Был урын минең тыуған яғымда, Баймаҡ районының Хәсән менән Йәнйегет ауылдары араһында. Хәсәнде үтеп, юлдың уң яғынан бер-ике саҡрымдан бәләкәй генә һаҙға барып сығаһың. Шул урында ниңәлер кешеләр сәйер хәлгә тарый.
Бер ваҡыт атайым ат менән ауылға ҡайтып барған, бер аҙ һуҡмыш булған. Баяғы ергә еткәс, ниндәйҙер туй бара, ти. Ҡысҡырып уйнап-көлөшәләр, гармун тарталар. Был ниндәй байрам бара, тиһәм, ЕН ТУЙЫ, ти, тегеләр минең арбаға ултырырға уйлай, ти. Бер ҡатын сүрәтендәгеһе ат өҫтөнә менеп ултырҙы, берәүһе минең өҫкә һикерҙе, ти. Һүгенһәм, тегеләр тағы ла нығыраҡ ҡужғырға тотона, ти. Ат лысма тиргә батып, сабып саҡ ҡайтып етте, ти.
Был урында тағы бер кеше сәйер хәлгә тарый. Уның күҙенә бер ни ҙә күренмәй, әммә, ат шул урынды үткәндән һуң туҡтауһыҙ сабып, ауылға алып ҡайтып еткерҙе, тип һөйләй ул кеше. Йыш ҡына шул урында машинаның тәгәрмәсе ватыла, йә авария була. Ышанмаҫ ерҙән, ышанырһың. Дөрөҫөн әйткәндә, ендәрҙең барлығын Ислам дине лә инҡар итмәй, шайтандан айырмалы рәүештә, ул да шулай уҡ Аллаһ Тәғәләгә табына. Был турала дини китаптарҙа йыш яҙыла.
Сәйер урындар һеҙҙең районда ла барҙыр, бәлки, яҙып ебәрегеҙ.