-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ноябрь , 10:23

Шаярып-көлөп йәшәһәм дә, йөрәк тулы ут ине...

Был апайҙы арыу уҡ ваҡыт беләм. Эш буйынса һирәк-һаяҡ осрашҡан ваҡытта һөйләп һүҙе бөтмәй. Алсаҡ, шаян, шул уҡ ваҡытта төртмә генә телле лә үҙе. Бер ваҡытта ла бошонғанын йә ҡайғырғанын күрмәҫһең, тормош юлындағы күңелһеҙ хәлдәрҙе һөйләгәндә лә, нисектер шаярып, үҙ-үҙенә еңелсә ирония менән һөйләгән кеүек. Ә бит яҙмышы һис тә еңелдән булмаған. Рәйлә апайҙың һөйләгәндәрен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Шаярып-көлөп йәшәһәм дә, йөрәк тулы ут ине...
Шаярып-көлөп йәшәһәм дә, йөрәк тулы ут ине...

“Бала саҡтан шуҡ, тиктормаҫ бала булып үҫтем. Атай-әсәйем беҙҙе әрләп, артыҡ тыйып үҫтермәне. Мәктәп йылдарында кластағы иң әүҙем уҡыусы булдым. Пионер отряды командиры, староста, комсорг кеүек эштәрҙе ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙым. “Мотлаҡ уҡытыусы буласаҡмын!”тинем һәм ошо хыял-маҡсатым мине институтҡа алып килде. Студент йылдары ла гөрләп үтте. Бында ла һәр эштең уртаһында ҡайнаным, йырға ла, бейеүгә лә маһирлығым булды.

Йүнәлтмә буйынса республиканың алыҫ ҡына районына эшкә ебәрҙеләр. Ауыл халҡы менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, эшләп алып киттем. Тиҙҙән был ауыл йәштәренең дә ойоштороусыһына әйләндем. Минән бер йыл алда йүнәлтмә буйынса эшкә килгән уҡытыусы егет иғтибар күрһәтә башланы, әммә оҡшамай, бигерәк тыйнаҡ, хатта оялсан. Минең күңел – икенселә, механизатор булып эшләгән Зәбирҙә. Бына тигән гармунсы ла үҙе. Уның да миңә тыныс күңел менән ҡарамауын һиҙә йөрөйөм, әлбиттә. Шулай итеп, ауылдың беренсе егете – һомғол буйлы, ҡара бөҙрә сәсле Зәбир менән арабыҙҙа һөйөү хисе ҡабынды. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәнек, 8 март байрамында гөрләтеп туй үткәрҙек.

Башта тормошобоҙ арыу ғына барҙы. Зәбир ҡыҙыуыраҡ холоҡло кеше ине. Эштән һуңға ҡалып ҡайтыуымды, кисен төрлө сараларҙа ҡатнашыуымды оҡшатмай торғайны. Совет осоронда ауыл уҡытыусыһын ниндәй генә йәмәғәт эштәренә йәлеп итмәйҙәр ине: агитатор ҙа, артист та, депутат та... Тәүге мәлдә иремдең ҡыҙғаныуҙарын, һөйләнеүҙәрен шаяртыуға бороп маташтым. Бер мәл шулай, сираттағы саранан һуң ғына ҡайтып инеүемә, өйҙә тағы ғауға ҡупты. Зәбир, ҡыҙып китеп, һуғып та ебәрҙе. Был хәл мине сығырымдан сығарҙы, ҡулыма эләккән беренсе әйберҙе – ағас ултырғысты елгәрҙем. Ныҡ ҡына тейҙе, хатта ҡолаҡ япрағын аҙыраҡ йыртып ебәрҙе. Шаулап ҡан китте. Ирҙең ҡото осто. Ҡолағы бөтәште, әммә шул ваҡиғанан һуң бер тапҡыр ҙа ҡул күтәрергә баҙнат итмәне, әммә холҡо үҙгәрмәне, көнләшеү сире үтмәне.

Әлбиттә, тормошобоҙҙоң төрлө саҡтары булды. Күңелле, матур мәлдәр ҙә сиратлап барҙы. Балаларҙың үҫеүе, уларҙың уңыштары, үҙемдең мәктәптәге хеҙмәтемдең емештәре – былары тормошома мәғәнә, йәм өҫтәгән матур миҙгелдәр булып күңелдә һаҡлана.

Тотош илебеҙҙә хәлдәр үҙгәреп киткәс, беҙҙәге күмәк хужалыҡ тарҡалды. Зәбир эшһеҙ ҡалды. Эсеүе йышая башланы. Етмәһә, тормошобоҙға ҡәйнәм ҡыҫылып аптыратты. Ул бер ваҡытта ла улына һүҙ тейҙермәй, бөтә көстө миңә төшөрә. “Кеше балаһын уҡытам тип, өйөңә ҡайтып инә белмәйһең”, тип башлап ебәрә лә, минең ни тиклем насар ҡатын, насар әсәй, насар килен булыуымды теҙә. Мин дә яуапһыҙ ҡалмайым, әлбиттә.

Былай йәшәй ялҡытты һәм иремде күрше өлкәләге хәрби ҡаласыҡҡа күсергә өгөтләй башланым. Унда водителдәр ҙә, уҡытыусылар ҙа һәр саҡ кәрәк ине. Шулай итеп, ҡәйнәмдән мең һүҙ ишетһәм дә, ирҙе күндерә алдым һәм ҡалаға күсеп киттек. Йәшәргә урын да, эш тә табылды, тормошобоҙға тыныслыҡ ҡайтҡандай булды. Бында үҙебеҙ кеүек башҡорт ғаиләһе менән танышып, дуҫлашып киттек. Бик матур аралашып йәшәнек. Сәлим менән Дилә беҙгә бөтөнләй оҡшамаған, хатта ҡапма-ҡаршы холоҡлолар ине. Беҙ бит икебеҙ ҙә ут шикелле: ирем ҡыҙыу, мин дә ике уйлап тормайым, кәрәк саҡта дыуамал да була алам. Шуға күрә Сәлим менән Диләгә аптырап та, һоҡланып та ҡарай инем, икеһе лә шундай тыныс, тыйнаҡ, һөйләшкәндә лә йылмайып ҡына, ипләп кенә һөйләшәләр.

Тиҫтә йылдан ашыу йәшәнек был ҡалала. Хәрби часты тарҡатҡас, тормош ауырлашты, эшһеҙлек артты, кешеләр күсеп китә башланы. Беҙ ҙә кире иремдең тыуған ауылына ҡайттыҡ. Ундағы йортто һатмағайныҡ. Ул мәлгә ҡәйнәм дә ныҡ ҡына олоғайған, кәре киткән ине. Миңә мәктәптә эш шунда уҡ табылды, ә иремә – юҡ. Унда-бында ялланып йөрөнө. Элек тә эскелек менән “дуҫ булған” ирем, бөтөнләй юлдан яҙҙы. “Себер яғына барып ҡара, ярты ауыл шунда эшләй бит”, - тиһәм дә тыңламаны. Миңә ғәйеп тағыуҙан бушаманы. Йәнәһе мин, уны ҡырға эшкә ебәреп, иркенгә сығырға, рәхәтләнеп йөрөргә теләйем. Әлбиттә, улай тип кенә әйтмәй, эт ашамаҫ һүҙҙәр ҡуша, миңә ҡарата иң яман, әшәке сифаттарҙы теҙә. Ҡайһы саҡ үҙенән яман әйтеп, ҡайһы саҡ өндәшмәй, үҙ эшемде башҡарып еңә инем, ә был уның шайы сығырынан сыға.

Ниңә түҙҙең, тип һорар ҡайһы берәүҙәр. Йәш саҡта балаларым атайлы үҫһен, үҙгәрер, тигәнмендер. Кире күсеп ҡайтып, оҙаҡ та эшләмәнем, мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр. Депутатмын да. Айырылырға оялдым. Ауыл ере бит. Өйҙәге хәлде бер кемгә лә һөйләп йөрөмәнем. Иремдең эсергә яратҡанын белделәр, әлбиттә. Хәлемде институтта бергә уҡыған, ғүмерлек йән дуҫтар булған әхирәтемә генә һөйләп, күңелемде бушатып ала инем. Ә эшемә барһам, донъямды онотам, йөҙөп йөрөп эшләйем. Мәктәбебеҙ һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Йәшәй-йәшәй иремдең һөйләнеүҙәренә, эт ашамаҫ бысраҡ һүҙҙәренә лә иғтибар итмәҫкә өйрәндем.

Ҡәйнәмде күсереп алырға, һуңғы көнөнәсә бағырға, түшәккә ятҡас, бала кеүек бағырға тура килде. Үпкәләрҙе онотҡан инем инде. Ғөмүмән, үпкәләп, асыу һаҡлап йәшәгәндәрҙе аңламайым. Мин үҙем уйлағанымды шартлата әйтәм дә онотам. Ҡәйнәм ризалығын биреп, рәнйеткән булһам, ғәфү ит тип, рәхмәттәрен әйтеп китте. “Бына бит донъя барыһын да урынына ҡуя. Ниндәй ажар ҡәйнәм дә минең ҡулға ҡалып, бала кеүек күҙҙәремә генә ҡарап ятып йән бирҙе. Әшәке, бысраҡ һүҙҙәре менән рәнйеткән ир ҙә берәй көн килеп, шул хәлдә ҡалырмын тип уйламаймы икән?”, - тип уйлай инем, ысынлап та, шулай булды.

Ҡышҡыһын эскән килеш урамда ҡолап, туңып, аяҡтан яҙҙы. Был мәлдә үҙем дә хаҡлы ялға сыҡҡан инем, әммә эшемдән китмәнем, директорлыҡ теҙгенен йәштәргә тапшырып, ябай уҡытыусы булып ҡалдым. Шаярып-көлөп һөйләшһәм дә, кеше араһында һыр бирмәй, донъямды гөл кеүек итеп йәшәһәм дә, эстән янған, йөрәк һыҡраған мәлдәр күп булды. Шул ваҡыттарҙа гел генә “Ярай әле, балаларым бар, ярай әле эшем бар”, тип йыуана торғайным. Балаларымдан да, эштән дә бәхетем булды. Өс балам да әлеге көндә яҡшы һөнәргә эйә булып, ғаилә ҡороп, миңә ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхете бүләк итеп йәшәй. Ә атайҙары мәрхүм инде. Түшәктә ятҡанында ла холҡо үҙгәрмәне. Холоҡ кешенән ҡалмай тигәндәре дөрөҫ икән. Шулай ҙа һуңғы көнөнәсә тәрбиәле булды. “Ярай, түҙҙем. Балаларымдың атаһы ҡарауһыҙ ҡалып, асарбаҡ хәлендә йәшәп йән бирһә, миңә лә ҡыйын булыр ине”, – тип уйлайым. Бәлки, дөрөҫ тә уйламайымдыр, әммә был – минең үҙем һайлаған яҙмышым.  

Күптән түгел тағы тормошҡа сыҡтым. Кемгә тип уйлайһығыҙ? Теге хәрби ҡаласыҡта аралашып йәшәгән дуҫ ғаиләнең иренә – Сәлимгә. Дилә мәрхүмә булып, ул да яңғыҙ ҡалған икән. Ҡалаға барғанымда осраҡлы рәүештә күрештек. Мин уны таныманым, ә ул мине шунда уҡ таныны! Бер аҙ аралашҡандан һуң яҙмыштарҙы бәйләргә ҡарар иттек. Ҡалаға, үҙе янына саҡыра. Ял көндәрендә һәм йәйгеһен һинең донъяңа барып йөрөрбөҙ, баҡса үҫтерербеҙ, ти. Никах уҡытһаҡ та, әлегә башкөллө күсмәгәнмен, сөнки әлеге класым дүртенсене тамамлай. “Ярай, уҡытып бөт инде”, – тип рөхсәт итте бабайым. Ошо класымды сығарыуға үҙемә лә 65 йәш тула, эштән китермен инде, тип йыйынып йөрөй инем былай ҙа. Эсмәгән, интеллигент кеше менән аралашыу бөтөнләй икенсе төрлө тормош икән ул. Концерттарға йөрөйбөҙ, паркка йәки берәй сауҙа үҙәгенә барабыҙ. Сөкөрләшеп ултырып сәй эсеү ҙә – үҙе бер ғүмер. 

Бына шулай икән ул тормош тигәнең. Ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та, йәшәп туймаҫлыҡ танһыҡ та. Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, утыҙ туғыҙы һүнһә лә, береһе ҡала, тиҙәр бит. Шул берәүҙән башҡаларын тоҡандырып, һүнгән өмөттәрҙе терелтеп, яралы яҙмыштарҙы ялғап йәшәй белеүҙә беҙҙең көсөбөҙ”, – тип тамамланы һүҙен Рәйлә апай.

Гөлдәр Яҡшығолова.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-08-20/shayaryp-k-l-p-y-sh-m-d-y-r-k-tuly-ut-ine-3891994

 

Автор:
Читайте нас: