһ Тәғәлә бармы икән? Булһа, тимәк, теге донъя ла бар булып сыға. Ожмах та, тамуҡ та, мәңгелек тамуҡ ғазаптары ла бар икән, мине алда нимә көтә? Әллә ошо ғазаптар шул ҡылған ғәмәлдәрем өсөн язамы икән? Эй, Хоҙай, минең гонаһтарым өсөн үҙемде генә язалаһаң булмаймы? Ни өсөн балаларымды бәхетһеҙ итәһең?”

 

6.

...Телефоны тауыш бирҙе. Көн һыуыта, юлдарҙа боҙлауыҡ буласаҡ, юлда йөрөүселәргә һаҡ булырға кәрәк тип киҫәтәләр. Юлда руль артында йөрөүсөләре бар шул Хәмзәнең дә. Балалары өсөн борсола ҡарт, ейәндәре өсөн ут йота.

Бөгөнгө төндө лә ошо уйҙар менән йоҡоһоҙ үткәрҙе Хәмзә ҡарт. Әллә нишләп күңеле урынынан ҡуҙғалды, йөрәге ҡупты, бөтөнләй тыныслығын юғалтты. Уның әйләнеп-тулғаныуына, тороп ултырыуҙарына ҡарсығы ла йүнләп йоҡламаны, шикелле. Ниһайәт, таң яҡтыра башланы. Фәриҙәһе иртәнге сәй әҙерләне, шым ғына ултырып тамаҡ ялғанылар. Ҡатын-ҡыҙҙың эше бөтмәй ҙә, күренмәй ҙә, ана, тағы ҡыштыр-шыштыр нимәлер йыуа, йүнәтә, әҙерләй. Ә Хәмзәнең эш эшләрлек форсаты юҡ, сөнки ул һуңғы ике йылын йә түшәктә, йә инвалид креслоһында үткәрҙе. Тәүҙә аяҡтары һыҙлай башлағайны, тора-бара бөтөнләй аяҡтан яҙҙы. Врачтар ҙа ярҙам итә алманы. Һаулыҡты һатып алып булмай икән! Хәйер, һатып алырлыҡ аҡсаһы ла юҡ инде уның, бай саҡтары һағынып иҫләргә генә ҡалған. Заманында ниндәй генә ял йорттары, санаторий, курорттарҙа йөрөмәне, йәнәһе, “һаулығын йүнәтә”. Бына хәҙер шәп булыр ине лә, юҡ шул. Ултыра инде инвалид креслоһында күҙле бүкән булып.

Урам буйынан һирәк-мирәк үткән кешеләрҙе күҙәтеп, машиналарҙы танырға тырышып, байтаҡ ваҡытын үткәрҙе ҡарт. Аптырағас, телевизор тоҡандырҙы. Яратмай ул хәҙер ошо шайтан йәшниген ҡарарға, бер йүнле хәбәр юҡ. Элекке кеүек матур кинолар ҙа күрһәтмәйҙәр бит! Әҙәм ыстырамы! Ярай әле башҡортса каналдар бар, яңылыҡтар ҡарап, йырҙар тыңлап бер аҙ әүрәргә була. Уйҙарына сумып, иғтибарһыҙ ғына телевизор ҡаршыһында яңылыҡтар тыңлап ултырған Хәмзә ҡарт ҡапыл һиҫкәнеп китте: экранда уның улының, Эдуардының, фоторәсеме килеп сыҡты. Нимә булған? Диктор ҡыҙ тигеҙ тыныс тауыш менән һөйләүен дауам итте. Туҡта, нимә ти? ”Был эш Юғары судҡа тапшырылған”, – тейсе? Ни булған?

– Фәриҙә, киленгә шылтыратып белеш әле, малай менән нимәлер булған бит, тиҙерәк шылтырат! – Ҡатыны өнһөҙ-тынһыҙ ғына телефонын эҙләп алып, шылтыратты ла, телефондың тауышын асып һөйләшә башланы. Килененең ярһып ҡысҡыра-илай һөйләүенән шуны аңланылар: эш урынындағы һөнәри байрамға бағышланған корпоративта Эдуард ныҡ ҡына эскән. Иҫерек килеш йәш хеҙмәткәр ҡыҙға бәйләнә башлағас, күптән түгел эшкә килгән офицер уны туҡтатырға маташҡан. Бөтәһенең күҙ алдында табелле ҡоралын сығарып, атып үлтергән йәш хеҙмәттәшен Эдуард. Нимә менән бөтөрө билдәле инде: уның урыны төрмәлә. Ә теге йәш егет стажировкаға ғына ебәрелгән булған, Өфөләге полиция түрәһенең бер генә бөртөк улы икән. Язаның ҡаты булырына шик юҡ. “Оятһыҙ, алкаш, аҙғын, халыҡ алдында оятҡа ҡалдырҙы, айырылам!” – тип яр һала килендәре. Улдары тапҡан малға кинәнеп кенә йәшәй ине, әле килеп суд та булмаҫ элек унан баш тарта ла баһа, һатлыҡ йән!

Йөрәгенең ҡапыл сәнсеүенә түҙә алмай ыңғырашып ҡуйҙы Хәмзә. Әллә ҡайҙан һиҙеп өлгөргән дә, ҡайһы арала һыуға дарыу тамыҙып килеп еткәндер инде – Фәриҙәһе стаканды ирендәренә үк килтереп терәне. Ҡалтыранған ҡулдары менән стаканды алып, бер тында күтәреп эсеп тә ҡуйҙы ҡарт. Ҡатынына стаканын тотторайым тип ынтылһа, тегенең диван ситенә барып сүгәләгәнен күреп, аптырап китте. Үҙ хәле үҙенә саҡ булмаһа, һорашыр ине лә бит, ярҙам итергә ынтылыр ине – инвалид коляскаһы ебәрмәй шул. Уның ярҙамына өйрәнмәгән инде ҡатыны, хәҙер береһенә береһе терәк булмаһа, кем генә ҡайғыртһын уларҙы? Фәриҙә диван ситенән иҙәнгә шыуып төштө, башы менән ныҡ ҡына бәрелде лә, асырғанып йөрәгенә йәбеште. Эй, аллаҡайым, ни эш булды инде был?! Нимә эшләргә? Ҡатынының ҡулынан төшөп киткән телефонды иҙәндән үрелеп алырға ынтылған ыңғайы креслоһы түңкәрелеп, Хәмзә үҙе лә ауып китте. Тиҙерәк телефонды эләктереп, күҙҙәрен көсәндереп, фельдшер Нәфисәнең исемен эҙләп тапты, йәшел төймәгә баҫты. Йылдай тойолған биш-алты секундтан Нәфисәнең асыҡ, алсаҡ тауышы яңғыраны:

– Һаумыһығыҙ, Фәриҙә инәй! Нимә булып китте?

– Эй, балам, инәйеңә хөрт булып китте әле бында. Килеп кенә ет әле, ярҙамың кәрәк, – тип кенә әйтә алды Хәмзә, ҡыҙ телефонын да һүндерҙе. “Ашыға торғандыр, хәҙер килеп етер”, – тип телефонын һүндереп һалды ла ҡатынына табан шыуышты. “Хәҙер килеп етер, сабыр ит инде!” – тип ҡулынан тотто. Һалҡын ине әбейенең ҡулы. Күҙҙәре йомоҡ. Хәмзә иҙәндә ятҡан килеш кенә креслоһын күтәреп ҡуйҙы ла, үҙ кәүҙәһен көс-хәлгә саҡ һөйрәп, үрмәләне. Үҙ хәленән бигерәк ҡатыны өсөн борсола ине ул. Йә, Хоҙай, үлеп кенә ҡуймаһын, унһыҙ Хәмзә ни эшләр? Кемгә кәрәк ул ошо әбейенән башҡа? “Фәриҙәмдән ҡалдырма, берүк, йәнемде алһаң, уныҡынан алда ал. Унһыҙ ташландыҡ булып яңғыҙым ҡатып ятырмын, башҡа кемгә генә кәрәгем бар инде минең?!” – тип һөйләнә-һөйләнә тырышып-тырмашып креслоға менеп ултырҙы. Ишек төбөнә үк барып фельдшерҙы көтә башланы.

Оҙаҡ көттөрмәне Нәфисә, сикәләре алланып, йүгереп килеп тә инде. Ашығып түргә үтте, әбейенең тәүҙә ҡулынан тотоп пульсын тикшерҙе, маңлайын тотоп ҡараны ла, артыҡ көсәнмәй генә диванға күтәреп һалды. Алғы яҡҡа үтеп ҡулдарын йыуҙы, таҫтамал менән ҡоротҡансы һөрттө лә, Фәриҙәнең йөрәген тыңланы, пульсын тикшерҙе, ҡан баҫымын үлсәне, укол яһаны, телефонынан шылтыратып, тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртты. Хәмзәгә лә ярҙам күрһәтте, тағы шылтыратты, кемделер саҡырҙы, нимәлер эшләне, ниҙер һөйләне. Хәмзә бары тик үҙен урынына күсереп һалғандарын, укол ҡаҙағандарын ғына иҫләй, аҙаҡ ниндәйҙер ҡараңғы упҡынға сумды.

 

7.

...Хәмзә уянып күҙҙәрен асҡанда тәҙрәнән киске эңерҙең һүрән генә яҡтылығы төшә ине. Эс бошорғос тынлыҡ. Телевизор ҙа, радио ла һөйләмәй. Өйҙән мәйет сыҡҡан тиерһең. Фәриҙәһе лә күренмәй. Көсәнеп, башын борҙо ла, баш осондағы ултырғыста кемдеңдер ултырғанын шәйләне.

– Шунан, нисек хәлең? – Шәмсиә икән. Нәфисә үҙенең әсәһен ярҙамға саҡырған. Күптән күргәне юҡ ине, был да бирешкән. Ҡартлыҡ бер кемде лә аямай шул. Олоғайһа ла элекке матурлығы үҙен һиҙҙерә әле лә. Ә ниндәй сибәр ҡыҙ ине ул Хәмзәнең йәш сағында, уның ауыҙына ғына ҡарап тора ине бит Шәмсиә. Үҙе бер нисә йәшкә кесе лә булғас, әзмәүерҙәй ир-егет уның өсөн бәһлеүән кеүек ине. Хәмзәнең был ваҡытта инде ҡатыны менән улы булһа ла, шаян һүҙле йәш иргә ғашиҡ булып, башы әйләнеп йөрөгән саҡтары бар ине Шәмсиәнең. Бер нәмә лә вәғәҙә итмәне уға ир, икенсе балаға ауырлы ҡатыны менән туҡтауһыҙ сирләгән бәләкәй улын өйҙә ҡалдырып, Шәмсиә менән осрашып йөрөнө. Байтаҡ айлы ҡыҫҡа төндәрҙе бергә үткәреп, һандуғаслы алһыу таңдарҙы ҡаршыланылар. Шәмсиә менән уға күңелле ине. Уның менән генә лә түгел инде, тағы ла бар ине Хәмзә менән осрашыуҙы көтөүселәр. Шуға күрә артыҡ бошонманы ҡыҙҙың көтмәгәндә уны ташлауына. Оҙаҡламай кейәүгә сығыуын ишетһә лә иҫе китмәне, өҫтөнән бер йөк төшкәндәй еңел һулап ҡына ҡуйҙы. Күптән үҙен яратып йөрөгән Ирғәлегә кейәүгә сыҡты ла Шәмсиә, матур итеп йәшәп киттеләр, ҡурсаҡтай ҡыҙ тапты, йорт һалып сыҡтылар, балалар үҫтерҙеләр, күптәрҙе һоҡландырып, кемдәрҙелер көнләштереп, ауыл күрке булып йәшәнеләр. Әле лә ейәндәрен ҡарашып, балаларына терәк булып донъя көтәләр. Оло ҡыҙы, Нәфисәһе, ауылда фельдшер булып эшләй, ике улы ауылда үҙ йортонда йәшәй, эштәрендә алдынғылар, тырыштар. Бер ҡыҙы менән бер улы Өфөлә төпләнгән. Инә ҡорт кеүек ҙур татыу ғаиләнең йөрәге ине Шәмсиә. Әле булһа Ирғәлеһе уның күҙҙәренә генә ҡарап тора тиҙәр. Ундай ҡарашты Фәриҙәһе Хәмзәнән ғүмерендә лә күргәне булмағандыр әле. Ә оло ҡыҙы, Нәфисәһе, бөтә ауылды ҡайғырта, үҙен хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Хәмзә лә һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарай уға, үҙенең бер бөртөк ҡыҙының йүнһеҙлеге эсен бошора. Ә бит уйлап ҡараһаң, күпме көс һалды балаларына, күпме өмөттәр бағланы! Фәриҙәһе күпме төн йоҡламаны ҡыҙҙары өсөн, күпме күҙ йәштәре түккәндер – үҙе генә белә.

– Фәриҙә!.. Фәриҙә ҡайҙа? Нисек? – Кипкән ирендәрен саҡ ҡыбырлатып, Шәмсиәгә һораулы ҡараш төбәне ул.

– Тиҙ ярҙам машинаһында больницаға алып киткәйнеләр, Нәфисә артынан уҡ барып етте лә ул, бер нисек тә ярҙам итерлек түгел тигәндәр. Йөрәге бөткән икән, тей. Мейеһенә ҡан һауған, былай аңында, тей, һөйләшә алмай икән. Эй, ҡаза яңғыҙ йөрөмәй тигәндәре шулдыр инде... – Шәмсиәнең һөйләгәненән Хәмзә үҙенең башына бер юлы күпме ҡайғы өйөлгәнен асыҡ төшөндө. Ул арала Шәмсиә йылы сәй килетереп эсерҙе, баш аҫтындағы мендәрен йүнәтте, өҫтөндәге юрғанын рәтләп япты ла ултырғысын күсереп, Хәмзәгә ҡаршы ултырҙы. – Әлегә мин һиңә иптәш булайым, төнгөлөккә Ирғәле килер, бер үҙеңде буш өйҙә ҡалдырып булмай бит инде. Ашарға теләһәң, йылытып ашатырмын, өндәшерһең. Нәфисә лә килеп етер, Алла бойорһа. Ҡурҡма, яңғыҙ итмәбеҙ.

Ашауҙан баш тартып башын сайҡаны ла Хәмзә, Шәмсиәгә ҡарап тын ҡалды. Оҙаҡ ҡына уйланып ятҡандан һуң, тамағын ҡырып, һүҙ башланы:

– Ошолайтып ҡартайып, һинең ҡулыңдан һыу эсергә мохтаж булып ятырмын тип ике ятып бер төшөмә ингәне юҡ ине, Шәмсиә. Бындай хәлгә төшөрмөн тип ғүмерҙә уйламағайным. Ана бит яҙмыш нишләтә? Күп ҡалмағандыр инде яфаланырға, мине бығаса Фәриҙәнең тәрбиәһе генә тотто, унһыҙ әҙәм булмам инде мин дә, китермен. Әлдә һине аулаҡ тап иттем, бер һөйләшеп алайыҡ әле. Һинең алдыңда ғәйеплемен мин.

– Үткән эштән төш яҡшы, Хәмзә. Мин үҙем дә ғәйеплемен. Ярай, булыры булған, буяуы уңған, тигәндәй. Йәш инем, алйот инем, ғашиҡ булып баш юғалтып йөрөгәс ней, һиңә үпкәләй алмайым. Мин кейәүгә сыҡҡас ҡамасауламаның, исемемде сығарманың, шуныһына ла рәхмәт.

– Иреңә тоғро ҡатын булдың, матур йәшәнегеҙ. Ирғәлең һинән уңды. Ана бит, береһенән-береһе шәп балалар үҫтерҙегеҙ. Нәфисәң үҙе генә лә бөтә ауылды ҡарай, рәхмәт яуғыры! Мин заманында үҙемде әллә кем итеп йөрөгән булһам да, ике бөртөк баламды кеше итә алманым. Ишеткәнһеңдер инде, улым нимә эшләп ҡуйҙы, ә ҡыҙ... ҡыҙым ҡайҙа йөрөйҙөр, кем белһен инде?! Йәшәүемдең ни мәғәнәһе бар? Бер бөртөк улым... кеше үлтереүсе... бер бөртөк ейәнем ... наркоман... Гөлиәм дә зым-зыя юҡҡа сыҡты. Бер Әлиәм генә ҡалды бит инде... – Хәмзәнең тауышы ҡалтыранып туҡтап ҡалды, ҡараңғыла сикәһенән аҡҡан күҙ йәштәре күренмәһә лә, тауышынан ишетә ине Шәмсиә уның илағанын. Йөрәге тетрәнде. Ярата ине бит уны Шәмсиә, бөтә йәшлек ярһыуы менән һөйә ине. Ғаиләһенән китмәҫен дә белде. Ярай ваҡытында үҙен ҡулға алырға көсө етте. Бына әле ҡартайып, йәшәүҙән биҙеп ятҡан Хәмзә йәл булып китте уға.

– Нәфисә – һинең ҡыҙың, Хәмзә. Ирғәленең тәрбиәһе, ләкин һинең ҡаның. Ул тиклем өҙгөләнмәй генә кит. Үҙең менән алып кит был серҙе. Мин дә Ирғәле генә белдек был турала. Бөтә балаларынан да артығыраҡ күреп яратып үҫтерҙе ул Нәфисәне. Шулай итеп минән үҙен яраттырҙы. Ярты һүҙ менән дә ғәйепләгәне, иҫкә төшөргәне булманы. Нишләп һинән алда уны күрмәнем икән тип ғүмерем буйына үкенеп йәшәнем, – Шәмсиәнең шым ғына һөйләгәнен тетрәнеп тыңланы Хәмзә, үрелеп уның ҡүлын үҙ ҡулына алды ла рәхмәтен белдереп, ипләп кенә ҡыҫты. Шунан, ҡулдарын күкрәгенә һалып, шымып ҡалды. Ҡапыл урынлашҡан тынлыҡта уның шаулатып тын алыуы, Шәмсиәнең мыршылдап күҙ йәштәрен һөртөүе генә ишетелә ине.

 

8.

Соланда аяҡ тауышы ишетелде. Өй ишеген асҡан ыңғайға утты тоҡандырып, Нәфисә килеп инде.

– Нишләп өкө һымаҡ ҡараңғыла ултыраһығыҙ? – тине лә Хәмзәгә мөрәжәғәт итте. – Олатай, хәлегеҙ нисек? Ҡайҙа, үҙем ҡарайым әле, – Нәфисә, ҡулын йыуып, ауырыуҙың ҡан баҫымын үлсәне, йөрәк тибешен тыңланы, укол ҡаҙаны. Унан һуң үҙе менән алып килгән тауыҡ һурпаһын ашатырға булып китте.

– Әсәй, һин ҡайтырһың, арығанһыңдыр, хәҙер үҙем алып барып ҡуям. Төнгөлөккә иптәш кәрәгерме? Атайым, килермен, тей ине.

– Юҡ, кәрәкмәҫ. Арлы-бирлегә үҙем дә эшкинәм әле мин, сәй яһап ҡына ҡалдырһаң, етер, былай ҙа бимазаланым, – тип ғәфү үтенгәндәй итте Хәмзә. – Ишек асыҡ ҡалһын, килгән кеше инерлек булһын. Телефон ҡул осонда булһа, еткән.

...Япа-яңғыҙы буш өйҙә ятып ҡалғас, Хәмзәнең күңелендә әллә ниндәй уйҙар өйөрмәһе ҡупты. Билдәһеҙлек – ҡурҡыныс нәмә... Фәриҙәһе ни хәлдә икән? Улы менән нимә булыр? Килененең туҙыныуына ҡарағанда, унан ярҙам көтөргә түгел. Ейәне юҡ иҫәбендә. Әлиәһенә хәбәр иттеләрме икән? Төн бит инде. Төнгә ҡарай ҡыҙ баланы ҡаңғыртмаҫҡа булды Хәмзә. Белеп тора, Әлиә ишеткән ыңғайына юлға сығырға ынтыласаҡ. Иртәгә хәбәр итер. Төндә йөрөмәһен, эт-ҡошҡа тарып ҡуйыуы бар...

Ошо ерҙә келт итеп уйҙары улына әйләнеп ҡайтты. Эх, Эдуард, Эдуард!.. һин дә минең хатаны ҡабатланың, улым, атайлыҡ бурысын аҡсала ғына атҡарҙың. Улыңа өлгө булырҙай атай сыҡманы һинән... Ә һин, Хәмзә, үҙең ниндәй өлгө булдың һуң бер бөртөк улыңа? Кемдән өйрәнергә тейеш ине ул атай булырға? Милицияға уҡытыуың да шул яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн түгелме ни? “Нимә теләйһең, шуны ҡылан, тик һине бының өсөн язаларлыҡ булмаһын” –төп ҡағиҙәң түгел инеме ни? Халыҡ алдында теге егетте атып үлтермәһә, ҡотолоп та ҡалыр ине лә бит, эскән баштан контролде юғалтҡандыр инде...

Улының кеше үлтереүенә артыҡ иҫе китмәүен, бары тик уның аласаҡ язаһы ғына үҙен борсоғанын аңлап ҡалды Хәмзә. Төндәр буйы йоҡлай алмай үкенеүҙәре бушҡа булғанмы икән ни? Улы ла уның хаталарын ҡабатлай бит! Уны ла выждан ғазабы, тамуҡ язалары көтәлер ҙә баһа... Бәлки, Хәмзә ул тиклем үк алама кеше лә булмағандыр, ни тиһәң дә, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенән уны Фәриҙә, Шәмсиә кеүек изге заттар яратҡан бит әле! Нәфисә кеүек ҡыҙ биргән!.. Ә Әхиәр?.. Ошо исем хәтеренә килеп төшкәс, мендәренән ҡалҡына биреп ҡуйҙы Хәмзә. Ишеге бикһеҙ. Бер үҙе генә икәнен белеп ҡалһа, килеп инмәҫ тимә ул гонаһ шомлоғо. Креслоһына күсеп, ишекте бикләргә хәле етмәҫ шул. Исмаһам Ирғәле иртәрәк килһә ярар ине.

Тәҙрә быялаһына шаҡылдатып һуғып ҡарлы-боҙло ямғыр яуа башланы. Былай ҙа бошҡан эсен нығыраҡ яндырып, хәтеренә йәш сағындағы бер ваҡиға килеп төштө.

Ошондай уҡ ноябрь башы, ҡарлы-ямғырлы кис ине. Әсәһенең тәмле ашын ашап алғас, клубҡа барып ҡайтырға уйланы Хәмзә. Ҡапҡанан сығып өлгөрҙөмө-юҡмы, кемдер эләктереп тә алды. Ҡәһәр һуҡҡыры, тағы ла бынау Сания имеш! Биҙҙереп бөттө бит инде егетте, урам буйлап үтергә форсат ҡалманы. Яҙ көнө, Хәмзә уға тәү тапҡыр иғтибар иткәндә, ҡайһылай ғорур ҡыланып маташты! Һөйләшергә лә теләмәй ине. Ҡайҙа булған шул ғорурлығы? Ярай, йәй буйына осраштылар, һөйөштөләр, ти, нишләп һаман арттан ҡалмай был нәмәкәй? Хәмзәгә ҡыҙ хәҙер ымһындырғыс та, сибәр ҙә тойолмай, бары тик әрһеҙләшеп күҙгә инеп барған күгәүен кеүек кенә.

– Хәмзә! Нишләп һин мине күрергә лә теләмәйһең? Ярата инең дә инде! – Ҡыҙҙың ялбарыулы өндәшеүе егетте оторо ярһытып ебәрҙе.

– Йөрөмә әле йәнемде көйҙөрөп! Ҡара әле, Сания, һинең менән бик күңелле булды. Яңылышмаһам, һиңә лә оҡшаны. Мин өйләнергә вәғәҙә бирмәнем, ғөмүмән, әле генә өйләнергә йыйынмайым. Һин быны белә инең. Тимәк, миңә үпкәләрлек бер сәбәбең дә юҡ. Һин үҙ юлыңда бул, мин – үҙ юлымда. Хуш! – Сытырлатып еңенә йәбешкән ҡыҙҙы еңел генә үҙенән ситкә этеп ебәрҙе лә Хәмзә алға атланы. Бысраҡ еүеш ҡарға барып төшкән ҡыҙ өҙгөләнеп уның артынан ҡысҡырып ҡалды:

– Мин ауырлымын! Һинең балаң буласаҡ! – Ҡыҙҙың әйткәнен ишетһә лә ишетмәмешкә һалышып, артабан атланы егет, клубта башҡалар менән бильярд уйнаны, сәмәй эстеләр, һуңлап ҡына таралыштылар.

Ҡыш көнө әсәһе төшкө аш ваҡытында тәҙрәгә ҡарап, урамдан үтеп барыусы ҡыҙҙы күреп:

– Бынау Фәниәнең Санияһы аҡыллы ғына ҡыҙ һымаҡ күренә ине, боҙоҡ булып сыҡты бит. Әллә кем менән уйнаш итеп, ауырға ҡалған, атаһы көн дә өйҙән ҡыуа икән, әсәһе, бахыр, нимә эшләргә лә белмәй тей. Кемдән икәнен берәүгә лә әйтмәй икән. Уҡыуын да ташлап ҡайтҡан. Эй, замана, килен итеп алырға йүнле ҡыҙ ҙа юҡтыр инде хәҙер, – тип һөйләнгәс, яурындарын ғына йыйырып ҡуйҙы ла өндәшмәне. Сания өсөн үҙенең беренсе һәм бер генә ир-егет икәнлеген ул үҙе генә белә ине. Март башында Санияның улы тыуғанын, бер йылдан атаһы ныҡышыуы буйынса ике балалы тол ир Әҙһәмгә кейәүгә барғанын да ишетте. Ире туҡмай икән, тип тә һөйләнеләр. Бер ҡыҙ бала табып, тыныс ҡына йәшәп ятҡан һымаҡ ине, атаһы үлеп киткәс, ике балаһын да алып әсәһенә ҡайтҡан да киткән. Әхирәттәр табып, күңел асып йәшәүгә әйләнде, ир-ат менән бәйләнеүҙән дә тартынманы. Әсәһе тере саҡта уның пенсия аҡсаһына, балалар пособиеһына йәшәһәләр, әсәһе гүр эйәһе булғас, бөтөнләй мөшкөлләнде хәлдәре. Улы, Әхиәре, бер аҙ бауыры нығынғас та яҙҙан көҙгә тиклем ауыл халҡына ялланып көтөү көтә башланы, шулай итеп тәмәке тартырға ла, араҡы эсергә лә өйрәнеп алды. Уҡыуы бик насар булды, уҡытыусылары нисек тә мәктәпте бөтөрөп сығарып ебәрергә тип өслө билдәһен йәлләмәй генә ҡуйҙылар ҙа туғыҙынсы кластан һуң оҙаттылар. Белем алыуы шуның менән тамам булды. Инде тиҫтәләрсә йыл Әхиәр ауыл халҡына тамаҡ хаҡына ялланып эшләп, урам буйында көн күрә. Уның үҙенә ныҡ оҡшаған икәнен дә күрә Хәмзә, ләкин улы икәнен танып, ҡабул итергә ғәрләнә. Һуңғы йылдарҙа Әхиәр аулаҡта осраған һайын уға ниҙер әйтергә самалаған кеүек тоя. Өйөнә килеп инергә лә күп уйлап тормаҫ, оят тигән нәмәһе юҡ бит инде ул бәндәнең...

Ҡапҡаһының шаҡылдап ябылыуын ишетеп, Хәмзә һиҫкәнеп китте. Стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Күптән ҡараңғы төшһә лә иртә икән әле. Көн ҡыҫҡа шул хәҙер. Киске ете генә имеш. Кем йөрөй икән был ваҡытта? Ирғәле килһә лә һуңғараҡ килер инде. Ҡараңғы соланда нимәлер дөбөр-шатыр ауҙы, ир тауышы менән һүгенеү ишеткәс, ҡурҡҡаны алдына килеүенә ышанды: Әхиәр бит! Көслө ҡул менән ҡапыл тартып асылған ишек шаҡ итеп стенаға барып ҡаҡлыҡты, иҙән өҫтөнән аҡ болот булып һыуыҡ бәреп инде лә түргә үтте. Газ мейесе өйҙө туҡтауһыҙ йылытып торғас, һыуыныр тип ҡурҡырға түгел дә бит. Кире барып ишекте япҡас, иҙәнгә түшәлгән биҙәкле балаҫ өҫтөнә бысраҡ итек эҙе ҡалдырып, Әхиәр түргә үтте, күптән түгел Шәмсиә ултырған урынға килеп урынлашты ла ауыр ҡарашын Хәмзәгә төбәне. Айыҡ бит был. Ғәжәп! Гел иҫерек йөрөйҙөр тип уйлаған Хәмзә бер аҙ ҡаушап ҡалды.

– Нимә, ятаһыңмы күҙле бүкән булып? Кемгә кәрәгең бар инде бына хәҙер? Яратҡан улың – кеше үлтереүсе, ҡыҙың... – тип яман итеп һүгенде лә Әхиәр, Хәмзәне күкрәгенән йомарлап тотоп, торғоҙоп ултыртты. – Эйе, мин һинең ҡәҙерле малайың кеүек университеттар бөтмәнем, ләкин урлашманым, кеше үлтермәнем, тамаҡ хаҡына ялланып эшләһәм дә, намыҫым таҙа. Мин белмәй тип уйлайһыңмы әллә? Әсәйем үлер алдынан миңә һөйләне инде: “Ул хәрәм тоҡомдан ярҙам һорайһы булма”, – тине. Әле лә һинән миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, тере сағыңда бер күҙеңә тура ҡарарға ине. Ауылда иң түбән кеше мин тип уйлайһыңмы? Юҡ! Һин ул! Ауылда ғына ла түгел! Ярай, күп ҡалмаған инде, гонаһтарың өсөн яуап тотаһың алда әле. Әммә беҙҙән ярлыҡау ҙа, кисереү ҙә көтмә! Әсәйем һине көтөп торалыр әле унда, нимә тип яуап бирерһең икән?! – Ете-һигеҙ йыл самаһы элек бауырына яһатҡан операциянан һуң шәбәйеп китә алмай, баҡыйлыҡҡа күскән ине шул Сания. Эсте шул, күп эсте. Эскелек уртаһында үҫкән ҡыҙы ла аҙып-туҙып сығып киткән тинеләр. – Һинең кеүек атайың булғансы, бөтөнләй булмағаны мең артыҡ! Һин минән баш тарттым тип уйлайһыңмы? Мин һинән баш тарттым! Кеше белеп ҡалмаһын һин хайуанға нәҫеллек барлығын! Беҙҙең рәнйештәр әллә һиңә төшмәгән тип беләһеңме?! Дөмөккән саҡта бел шуны: мәңге ғәфү итәһем юҡ! Үҙем өсөн дә, әсәйем өсөн дә! Һеңлем өсөн дә! – Хәмзәне ҡабаттан мендәренә этә төрттө лә Әхиәр ишекте шартлата ябып сығып китте.

Маңлайынан ағып төшкән һалҡын тирен еңе менән һөрттө Хәмзә, ҡарашын түбәгә төбәне. Йә Хоҙай! Бар икән күрәһеләре! Көтөп кенә, ҡарауыллап ҡына йөрөгән икән! Фәриҙә өйҙә булһа, килеп инмәҫ ине. Әйткәндәй, ни хәлдә икән әбейгенәһе?

 

9.

Оҙаҡ та үтмәне, ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтаны, кемдәрҙер һөйләшә-һөйләшә ишек алдына үтте, соланға инде. Нәфисәнең сағыу тауышы ишетелде.

– Хәлдәрең нисек кенә, Хәмзә олатай? – Янына килеп, маңлайын тотоп ҡараны ла сумкаһына үрелде. – Ҡайҙа, ҡан баҫымыңды үлсәп ҡарайыҡ әле? Мә, бынау дарыуҙы ҡап, еңеллек бирер. – Ҡыҙына эйәреп килеп ингән Ирғәле Хәмзә янына үтеп ҡулын биреп күреште лә баяғы ултырғысҡа ултырҙы.

– Үәт, исмаһам, пагуда, йүнле хужа этен дә урамға сығармаҫ. Атлап та йөрөрлөк түгел, боҙ ғына. Тайып йығылып ятырбыҙ тип машина менән сыҡҡайныҡ, саҡ килеп еттек бит, әй. Оло юлда йөрөгәндәргә мәхшәр инде! – тип һөйләнә-һөйләнә ҡулдарын ыуғыланы.

– Нәфисә ҡыҙым, Фәриҙә инәйең ни хәлдә икән? – Өмөт менән баҡҡан Хәмзәгә ҡарап, Нәфисә башып ғына эйҙе. Аңланы. Бөтәһен дә аңланы ҡарт. Киткән Фәриҙәһе. Көтөп тормаған. Бөттө былай булғас. Хәмзәгә лә көн бөттө. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына алып китһен инде уны ла. Әбейенән айырмай ғына.

– Хәмзә олатай, Фәриҙә инәйҙең документтары кәрәк ине. Үҙең йөрөй алмайһың бит. Иртәгә таң менән район үҙәгенә алып барырмын. Әлиәгә шылтыраттым. Ҡайтһа, артабан ул йөрөр инде.

– Ай Алла! Өндәшмәй торорға ине лә бит... Бынау юлһыҙ ваҡытта ҡалайтып ҡайтһын ул бала? Төндә генә сыҡмаһа ярар ине юлға! – тип өҙгөләнде ҡарт. – Түҙмәҫ ул, ярай ҙа, аҡылы етеп, таң атҡанын көтһә...

– Документтарығыҙ ҡайҙа? – Нәфисә ҡабатлап һорағас, комодҡа ҡулы менән күрһәтте лә:

– Өҫкө тартмала, уң яҡта, – тип өҫтәне. Нәфисә тартманы асып, эҙләй башланы. Ике паспортты сығарып һалды, паспорт эсендә ятҡан пенсия таныҡлығын, башҡа документтарҙы теүәлләне. Штамп баҫылған конвертты тотоп ҡарап торҙо ла, Хәмзәгә һуҙҙы:

- Берәй мөһим ҡағыҙмы әллә бында, олатай?

Шикләнеп, хатта ҡаушап ҡулына алды рәсми хатты Хәмзә, ҡулдары тыңламай аптыратты. Рәсми хат Фәриҙәгә исемләнгән ине. Ҡыҙы Эльвира һуңғы йылдарҙа Төркиәлә йәшәгән, быйылғы йылдың март айында билдәһеҙ шарттарҙа вафат булған икән. Өндәшмәгән Фәриҙәһе! Эсенә йыйған. Түҙгән, Хәмзәне һаҡлаған. Ҡатынының ҡапыл бирешеп, йонсоп китеүенең сәбәбе аңлашылды хәҙер Хәмзәгә. Йә Хоҙай! Нисек кенә итеп күтәрергә был тиклемде?! Исмаһам, Фәриҙәһе иҫән булһасы! Күҙ алдары ҡараңғыланып китте, башы ҡапыл тимер ҡулса менән ҡыҫҡан кеүек ауырта башланы. Ыңғырашып ҡуйғанын үҙе лә абайламаны, ә Нәфисә килеп тә етте, тиҙ генә пульсын тотоп ҡараны ла, сумкаһын асып укол ҡаҙап та өлгөрҙө.

Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Ултырғыстағы Ирғәле лә, диванға терәлгән Нәфисә лә өндәшмәне. Йыуатырлыҡ, йәлләрлек һүҙҙәр ҙә юҡтыр инде. Хәмзә, бер ҡасан да Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанмаған, ышанырға теләмәгән Хәмзә, белгәнен-белмәгәнен бергә ҡушып, эстән генә Хоҙайға ялбара ине был мәлдә: “Үҙ гонаһтарым өсөн язаһын үҙемә генә бирһәңсе, Аллам, яҡындарымды ярлыҡаһаңсы! Фәриҙәмдән ҡалдырма! Әлиәм имен генә булһын инде! Ул ғәйепле түгел бит, ҡағылма балаға, зинһар өсөн! Гонаһтарым өсөн язаны үҙемә генә бир! Үҙем генә янайым тамуҡ утында, теймә балаға!”

Күпме ваҡыт үткәндер, Хәмзә иҫләмәй. Нәфисә диванға терәлгән килеш ойоп киткән, тик Ирғәле генә, өнһөҙ-тынһыҙ һаҡсы кеүек, Хәмзәнең баш осонда ултыра бирҙе. Машина килеп туҡтаны, ҡапҡа асылған тауыш ишетелгәс, Хәмзә күҙҙәрен асты. Нәфисә һикереп тороп тәҙрәгә ҡапланды.

- Ҡайтып етте! Әлиә бит! – тине лә ишеккә ташланды.

– Әлиә... Аллаға шөкөр! Рәхмәт!.. Инде үлһәм дә үкенес түгел... – тип бышылданы ла Хәмзә, күҙҙәрен йомдо. Бар Аллаһ Тәғәлә, бар! Ишетте бит уның ялбарыуын, ейәнсәре имен генә ҡайтып етте. Өйгә атылып килеп ингән Әлиәнең нисек өҫтөнә килеп ҡапланғанын да, ҡысҡырып илағанын да, Нәфисәнең пульсын тикшергәнен дә ул инде күрмәне лә, ишетмәне лә, һиҙмәне лә. Уға башҡаса бер нимә лә кәрәкмәй. Хәмзәнең йөҙөндә тыныслыҡ, ниндәйҙер мөһим ҡарар ҡабул иткәндәге ҡәтғилек сағыла ине.

Ирғәле шым ғына йәсин сүрәһен уҡый башланы. Йәнен Аллаһ Тәғәлә ҡулына тапшырған Хәмзә түгел, ә бына ошо тормош юлын яңы башлаған, яҡты хыялдар менән йәшәгән, ләкин оло һынауҙар алдында япа-яңғыҙы тороп ҡалған йәш ҡыҙ бала йәл, бик йәл ине уға...

Автор:
Читайте нас: