-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь , 20:33

Сәйер шарттарҙа юғалыу осраҡтары

Европаның Англия, Франция, Италия кеүек илдәрендә йыл һайын 10 – 20 мең кеше эҙһеҙ юғала. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, был туралағы мәғлүмәттәр беҙҙең илдең ваҡытлы матбуғатында донъя күрә башлай. Ул ваҡытта инде 80 меңдән артыҡ кеше юҡҡа сыға һәм ни бары 60 меңе буйынса ғына Эске эштәр министрлығы һәм дәүләт именлеге идаралығының ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәре була. Күп кенә юғалыуҙарҙың тарихы айырыуса сәйер һәм шомло. Хатта уны белгестәр ҙә аңлатып бирә алмай.

Сәйер шарттарҙа юғалыу осраҡтары
Сәйер шарттарҙа юғалыу осраҡтары

Хәйер, сит илдәрҙәге түгел, үҙебеҙҙең тарихҡа күҙ һалыу ҙа етә. Сәйер шарттарҙа юғалыу осраҡтарын һүрәтләүсе яҙмалар байтаҡ. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы бер тарих. Советтар Союзы геройы, командир Дмитрий Медведевтың партизандар төркөмөнән ике һалдат Смоленск тирәһендәге бер ауылда урынлашҡан немецтарҙың хәрби идараһын күҙәтергә ебәрелә. Бер аҙҙан һалдаттарҙың береһе сылғауын рәтләргә һәм бер аҙ ял итеп алырға була. Икенсеһе иһә был ваҡытта дошмандарҙы тағы ла күҙәтә. Бары тик күҙ ҡырыйы менән генә иптәшенең итеген сисеүен, автоматын ситкә ҡуйыуын абайлап ҡала. Бер аҙҙан дошман биләмәһенән күҙ алмай ғына унан эсергә һыу һорай. Тик яуап биреүсе булмай. Аптырағас, боролоп ҡарай һәм сәсе үрә тора: һалдат эҙһеҙ юҡҡа сыҡҡан. Ә юл тоғо, ҡоралы һәм сискән итеге ятып ҡалған. Дошмандар әсиргә алған тиһәң, ул саҡта икеһен дә эләктерерҙәр ине. Икенсенән, күҙәтеүсе бер ниндәй тауыш та ишетмәй. Ул дуҫын оҙаҡ йылдар эҙләй, тик бер мәғлүмәт тә тапмай. Ә был сәйер юғалыуҙы һуғышҡа япһарып, һалдат менән артыҡ ҡыҙыҡһынмайҙар.
Икенсе осраҡты техник фәндәр докторы Михаил Дмитриев һөйләгән. Уның Брянск өлкәһендә йәшәүсе дуҫы улы менән тауҙарға ял итергә, саңғы шыуырға сыға. Ҡараңғы төшмәҫ борон тип, палаткаларын ҡорғас, атаһы яҡындағы йылғаға һыу алырға төшә. 5 – 6 метр ситкә киткәс, ул бер юлы картуфты йыуып килтерергә булып кире борола. Бер нисә секунд элек кенә консерва асырға маташып ултырған улы ғәйеп булған. Кесе йомошо менән киткәндер тип уйлай. Ҡарҙағы эҙҙәрҙе ҡарағас, атаһы улының ситкә китмәүен, уның янына бер кемдең дә килмәүен аңлай. Егет ер йотҡандай юҡҡа сыға.
Дмитриев аптырап, егетте йәшен һуғып көлгә ҡалдырған, тип фаразлай. Тик ҡыш көнө йәшен йәшнәмәй, икенсенән, егет юғалған урында көл-күмер бөтөнләй табылмай.
Тағы ла бер хәл Киров янындағы ял итеү базаһында теркәлгән. Төшкө ашҡа тиклем ял итеүсе бер туташ урманда яңы яуған ҡар өҫтөнән саңғыла йөрөп килергә була. Дуҫ егете лә саңғы кейә башлай һәм уның көтөп тороуын үтенә. Ҡыҙ иһә: “Ҡыуып ет мине!” – тип көлә-көлә ағастар араһына инеп юғала. Егет әҙер булғас, уның юлы буйлап артынан йүнәлә. Әммә ярты саҡрымлап ер үткәс, ул саңғы юлының ҡапыл өҙөлөүен күреп ҡала. Һәм, әлбиттә, ҡыҙ үҙе лә юҡҡа сыҡҡан. Яңы яуып үткән ҡар өҫтөндә ҡыҙҙың ҡайҙа булыуын аңлатырлыҡ эҙ табылмай.
Тарих фәндәре кандидаты А. Горбовский хеҙмәтенән дә бер нисә осраҡты миҫал итеп килтерергә мөмкин. “Ҡайһы саҡта кеше ҡапыл ғына эҙһеҙ һәм бер нисек тә аңлатып булмаҫлыҡ шарттарҙа юҡҡа сыға. Бер ваҡыт фалиж һуҡҡан бабайҙы балалары ихаталағы ҡәнәфигә сығарып ултырта. Улар бер аҙға аталарын яңғыҙын ҡалдырып, эш менән өйгә инеп китәләр. Улы сыҡҡас, ни күрһен: бабай урынында юҡ. Буш ҡәнәфиҙә бары тик иңенә япҡан йылы шәл генә тороп ҡалған.
Үткән быуаттағы бер осраҡ. Британияның Сит илдәр эштәре буйынса министрлыҡ хеҙмәткәре егелгән арбаға ултырып китергә әҙерләнә. Тик һуңғы миҙгелдә генә ниңәлер аттың ҡамытын тикшерергә була. Мал янына килеп тә етә һәм шул мәлдә юҡҡа ла сыға. Был хәлде күҙәтеп торған хеҙмәтсеһе ҡот осҡос күренеште бик оҙаҡ онота алмай.
1966 йылды ҡаршылағанда Глазгола йәшәгән өс бер туған егет туғандарын байрам менән ҡотларға теләп, йәйәүләп юлға сығалар. Үҙ-ара көлөшә-һөйләшә барған егеттәр Алекс исемле иң кесе туғандарының ҡапыл юҡҡа сығыуын күрә. “Күҙ алдына килтерегеҙ: ул хатта һөйләй башлаған хәбәрен дә тамамламаны, юҡ булды. Әйтерһең, бөтөнләй беҙҙең менән бергә килмәгән. Ер ҙә йотманы, күккә лә османы, бары тик юҡ булды!” – тип һөйләйҙәр аҙаҡ.
1987 йылда Карелияның бәләкәй генә утрауында малсылыҡ белгесе юҡҡа сыға. Йәшәгән урынында уның барлыҡ әйберҙәре, кәмәһе ҡала. Ә утрауҙан кәмәһеҙ китеп булмай. Хеҙмәттәштәре утрауҙы аҙна дауамында тикшерһә лә, юғалыусы табылмай. Бер нисә айҙан һуң шулай уҡ аңлатып булмаҫлыҡ шарттарҙа уның Ленинградта йәшәүсе бер туған ағаһы ла юҡҡа сыға.
Ҡаф тауы, 1980 йыл. Аҙау яланында урынлашҡан ял йортонда ике тау сәйәхәтсеһе бер кемгә лә әйтеп тормайынса Эльбрусҡа менеп ҡарарға ниәтләй. Башта улар канат юлы буйынса 3500 метр бейеклектә урынлашҡан “Мир” станцияһына тиклем бара. Тау башына тиклем бары ике саҡрым ғына ҡала. Әммә дуҫтар түбәгә үк менергә йыйынмай. Төп маҡсат – “Приют 11”-гә ҡәҙәр барып етеү. Сөнки, мәғлүм булыуынса, унда уларҙың дуҫтары булырға тейеш. Тик тейешле урынға сәйәхәтселәрҙең береһе генә барып етә ала. Юлда күргәндәренән уның сәсе ағарған, ҡурҡыуҙан осҡолоҡ тотҡан була. Ул аҙаҡ дуҫтарына сәйер хәлде бәйән итә. Юлды тамамларға ярты саҡрымлап ҡына ер ҡала. Сәйәхәтсе туҡтап, артта ҡалған дуҫына табан әйләнә. Шул мәлдә юлдашы күҙгә күренеп “йоҡара, тарала” башлай һәм бер нисә секундтан төтөн кеүек өҫкә күтәрелеп юҡҡа сыға. Дуҫтары, әлбиттә, был хәбәргә ышанмай, ҡотҡарыусылар менән бергә икенсе сәйәхәтсене эҙләргә сығалар. Ләкин уның юғалған урынында бары тик ҡарға батырылған боҙ ватҡысы ғына тороп ҡалған була. Ә ул урында быға тиклем дә, унан һуң да кешеләр юғалыу осрағы булмай.
Белгестәр хатта сәйер рәүештә кешеләр даими юғалған аномаль урындарҙың исемлеген дә төҙөгән. Тәүге урынды, әлбиттә, Бермуд өсмөйөшө биләй. Ул Атлантик океанда урынлашҡан. Бында 1945 йылда биш хәрби самолет юҡҡа сыҡҡан. Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе сигендә урынлашҡан Мелеб өсмөйөшөндә иһә бер нисә тапҡыр туристар төркөмө юғалған. 1995 йылда ғалим Валерий Якимов етәкселегендәге 60 кешенән торған төркөм ул урынды ныҡлы өйрәнеп, рәсми рәүештә “сәйер урын” тип билдәләй. Свердловск өлкәһендә тағы ла бер ҡурҡыныс ер бар – Дятлов артылышы. 1959 йылда студент Игорь Дятлов етәкселегендәге ун кешенән торған төркөм Холат-Сяхыл (манси теленән Мәйет тауы тип тәржемә ителә) тауына юллана. Улар 15 февралдә кире ҡайтырға тейеш була. Төркөм билдәләнгән ваҡытта ҡайтмағас, ҡотҡарыусылар эҙләргә сыға һәм уларҙың мәйетен таба. Унда нимә булғанын һәм үлем сәбәбен бер кем дә асыҡлай алмай. Етмәһә, был “эш” бөгөнгө көнгә тиклем “совершенно секретно” тип йөрөтөлә.
Вологда өлкәһендәге Череповецк һаҙлығында 1972 йылда хәрби техникала тиҫтәләрсә һалдат һәләк була. Тағы ла йыл һайын тиерлек туристар, урындағы халыҡ эҙһеҙ юғала. Псков өлкәһенең Ляда ауылы янында Шайтан йырыны бар. Бында борон-борондан кешеләр юғала. Ниндәйҙер мөғжизә менән тере ҡалғандары ла үҙҙәре менән нимә булғанын, ҡайҙа йөрөгәнен хәтерләмәй. Улар араһында хатта аҡылынан яҙғандар ҙа бар. Бында 1928 йылда – бер төркөм урман йығыусылар, 1931 йылда – тиҫтәләп һөргөнгә ебәрелгән кулактар ғаиләһе, 1974 йылда бәшмәк йыйырға килгән Ленинград кешеләре юҡҡа сыҡҡан. Кениялағы Энваитенет утрауында ла бөгөнгө көнгә тиклем кешеләр эҙһеҙ юғала. Урындағы полиция архивында рәсми документ та һаҡлана: 1936 йылда утрауҙы өйрәнергә тип Мартин Шефлис һәм Бил Дайсон исемле ғалимдар менән экспедиция төркөмө килә. Бер нисә көндән улар бәйләнешкә инмәй башлай һәм эҙләп барған кешеләр уларҙың береһен дә тапмай.
АҠШ-тағы Үлем үҙәнендә, әлбиттә, кешеләр юғалмай. Әммә бында бик күп үлем осраҡтары теркәлә. Ә Мәскәү һәм Владимир өлкәләренең сигендә урынлашҡан Шумшор ҡотоғон урындағы кешеләр бөтөнләй урап үтә. Бында 19-сы быуат аҙағында Коломенск трактында төҙөкләндереү эштәрен алып барыусы белгестәр төркөмө эҙһеҙ юғалған. Шуғалырмы, ҡотоҡ тураһында бик күп легендалар йөрөй. Красноярск крайындағы Карамыш ауылы янында Шайтан ҡәберлеге бар. Ундағы аномаль хәлдәр 1908 йылда, Тунгус метеориты төшкән урында барлыҡҡа килгән, тип фаразлайҙар. Сөнки тап шул йылдан һуң бында күпләп йәнлектәр, кешеләр үлә. Хатта уларҙың һөлдәләренән тирә-яҡ тула башлай. Сәбәбен ерҙән күтәрелгән ағыулы газға япһарып маташалар, әммә күп белгестәр уны инҡар итә. Экспедициялар ваҡытында кешеләр юғалыуы, тикшереүсе ҡоролмаларҙың боҙолоуы, компастарҙың йүнәлеште дөрөҫ күрһәтмәүе теркәлгән.
“Ҡара бамбук соҡоро” – Ҡытайҙағы иң ҡурҡыныс урын. Хэйчжу үҙәнен бында шулай атайҙар. Оҙайлы йылдар дауамында кешеләр эҙһеҙ юғала, ҡурҡыныс авариялар була. 1950 йылда ғына 100 кеше юҡҡа сыҡҡан. 12 йылдан һуң фажиғә тағы ла ҡабатлана: геология разведкаһына килгән белгестәр юғала. Тағы ла дүрт йылдан урмансылар юҡҡа сыға. Һуңғы “юғалыуҙар” 1976 йылда теркәлгән: хәрби картографтар төркөмөнөң яҙмышы ла бөгөнгө көнгә тиклем билдәһеҙ.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: