Сәғәт 11, 12-се ярты ла булып китә(төнгө). Рәхәтләнеп төнгө һауа һулап, тынлыҡ тыңлап, уйҙарыма уралып йөрөп ҡайтам да йоҡлайым. Ысынлап та йоҡом тынысҡа әйләнде, үҙенсә арып ҡайтамдыр инде, башты мендәргә терәү менән йоҡлап та китәм. Тик улай хозурланып оҙаҡ йөрөргә тура килмәне миңә...
Ҡолғана ауылын урталайға бүлеп Үҙән йылғаһы аға, ике урамды тоташтырған күперҙе сыҡҡас беҙҙең яҡта байтаҡ ҡына тау ҡырынан, кәртүк баҡсалары буйлап өйһөҙ, йорт- ҡураһыҙ урындан атлайһың. Унан инде буш өйҙәр башлана.
Көҙ көнө. Көн һыуыҡ ҡына. Күләүектәрҙең өҫтәре селтәрләнеп туңған. Мин буш өйҙәргә етеп кенә бара инем, юлдың һул яғында сылтырап бер күләүектең боҙо ярылды.
Бер ни уйламай атлауымды дауам иттем. Тик бер-ике аҙым китеүгә саҡ ҡына арттараҡ ҡанат елпегәндәй тауыш сыҡты. Үҙем атлап барам, үҙем тыңлайым. Итәки бер нәмә эйәрҙе бит! Йөрәк табанға төштө. Өйҙәр буш булғас, яҡтылыҡ та юҡ. Аҙымымды ҡыҙыулатып, белгән доғаларымды уҡып, ике аҙым алға баҫып, бер аҙым артҡа баҫып саҡ электр яҡтылығы төшкән ергә килеп еттем. Шул ерҙә ул тороп ҡалды. Икенсе көнө кейәү менән ҡыҙыма һөйләнем. Кейәүем:
–Әсәйем гел генә шул тирәлә аңғарып йөрөгөҙ, ниҙер бар, ти торғайны, – тине. Шулай төндә таяҡ йөрөүемде ташланым.
Был хәлгә 2 йыл ваҡыт үтеп китте. Бер ейәнсәрем менән аръяҡтағы ҡыҙымдан һуңлаңҡырап ҡайтырға тура килде. Буш өйҙәр тирәһенә етәрәк, ейәнсәрем:
–Берәү ҡарап ҡалған кеүек булды, – тине. Әпәт ҡот табанға китте. Ейәнсәремде етәкләп алдым да ҡысҡырып уҡына-уҡына йәһәтләп буш өйҙәр тирәһен үтеп киттем. Ул да әҙерәк һиҙҙеме икән, минән:
–Өләсәй, һин ҡысҡырып нимә уҡының ул? – һораны.
–Өйҙәр буш ултырғас, ҡараңғы булғас уҡыным, – тигән булдым.
Ендәр тураһында халыҡ араһында бик күп мәғлүмәт бар. "Эңерҙә йөрөмә – осоҡ ҡағылыр", "Сүплек, бысраҡ һыу түгелгән урындарҙы урап үт – ен-зәхмәт ҡағылмаһын" һәм башҡалар, һәм башҡалар.
Әсәйем мәрхүмә лә йоҡлар алдынан "Аятөл Көрси" не 3 мәртәбә уҡып, усыңа еңелсә генә төкөрөп, 3 мәртәбә үҙеңде һыпырып, шунан йоҡла, йоҡоң тыныс булыр, ти торғайны.
Тик әҙәм балаһының бик күбеһе тормошона битараф шул, минең дә әсәйемдең һөйләгән-өйрәткәндәре яңы иҫемә төшә...
Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА.