-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь , 10:55

Ҡаҙ өмәләре башландымы әле, дуҫтар?

Әллә көндәр йылытҡас тотҡарланып тораһығыҙмы? Һеҙгә бер оҫтабикәнең кәңәшен тәҡдим итәбеҙ, бәлки кәрәге тейер:

Ҡаҙ өмәләре башландымы әле, дуҫтар?
Ҡаҙ өмәләре башландымы әле, дуҫтар?

«Ҡаҙ йолҡоу буйынса кәңәштәр һорайҙар. Мин дә үҙемсә эшләгәнде яҙайым әле тим. Минеңсә вариант күренмәне: кемдер ҡайнар һыуға манып ала (ныҡ һыулы була, мамығы ла һыулана, уңайһыҙ); кемдер үтекләргә тиҙәр (оҙаҡ, мәшәҡәтле). Минеңсә парлап ҡына эшләп ҡарағыҙ әле, ҡыҙҙар! Хәтәр рәхәт, мамыҡ ҡоро килеш күпереп ята! Ҡаҙ тулыһынса һыя торған ҡапҡаслы оло кәстрүл төбөнә һыу һалып ҡайнатырға, өҫтөнә арҡыс-торҡос ағас йәки нәҙек утын киҫәктәре һалырға (минең әллә нисә йылдар тотонған ҡаҙаҡ ҡағып эшләнгән ҡулайлама бар, мантый бешерә торған рәшәткә лә ярай), өҫтөнә ҡаҙ һалып, ҡапҡас ябып 2-3 минут парларға һәм йолҡорға! Кәрәгенсә кәстрүл төбөнә һыу өҫтәп торорға. Иҫән -һау ашарға яҙһын!»

Автор:
Читайте нас: