Был сәйер ваҡиға бәлки миңә генә сәйерҙер. Мәрхүмдең ҡырҡ көнөн үткәргә тип мине лә саҡырҙылар. Марый ауылына. Мин тәүгә барыуымды белдереп ниндәйерәк йола икәнен, хәйер беҙҙәге кеүек өләшәләрме тип һораштым. Хәйер кеүек әйбер кәрәкмәй күстәнәскә тәм-том һәм бер ярты араҡы алырға ҡуштылар. Ҡушҡан әберҙәрен алып киттем ауылға. Мин барып ингәндә барлыҡ ауыл халҡы тигәндәй йыйылған ине. Күстәнәстәремде хужабикәгә тотторҙом. Ултырып ашап-эсеп алғас, барыһыла дәррәү зыяратҡа барабыҙ тип мин алып килгән яртыны тоттоҙы хужабикә. Мин аптырап ҡалдым, әйҙә, әйҙә тип мине ҡабаландыра, тышҡа әйҙәйҙәр. Туҡта, мин башҡа яулыҡ, өҫкә ҡулды ҡапларға кофто кеүек әйбер, тәһәрәт алырға кәрәк тейем. Уның береһелә кәрәкмәй икән. Шйлай ҙа башыма яулыҡ алып ябындым. Барлыҡ халыҡ киттек зыяратҡа. Балалар күп зыяраттың эсендә. Йүгерешеп уйнайҙар, хужабикә ҡәберҙең ҡапҡаһына (оградаһына) яңы бәйләнгән ойоҡбаштар, тағыла өҫ кейемдәре элеп ҡуйҙы. Шунан туй ҡаршылаған кеүек рюмкаға араҡы ҡойоп закуска менән һәр береһен һыйлайҙар. Сиратың етһә, рюмкалағы араҡыны әҙәрәген ергә түгәһеңдә, ҡалғанын эсәһең икән. Баҡтиһәң, түгелгәне мәрхүмдәр өсөн. Миңә шуныһы сәйер тойолдо - беҙҙе бала-саҡтан зыярат эргәһенән үтергә туры килһә, шым ғына үтергә, ҡулды һелкеп атламаҫҡа, уларҙы борсорға ярамай тип ҡурҡыталар ине. Ә бында шау-гөр киләләр, көлөшәләр. Баҡтиһәң, уларҙың йолаһы буйынса зыяратта мәрхүмдәр ҡыуанып ҡаршы алалар икән тереләрҙе. Шешәләр бушағас, хужабикә теге ойоҡбаштарҙы, кейемдәрҙе мәрхүмдең төҫө тип һәр береһенә таратып бирҙе. Шулай инде, һәр халыҡтың үҙ йолаһы.