-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ноябрь , 16:51

Шундай сәйер хәлдәр булғаны бармы?

Был урында булмаһам да,  ҡасандыр килгәнмен һымаҡ тойола. Хәҙер шул кеше килеп сығып, шулай тип әйтәсәк. Шул ваҡытта  мин  алдан уҡ нимә тип әйтеремде лә беләм. Унан, ҡасан ғына бында булдым әле тип, оҙаҡ хәтергә төшөрә алмай аҙапланам. Һеҙҙең менән шундайыраҡ сәйер хәлдәр булғаны бармы? Ниндәйҙер ваҡиғалар ҡабатланған да кеүек.

Шундай сәйер хәлдәр булғаны бармы?
Шундай сәйер хәлдәр булғаны бармы?

Был хәлде русса «дежавю» , тиҙәр. Йәғни, кеше ҡасандыр ошондай хәлдә йәки урында булған  кеүек хис-тойғо кисерә. Тик уны үткәндәр менән бәйләй алмай. Был күренеште өйрәнеп, ғалимдар сәбәбен асыҡлаған. Баҡһаң, баш мейеһенең сикә өлөшө эше менән бәйле, ялған хәтирәләрҙе тойоу хәтерҙең эшендә  билдәле бер боҙоуҙар һөҙөмтәһе булып тора икән. Бында элекке һәм хәҙерге хәтирәләр бутала башлай. Шулай итеп, был ваҡиғалар булған кеүек ялған һиҙеү тойғоһо барлыҡҡа килә.

Автор:
Читайте нас: