Асылы менән матурлыҡҡа ынтылып йәшәгән кешеләр әллә ҡайҙан күҙгә ташлана: улар үҙҙәренең ихласлығы, күркәмлеге, сағыулығы менән күңелгә ята. Улар янында йылы, яҡты, рәхәт. Хатта болоҡһоп йөрөгән мәлдәрҙә лә улар менән аралашһаң – үҙеңдә еңеллек тояһың. Тап ана шундай кешеләрҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов. Туҡһанынсы йылдарҙа “Йондоҙом”, “Бул һин янымда”, “Серле йондоҙҙар”, “Төшкә керә Стамбул” йырҙары заман йәштәренең яратҡан йырҙары ине. Венер Камалов театр һөйөүселәр өсөн дә бик яҡын. Милли йәштәр театры сәхнәһендә Туфан Миңнуллиндың “Йәнкиҫәккәйем” музыкаль комедияһында нескә һәм лирик Шүрәле, Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” әҫәрендә – етди Шаман, “Ал яулыҡлы тирәккәйем” драмаһында – яуаплы етәксе Урмат әке, Мөхәмәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик драмаһында – Үтәғол, Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”ендә – Юламан ҡарт, Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа...” музыкаль комедияһында – Фәндәс роле тамашасының яратып ҡараған, оҙаҡҡа хәтерендә ҡалдыра торғандары.
Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов декабрҙең тәүге йәкшәмбеһендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үҙенең концертын үткәрергә йыйына. “Кем һин?” тип аталған программаһында йырҙар ғына түгел, спектаклдәрҙән өҙөктәр ҙә күрһәтеләсәк. Бынан тыш ижадташ дуҫтарының да сығыш яһауы көтөлә, тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт бүлеге.
Фотолар театр архивынан алынды.