-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь , 19:59

Енле ҡатын

Был ваҡиғаны күптән бер танышым һөйләгәйне:

Енле ҡатын
Енле ҡатын

“Мин элек ауылда йәшәнем, фермала быҙауҙар ҡараным. Иртәнге дүрттәрҙә эшкә сығып китергә тура килә ине. Төнөн йөрөргә килһә лә, бер ниндәй өркөү, ҡурҡыу һиҙмәнем. Әммә минең менән булған бер ваҡиға мине ҡурҡыуға һалды.

Бер ваҡыт минең менән эшләүсе ҡатын ауырып ҡайтып китте. Ни тиклем бергә эшләп тә, бер ҡасан уның ауырығанын күргәнем юҡ ине. Ул гел етеҙ булды. Кешеләр уның тураһында: "Уға ендәре ярҙам итә", - ти ине. Тик  бына был юлы әллә нимә булды.

Шул сәйер ваҡиға булаһы көндө мин иртә менән эшкә барғанда уның хәл-әхүәлен белеү өсөн өйөнә һуғылып сығарға булдым. “Фирая!"– тип өндәшеүемә ул әкрен ғына башын тотоп соланға сыҡты. “Мин бара алмайым инде, үҙең генә эшләй алырһыңмы икән?"– тине. Шулай итеп, үҙем генә киттем.

Ферма эсеңдә бер кеше лә юҡ, ҡайһы бер быҙауҙарҙың мөңрәп ҡуйыуҙары ғына ишетелә. Мин, халатымды кейеп сығарға тип, сисенеү бүлмәһенә үттем. Кире сыҡһам, ни күрәм - Фирая кейенгән, бер ни булмағандай, быҙауҙарға аҙыҡ һалып йөрөй. Өйҙә ҡалды ла баһа!

"Ниңә килдең инде,   ауырыйһың бит, үҙем эшләр инем", - тигәнемә лә бер һүҙ өндәшмәне, әллә ниндәй һалҡын ҡараш ташланы ла, ферманың арғы башына китте. Сырайы ап-аҡ ине. Эшемде бөтөрҙөм дә, кейенергә кереп киттем. Мин сыҡҡанда Фирая юҡ инде иде.

Эштән ҡайтып килгәндә ҡаршыма Фираяның ире осраны. “Фирая ферманан ҡайтып еттеме әле?"– тип һорауыма ул миңә аптырап ҡарап торҙо.

"Уны сәғәт бишенсе яртыла уҡ "Ашығыс ярҙам"' машинаһы алып китте, эшкә бара алманы бит", – тине лә, китеп барҙы.

Мин баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым. Нимә булды был,әле генә минең менән кемэшләне һуң, енме, пәрейме? Халыҡтың "ендәре  бар уның" тигән һүҙҙәре дөрөҫ була түгелме һуң? Шул көндән һуң үҙем генә эшкә бармай башланым, күпмелер ваҡыт ҡаралты-ҡураға ла сығырға ҡурҡып йөрөнөм. Был хәл тураһында  бер кемгә лә һөйләмәнем. Ошо ваҡиғанан һуң ҡалаға күсенеп киттем".

Автор:
Читайте нас: