-Социаль селтәрҙе асһаң, бөтә кеше ялынан фото ҡуя, кемеһе диңгеҙ буйында ята, кемеһе сит илдә йөрөй. Ә һин беҙҙе бер ҡайҙа ла алып бармайһың! Тапҡаныңды тик машиналарыңа запчасть алырға тотонаң. Биш йыл аҡса тығырға кәрәкмәй тип алған өр-яңы машинаң да хатта аҡса яуы: йыл да КАСКО-һын түлә, техник күҙәтеү үткәр, майын алмаштыр, ай һайын урап килеп торған кредитын әйтәһе түгел! – тип ярһыны ғына хәләле.
-Яңы машина ал, йәш саҡта, матур саҡта һәйбәт машинала елдергем килә! Шөрөшөп бөткәс яңы машинаға ултырып алып йөрөүеңдән ни фәтүә?! – тип көсләп машина алдырҙы ла хәҙер һөйләнәсе...
-Бөтә тапҡан таянғаның техникаларыңды сафта тоторға китә. Айына уларға әллә күпме аҡса тығаһың, ә миңә 100 һумлыҡ та әйбер алып биргәнең юҡ. Балаларҙы ла мин ашатам, мин кейендерәм, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйем. Мин ҡайҙан аҡса алып тип уйлайһың!?-- тип Гүзәле ярһыуын дауам итте.
Сәғир аңлай уны ла, тик әлегә баш күтәреп алғансы, уның хәленә инә алмай. Үҙ-үҙенә эшләй ул, яңыса итеп әйткәндә, самозанятой. Йөк ташый, кешеләрҙе бер ҡаланан икенсеһенә күсерә. Ысынлап та, тапҡан-таянғаны, техникаһына бензин ҡойоуға етә лә, йүнәтеүгә китә шул.
-Ҡараһаң ғына машина йөрөй шул! – тип яуапланы ла ир, күҙе аларған кәләшенә ҡарап, тышҡа сыҡты.
Туҡта телефонымды алайым әле, заказ булыуы ихтимал тип, уныһын алып кеҫәһенә һалыуы булды, бер-бер артлы СМС-тар килә башланы.
Асып ебәрһә, ят номерҙан әллә ҡырҡлап хәбәр. Тәүгеһен генә уҡыны ла ир ултыра төштө. “Ҡатының минең ир менән теттерә...” тигәнен уҡыу менән үк күҙ алдары ҡараңғыланды, башы әйләнде...
Шул ғына етмәй ине. Артабанғы хәбәрҙәр береһенән-береһе ҡурҡыныс ине.
“Ҡарамаһаң, бисә йөрөй икән!” – бына һиңә!!! Бисәһенең хыянаты ысынмы-юҡмы икәнен ҡайҙан белергә икән? Үҙенән һораһам, эйе тип ҡуйһа, нишләр?
Шулай ҙа техникаһы янында уралып йөрөнө-йөрөнө лә ҡатыны янына инеп, уға телефонын ырғытты.
-Эйе, яҙыштым, һөйләштем. Унан ғына берәүҙең дә ауырға ҡалғаны юҡ! Һинән иғтибар юҡ, аҡса юҡ, наҙ юҡ, бүләк юҡ! Мин үҙемде ҡыйлыҡтан тапманым. Йылы һүҙ ҡушҡас, яуап бирҙем. Ә бына осрашыуға барып етмәнек,--тине ҡатыны, күҙен дә йоммай.
Сығыранын сыҡты Сәғир, тик Гүзәленең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ барлығын да таныны.
Әле бына урамдағы техникаһын ташлап, ҡатыны артынан эйәреп йөрөгән көнө. Магазинға алып барып матур күлдәктәр алып бирҙе. Бәләкәй генә ҡашлы булһа ла алтын балдаҡ ҡараны. 8 Мартҡа киноға алып барыр, сәскәһен дә алып бирер...
Машинаңды һәм ҡатыныңды берәүгә лә ышанып биреп торорға ярамай, тигәнде ишеткәнем бар ине. Әле килеп, ҡараһаң-машина, ҡарамаһаң бисә йөрөй, тигәнгә инандым. Шулай егеттәр, донъя йөгөн тигеҙ тартыр кәрәк икән, теҙгенде бушатырға ярамай.
Гөлдәр Ҡадаева.